(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Фрэнк Ллойд Райт: өлгөләр араһындағы айырма — Википедия

Фрэнк Ллойд Райт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
48 юл:
[[Файл:Fallingwater sitting area.jpg|thumb|left|«Шарлауыҡ өҫтөндәге йорттоң» Райт тарафынан әҙерләнгән интерьеры]]
[[1934 йыл]]дың ноябрендә Райт Кауфмандарҙың ҡала ситендәге йортона урын ҡарау өсөн «Айыу шишмәһенә» килә. Ул шарлауыҡты буласаҡ йорттоң структура өлөшө эшләргә ҡарар итеп, шарлауыҡ менән йәнәш участканы һайлай. Заказсылар архитекторҙың бындай ҡыйыу ҡарары башта аптырата, әммә Райт уларға: «Мин һеҙҙең шарлауыҡҡа ҡарап түгел, ә уның менән йәнәш йәшәүегеҙҙе теләйем. Ул һеҙҙең тормошоғоҙҙоң бер өлөшө булырға тейеш» тип әйтә һәм шундай йортто төҙөү мөмкинлегенә һәм унда йәшәүҙең хәүефһеҙ булыуына ышандыра. Йорт бетон террасаларҙан һәм туранан-тура шишмә өҫтөндәге ҡорос таяуҙарҙа урынлашҡан эзбизташлы вертикаль өҫлөктәрҙән тора. Йорт торған ҡая өлөшө бина эсендә ҡала һәм Райт уны интерьер биҙәүҙең детале кеүек ҡуллана. Райт йортто төҙөгәндә бер ағас та киҫелмәһен, ҙур тау таштары урынында ҡалһын, ә буласаҡ йорт тәбиғи ландшафттың өлөшө булып ҡалһын өсөн тырыша. Йортто төҙөүгә 155 000 доллар аҡса китә, уларҙан архитекторҙың эше өсөн түләү 8 000 доллар тәшкил итә. Инфляцияны иҫәпкә алғанда был сумма [[2009 йыл]]да яҡынса АҠШ-тың 2,4 млн долларына тигеҙ. Йорттоң төҙөлөшөндә бөтәһе лә камил булмай, һәм ул ике тапҡыр 1994 йылда һәм 2002 йылда өҫтөмә ҡорос таяуҙар менән реконструкциялана.
 
 
[[1937 йыл]]дан [[1963 йыл]]ға тиклем «Шарлауыҡ өҫтөндә йорт» Кауфмандар ғаиләһенә ҡала ситендәге резиденция булып хеҙмәт итә. 1963 йылда Эдгар кесе-Кауфман бинаны Көнбайыш Пенсильвания тәбиғәтен һаҡлау ойошмаһына иғәнә рәүешендә тапшыра. [[1964 йыл]]да йортто музейға әйләндерәләр, һәм ул килеүселәр өсөн асыҡ була. [[2008 йыл]]дың ғинуар айына ҡарата «Шарлауыҡ өҫтөндә йортҡа» яҡынса алты миллион кеше килгән. Пенсильвания шатының алыҫ мөйөшөндә урынлашыуына ҡарамаҫтан ([[Питтсбург]]тан яҡынса ике сәғәтлек юл), әдеге ваҡытта «Шарлауыҡ өҫтөндәге йортҡа» йыл һайын 120 000 ашыу кеше килә<ref>[http://usatoday30.usatoday.com/travel/destinations/2007-09-27-new-wright-home_N.htm The Associated Press, 2007.]</ref>
 
== Галерея ==