3 февраль
көнө
3 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 34-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 331 көн ҡала (кәбисә йылында 332).
3 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
3 февраль Викимилектә |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ҡағиҙә боҙған һәм тупаҫ телмәр менән көрәш көнө.
- Наҙлылыҡ көнө.
- Ирекле мөхәббәт көнө.
- Вьетнам: Коммунистар партияһы көнө.
- Иран: Әсәләр көнө.
- Канада: Свитер көнө.
- Мозамбик: Геройҙар көнө.
- Таиланд: Ветерандар көнө.
- Япония: Сэцубун — япон календары буйынса Яңы йыл.
- АҠШ: Ҡатын-ҡыҙ табиптар көнө.
- Рәссамдар көнө.
- 1014 йыл: Харальд Свенсон Дания короле итеп иғлан ителә.
- 1451 йыл: Мәхмәт II Фәтих икенсе тапҡыр Ғосман империяһы солтаны була.
- 1565 йыл: Иван Грозный опричнина ойоштора.
- 1783: АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышы: Испания АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1830: Рәсәй империяһы, Бөйөк Британия һәм Франция Лондон протоколына ҡул ҡуйып, Грецияның Ғосман империяһынан бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1867: Муцухито Япония императоры була (Император Мэйдзи).
- 1930: Гонконгтағы конференцияла Вьетнам Коммунистар партияһын ойошторолоуын иғлан итә.
- 1940: Башҡортостан АССР-ының Урман сәнәғәте халыҡ комиссариаты ойошторола.
- 1940: Мәсәлим Вәлиев ижад иткән тәүге башҡорт операһы «Һаҡмар»ҙың премьераһы була.
- 1958: Гаагала Бельгия, Нидерланд һәм Люксембургтың иҡтисади берлеге Бенилюкс төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1966: «Луна-9» планета-ара автоматик станцияһы Айға төшөп, был планета панорамаһын Ергә тапшыра.
- 1969: Ҡаһирәлә Фәләстин милли конгресында Фәләстинды азат итеү ойошмаһы етәксеһе итеп Ясир Арафат һайлана.
- 1972: Саппорола XI ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
- 1972: Өфөлә хәҙерге 167-се балалар баҡсаһы асыла.
- 1976: Мозамбиктың баш ҡалаһы Лоуренсу-Маркеш исеме Мапуту тип алмаштырыла.
- 1991: Итальян коммунистар партияһы эшмәкәрлеген туҡтата.
- 1994: Рәсәй Федерацияһы һәм Грузия араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1995: Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡурған өлкәһе араһында «Гуманитар сферала хеҙмәттәшлек тураһында» килешеүе төҙөлә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы (1960), ғалим-хирург. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан — дөйөм хирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы, 2011—2015 йылдарҙа — университеттың дауалау эштәре буйынса проректоры, 2015 йылдан — Яңы медицина технологиялары ғилми-тикшеренеү инстиуты директоры. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006), медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Солодилова Наталья Зиновьевна (1960), ғалим-иҡтисадсы. 1982 йылдан Мәскәү технология институтының Өфө филиалы (артабан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан — университет ректоры, 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты директоры. Иҡтисад фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғүмәрова Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы (1921—28.07.1996), малсы. 1938—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының быҙау ҡараусыһы. РСФСР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы һәм БАССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Копытина Мария Ивановна (1926—1996), балалар табибы. 1948—1952 йылдарҙа хәҙерге Яңы Балаҡатай район дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1950 йылдан район педиатры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1967). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһе Троицкое ауылынан.
- Нинель Юлтыева (1926—23.11.2014), балерина, педагог, хореограф. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1966 йылдарҙа Татар опера һәм балет театры солисы, 1969—1973 йылдарҙа баш балетмейстер; бер үк ваҡытта 1972 йылдан Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында хореография кафедраһы мөдире. Профессор (1985). РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы. Яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы.
- Заянов Рифат Муллайән улы (1946), инженер-төҙөүсе. 1987 йылдан «Башагростройпроект» институтының бүлек етәксеһе, 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының төҙөлөш, транспорт һәм коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш белгесе, мөдир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һалҡын Шишмә ауылынан.
- Малинецкий Георгий Геннадьевич (1956), ғалим-математик. 1982 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Ғәмәли математика институты (Мәскәү) хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2000 йылдан директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2010 йылдан — бүлек мөдире; бер үк ваҡытта 1992 йылдан Мәскәү физика‑техника институты, 2002—2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, 2005 йылдан — Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү техник университеты уҡытыусыһы, 2009—2015 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының баш ғилми хеҙмәткәре. Ленин комсомолы премияһы (1985), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы (2002) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы (1961), ғалим-музыка белгесе, педагог‑методист. 1984 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, бер үк ваҡытта 1998—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) Композиторҙар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2018).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Буранбай сәсән (төп исеме Ҡотошов/Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы; 1767—яҡынса 1868), шағир-импровизатор, халыҡ сәсәне. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.
- Асығолова Зәйтүнә Мөхәмәтйән ҡыҙы (1952), мәғариф ветераны, күп балалы әсә. 1979—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2000).
- Чемерис Алексей Викторович (1957), ғалим-биохимик, молекуляр биолог. 1979 йылдан хәҙерге Рәсәй ғилми ойошмалары федераль агентлығының Өфөләге Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәре, 1988 йылдан өлкән ғилми, 1990 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан — директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1995 йылдан лаборатория мөдире, 2017 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мәүжитов Айрат Радик улы (1962), ғалим-микробиолог. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡыыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылдан — фундаменталь һәм ғәмәли микробиология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институты директорының клиник ординатура һәм интернатура буйынса урынбаҫары, 2006—2012 йылдарҙа микробиология бүлеге менән медик профилактика факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әбдрәхимова Сулпан Дәминдәр ҡыҙы (1967), театр һәм кино актёры. 1989 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, 2019 йылдан — Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Вишкин Владимир Георгиевич (1957), спорт ветераны. Радио спорты буйынса Европа чемпионы (1986—1987). СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Миһранов Әғләм Шәйсолтан улы (1933—28.08.2021), эске эштәр органдары хеҙмәткәре, милиция подполковнигы. 1971—1982 йылдарҙа Туймазы районы эске эштәр бүлеге начальнигы. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Туймазы ҡалаһының һәм Туймазы районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың хәҙерге Ҡандра ауылынан.
- Шәрипов Әмир Усман улы (1933—3.09.2007), ғалим-тау инженеры. 1983 йылдан Көнбайыш Себер тәрән разведка быраулау технологияһы ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструктор институтының директор урынбаҫары, 1991 йылдан — директоры; 2003—2007 йылдарҙа Өфөләге «Экотехнология» ғилми-производство предприятиеһы директоры. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1993), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996). Рәсәй Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы (1948), дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1997—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Төбәктәр һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе урынбаҫары. 2014—2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2008).
тулы исемлек
- Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (1948—20.06.2022), инженер, иҡтисадсы; хужалыҡ, партия, совет һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992 йылдан Сибай ҡала хакимиәте башлығы, 1999 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005), профессор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2003).
- Шәмсетдинова Фәниә Хәбибназар ҡыҙы (1948), шәфҡәт туташы. 1966 йылдан Мәләүез район үҙәк дауаханаһы хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Латыпова Валентина Владимировна (1958), ғалим-тарихсы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2012—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары. Тарих фәндәре кандидаты (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Нухов Әбүзәр Ибраһим улы (1958), табип. 2-се республика клиник дауаханаһы баш табибының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Шәүәлиев Рауил Рәшит улы (1958), ғалим-хирург. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2000 йылдан клиника бүлексәһе мөдире. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
- Хәсәнов Миңлеғәли Ибраһим улы (1963), ҡурайсы-музыкант. 1992 йылдан хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ахунйәнов Әнүәр Мәхмүт улы (1914—19.05.1986), тел белгесе-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960 йылдан Ҡазан дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Татар АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһынан.
- Мудрый Александр Максимович (1924—3.03.1998), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Стәрлетамаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары, 1964—1985 йылдарҙа — хужалыҡ рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1974), ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971, 1976). Сығышы менән ошо райондың хәҙерге Золотоношка ауылынан.
тулы исемлек
- Әмиров Нәҡи Сәбиғйәр улы (1929—29.09.2014), ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. 1965 йылдан Мәсетле районы «Коммунист» колхозы рәйесе, 1973 йылдан район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1980—1987 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2005).
- Голиков Владимир Дмитриевич (1939), сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, социолог-ғалим. 1959 йылдан Өфө приборҙар эшләү заводының әйҙәүсе технологы, лаборатория начальнигы, 1981 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре, 1993 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Аксёнов ауылынан.
- Рафальсон Роман Максович (1949—28.03.2021), музыкант. 1974 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының симфоник оркестры, 1998—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Акимова Венера Сәлим ҡыҙы (1954—4.10.2021), табип. 1978 йылдан Салауат ҡалаһы дауаханалары табибы, шул иҫәптән 1994 йылдан ҡала үҙәк дауаханаһының баш табип урынбаҫары, 1-се поликлиника мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы (2003), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы 1960 йылдар аҙағында бөткән Яңы Тормош ауылынан.
- Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы (1959), агроном-ғалим. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән агрономы, 1991—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2007 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).
- Муллагилдин Ришат Усман улы (1969—15.04.2022), архитектор. Өфөләге «Торатау» Конгресс-холы бинаһы проекты авторы (япон архитекторы Киоказу Араи менән берлектә). 1999 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) һәм Японияның «AIDA Awards» милли премияһы (Токио, 2011) лауреаты.
- Токарев Олег Леонидович (1969), спортсы. 1989—1991 йылдарҙа грек‑рим көрәше буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989). Нефтекама ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм олимпия резервының Өфөләге грек‑рим көрәше буйынса махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Сығышы менән Волгоград ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1690: Ричард Роулинсон, Бөйөк Британия руханийы, үҙе туплаған боронғо китап һәм ҡулъяҙмаларҙы хәҙерге Оксфорд университетының Бодли китапханаһына васыят итеп ҡалдырыусы.
- 1809: Феликс Мендельсон, Германия композиторы.
- 1895: Георгий Светлани, СССР-ҙың кино һәм эстрада артисы.
- 1915: Борис Пайчадзе, СССР футболсыһы, тренер, «Динамо» (Тбилиси) командаһы уйынсыһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1944).
- 1938: Мутин Илдархан Ибраһим улы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 2011: Татьяна Ивановна Шмыга, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1978).