(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Абаға һымаҡтар — Википедия Эстәлеккә күсергә

Абаға һымаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
04:52, 12 ғинуар 2014 өлгөһө; Азат Хәлилов (фекер алышыу | өлөш) ("{{Таксон |image file = Polypodium vulgare (aka).jpg |image title = Многоножка обыкновенная |image d…" исемле яңы бит булдырылған)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Абаға һымаҡтар
Многоножка обыкновенная
Ябай ҡаҙаяҡтипик төр[1] титуль ырыуы абаға һымаҡтар.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Polypodiopsida Cronquist, Takht. & W.Zimm. (1966)

Синонимдар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  846528
NCBI  3290
EOL  4495

Абаға һымаҡтар(Polypodiophyta)— ҡатмарлы төҙөлөшлө споралы үҫемлектәрҙең боронғо бүлеге.

Үҫемлектәрҙең 3 хәҙерге (мараттиялар, полиподийҙар, йылан абағалары) һәм бер нисә ҡаҙылма класын (зигоптерийҙар, кладоксилейҙар һ.б.) берләштерә. Яҡынса 12 мең хәҙерге төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда полиподийҙар (25‑тән ашыу төр) һәм йылан абағалары (5 төр) класына ҡараған яҡынса 30 төрө бар. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы (һирәгерәк бер йыллыҡ) йәки ҡушымта тамырлы ағас һымаҡ, япраҡ ҡойоусы йәки мәңге йәшел үҫемлек. Һабағының үткәргес системаһы диктио- йәки сифоностела, ябай А.һ. протостела рәүешендә; ксилемаһында трахеидтар ғына бар. Ер өҫтөндә һабаҡтары юҡ йәки осонда япраҡ шәлкеме булған төҙ һабаҡлы, ҡайһы ваҡыт ергә түшәлгән, эпифиттарҙың һабағы ҡыҫҡа йыуан. Япрағы (вайялары) эре, ҡауырһын һымаҡ, һирәгерәк бөтөн йәки бармаҡ һымаҡ; йәш япрағы ҡусҡар һымаҡ төрөлгән, уртаса бүлкәттә үҫкән төрҙәр бер йылдан әҙерәк йәшәй, тропик А.һ. — күп йыллыҡ. Вайялар ғәҙәттә фотосинтез һәм спора туплау функцияларын берләштерә, оноклеяла, ерек абағаһында һ.б. ҡайһы бер заттарҙа 2 типлы: фотосинтезлаусы һәм спора туплаусы. Спорангийҙары ваҡ (мараттияларҙа һәм йылан абағаларында — эре), аҙ споралы, сорустарға берләшә. Тигеҙ споралы А.һ. морфологик яҡтан бер үк спораларҙан гаплоидлы, автотроф, ике енесле (антеридиялар һәм архегониялар м‑н) гаметофиттар — йәшел, ғәҙәттә ҡыҫҡа ғүмерле ризоидлы пластинкалар — үҫешә; төрлө споралыларҙа — микро- (ата) һәм макроспоралар (инә), уларҙан ваҡ бер енесле гаметофиттар барлыҡҡа килә. Аталаныу һыулы мөхиттә күп ҡамсылы сперматозоидтар ярҙамында бара. Зиготанан диплоидлы спорофит барлыҡҡа килә. Вегетатив үрсеү тамырһабаҡтар һәм үрсеү бөрөләре (япраҡта, һабаҡта, тамырҙа барлыҡҡа килә) аша бара. Күләгәле һәм таулы урманда, ҡая ярығында, һирәгерәк һаҙлыҡта, һаҙлы урманда (һаҙ телиптерисы, ҡырлы туйыр абағаһы һ.б.), болонда (йылан абағаһы һымаҡтар ғаиләһенең күп төрҙәре) һәм һыуҙа (күл сальвинияһы) үҫә. Күп А.һ. респ. бөтә терр‑яһында таралған, Виргин тәлгәшле абағаһы, ябай йылан абағаһы, бәйләүсән фегоптерис һ.б. башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. А.һ. декоратив бүлмә үҫемлеге булараҡ үҫтерелә, ир туйыр абағаһы — дарыу үҫемлеге, ҡаҙаяҡтың йәш япраҡтары ашарға яраҡлы. Ағас һымаҡ А.һ. ҡалдыҡтары таш күмер ятҡылыҡтарын барлыҡҡа килтергән. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына А.һ. 10 төрө (ярым ай һымаҡ тәлгәшле абаға, судет бөрсөклө абағаһы, ябай йылан абағаһы, реликт альп вудсияһы, Дайк бөрсөклө абағаһы һ.б.) индерелгән.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Smith, A. R., K. M. Pryer, et al. A classification for extant ferns (инг.) // Taxon. — 2006. — Т. 55(3). — С. 705—731.
  • Rothwell, G. W. and K. C. Nixon. How does the inclusion of fossil data change our conclusions about the phylogenetic history of euphyllophytes // Int. J. Plant Sci.. — 2006. — Т. 167(3). — С. 737—749.
  • Kramer, K. U. Notes on the Higher Level Classification of the Recent Ferns // K. Kubitzki, K. U. Kramer and P. S. Green The Families and Genera of Vascular Plants: Pteridophytes and Gymnosperms. — New York: Springer-Verlag, 1990. — Т. 1. — С. 49—52.
  • Charles T. Druery. British ferns and their varieties. — London: E. P. Dutton and Co., 1912?.

Һылтанмалар