Аҡыл
Аҡыл (бор. грек.
Аҡыл материяның миллионлаған йылдар дауамында барлыҡҡа килгән бары тик кеше (homo sapiens) төрөнә генә «бирелгән», уға ғына хас күренеш. Кешелек донъяһы был сифатты юғалтмаясаҡ. Кеше уның ярҙамында яһалма аҡыл (төрлө компьютерҙар) тыуҙыра ала, ләкин яһалма аҡыл һис-ҡасан да тарихи процесс нәтижәһендә барлыҡҡа килгән тәбиғи аҡылды алмаштыра алмаясаҡ. Яһалма аҡыл кешенең математик, инженерия һ.б. шундай интеллектыуаль һәләттәргә эйә булған ҡиммәттәрҙе тыуҙырырға һәләтле булһа ла, ысын, тәбиғи рәүештә тыуа торған хистәргә, тойғоларға эйә була алмаясаҡ. Аҡыл теге йәки был индивидта булырға ла, булмаҫҡа ла мөмкин. Конкрет индивид тыумыштан уҡ мәхрүм булырға мөмкин. Йә иһә теге йәки был сәбәп (ҡаты стресс, тирән кисерештәр, баш мейеһенән яраланыуы һ. б.) нәтижәһендә индивид аҡылын юғалтырға, аҡылдан яҙырға мөмкин.
Аҡыл термины башҡа мәғәнәлә лә ҡулланылырға мөмкин. Аҡыл ул — кешенең тирә-йүндәге предметтарға, күренештәргә, ваҡиғаларға, процесстарға тейешле анализ яһап, уларға дөрөҫ (тәңгәл) бәйә бирә алыу һәләте. Ошо һәләт булғанда уның эйәһен «аҡыллы» тип атайҙар, теге йәки был ваҡиғаларға, күренештәргә дөрөҫ анализ яһап, уларға дөрөҫ (тәңгәл) бәйә бирә алмаусыларҙы «аҡылһыҙ» тип атайҙар.
«Аҡыл» параметрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше аҡыл системаһының айырмалы һыҙаттарын тәшкил иткән параметрҙарға түбәндәгеләр инә:
- Хеҙмәт хәтере күләме, күҙаллау һәләте, инструменталь эшмәкәрлек, логика[3],
- Күп кимәлле (нейрондарҙың 6 ҡатламы) ҡиммәтле мәғлүмәтте системалы һайлап алыу иерархияһы[4],
- Аң[5],
- Хәтер[6].
Аңда «аҡыл» урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аң процестарында үҙ-үҙеңде күҙәтеү күренештәрҙең өс төп төркөмөн айырып тора:
- Ҡабул итеү һәм уларҙың аҡыллы эшкәртеү;
- Эмоциональ тигеҙлектең үҙгәреүе;
- Ихтыяр теләктәре.
Был айырма был элементтарҙың береһе лә бөтөнләй булмаған аң хәле юҡ тигән мәғәнәлә абстракция булып тора; әммә уларҙың төрлө һан һәм сифат комбинациялары мөмкинселеге, береһен икенселәре менән бергә туплау мөмкин түгеллеге беҙҙе объектив объекттарҙың формаһын һәм төҫөн бер ҡасан да саф ҡиәфәтендә күҙәтелмәгәнсә айырға мәжбүр итә. Психик процестарҙың төп төркөмдәренең беренсеһе аҡыл, аҡыл йәки танып белеү эшмәкәрлеге тип атала. Был төркөм күренештәренең төрлөлөгө һәм дифференциалланыусы аҡыл процестарҙың башҡа төркөмдәрҙең процестарына ҡарата һан яғынан өҫтөнлөгө «аҡыл» төшөнсәһенең киңәйеүенә һәм уның менән аң күренештәренең дөйөмлөгөн тиңләштереүгә килтерә;
Өс ағзанан торған бүленеш психологияла башлыса Иммануэль Кант арҡаһында киң таралыу ала. Аҡыл әүҙемлеген уның элементтарында (ҡабул итеү, иғтибар, ассоциациялар, хәтер, аң, фекер) өйрәнергә мөмкин, сөнки улар индивидуаль психологияла берләшкәндәр һәм аҡыл яғынан индивидуаллекте ҡылыҡһырлай.
Аҡыл һәм хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡыл хәтер менән бер түгел, ул белемдәр күләме менән дә тәңгәл түгел. Һәр юғары мәктәп тамамлаған, хәтта һәр ғилми дәрәжә алған кеше лә аҡыл эйәһе тигән һүҙ түгел әле. Аҡыллы, йәғни күренештәргә дөрөҫ анализ яһарға һәләтле кеше, юғары мәктәп бөтөрмәгән дә булырға мөмкин, сөнки һуңғылар араһында дыуамаллы (аҡылһыҙлык сифатындағы) кешеләр ҙә осорай. Аҡыл — кешенең төрлө предметтарға, күренештәргә, процесстарға тейешле анализ яһап, уларга дөрөҫ (тейешле) бәйә бирә алу һәләте, тип әйтһәк тә, ул төрлө формала сағылырға мөмкин. Аҡылдың түбәндәге төрҙәрен айыралар. Концептуаль аҡыл логик, математик һәм лингвистик мәсьәләләрҙе сисеүҙә яҡшы. Социаль аҡыл үҙен йәмғиәттәге проблемуларҙы аңлау, уларҙы сисеү юлдарын таба белеүҙә күрһәтә. Эстетик аҡыл күренештәрҙең сағылыу формаларын асыҡлауҙа, шулай уҡ образлы фекерләүҙә үҙен аса. Техник-технологик аҡыл етештереү өлкәһенә һәм конкрет етештереү эшендә тыуа торған проблемаларҙы хәл итә белеүҙә сағыла. Әлбиттә, килтерелгән классификация тулылыҡҡа дәғүә итмей, ләкин иғтибарҙы уларға йүнәлтеү аҡыл феноменының ҡатлаулы һәм күп ҡырлы феномен икәнлеген күрһәтә ала тип һанарға кәрәк.
Аҡыл һәм иғтибар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Психик эшмәкәрлек барышына йоғонто яһаусы тағы бер мөһим фактор — иғтибар. Ҡабул итеү процестарына йоғонто яһай ҙа инде, уға йүнәлтелгән тәьҫораттарға һиҙгерлегебеҙҙе арттыра. Уның тойоуҙарҙы эшкәртеү процестарындағы роле тағы ла әһәмиәтлерәк. Аңыбыҙҙың мейе ҡабул иткән тәьҫораттар ғына таныһа, был бәйләнеш тә үҙ-ара бәйле, һәм ҡабул итеү аңыбыҙҙа элекке психик тәжрибәнең эҙҙәре генә тергеҙелә. Һәр ҡараш үҫешкән аңда шул тиклем аһәң эҙҙәр таба, унан сыҡҡан идеяларҙың ирекһеҙ ағымы бик күп төрлө һәм ҡайһы саҡта бөтөнләй осраҡлы характер ала.
Һуңғыһы беҙ арығын ваҡытта үҙебеҙҙең ассоциацияларға тулы ирек бирәбеҙ.
Аҡыл һәм арыусанлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡыл эшмәкәрлегенең барышын билдәләүсе мөһим пункт булып шәхестең «арыусанлығы» тора. Аҡылға зәғифтәрҙә, идиоттарҙа, аҡыллы тормоштоң ҡартлыҡ һөҙөмтәһендә тарҡалыуында был бик ҙур. Күнегеүҙәр тәьҫирендә кәмей барыуы, таныш өлкәләрҙә шөғөлләнгәндә һиҙелмәүе, шул уҡ ваҡытта арыусанлыҡ — һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә — хәтер һәм иғтибар кеүек ҡырҡа индивидуаль характерға эйә һәм аҡыл яғынан индивидуаллек характеристикаһына мөһим билдәләренең береһе булараҡ ингән. Беҙҙә махсус арыусанлыҡтың айырым бер төрө бар: был осраҡтар генийҙы психоз менән тигеҙләүсе теорияһының барлыҡҡа килеүенә килтерә, сөнки гениальность йыш ҡына нерв- һәм психастения менән оҙатылып килә. Тәьҫораттар артыуына һәм һуңғыһында төҙәтмә табыуға ҡарап, был арыусанлыҡ яҡшы шарттарҙа ҙур эш башҡарыу мөмкинлеген дә инҡар итмәй.
Аҡыл һәм ихтыяр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәти психик процестар серияһы (ҡабул итеү, аҡыл эшкәртеүе, ихтыяр реакцияһы) йыш ҡына тулыһынса йә пассив хыяллыҡ йоғонтоһонда эшләнмәй, йәки белем биреү һәүәҫкәр эшмәкәрлекте тәртипкә алмаштырыуы һәм шәхестең аҡыл эшенең ихтыяр акты урынына бойороп рефлексив үтәлеүен ҡуя. Ошонан аҡыл һәм ихтыяр өлкәләрҙең сәйер бүленеүе лә ихтимал.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Descartes, R. (1641) Meditations on First Philosophy, in The Philosophical Writings of René Descartes, trans. by J. Cottingham, R. Stoothoff and D. Murdoch, Cambridge: Cambridge University Press, 1984, vol. 2, pp. 1-62.
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) / Ф.Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — 432 б. — ISBN 978-5-295-05389-4 (т. 1) — ISBN 978-5-295-05388-7
- ↑ Марков А. Эволюция человека. Обезьяны, нейроны, душа. М.: Астрель. 2011. — 512 с. ISBN 978-5-271-36294-1
- ↑ Хокинс Д., Блейксли С. Об интеллекте. М.: ООО "И. Д. Вильямс, 2007. — 240 с. ISBN 978-5-8459-1139-1
- ↑ Рамачандран В. С. Рождение разума. Загадки нашего сознания. М.: ЗАО «Олимп-Бизнес», 2006. — 224 с. ISBN 5-9693-0022-5
- ↑ Кандель Э. В поисках памяти. Возникновение новой науки о человеческой психике. М.: Астрель. 2012. 736 с. ISBN 978-5-271-36938-4
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ум // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. — Казан: Мәфариф, 2002. — ISBN 5-7761-1122-6
Был психология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |