Блог
Блог (ҡыҫҡ. «блог» ингл. blog — web log йәғни «интернет селтәрендәге көндәлектәр, онлайн-көндәлектәр» һүҙҙәренән булдырылған неологизм) — даими рәүештә билдәле ваҡыт айырмаһы менән өҫтәлә барған яҙмалар: текст, рәсем, видео йәки башҡа мультимедиа мәғлүмәте.
Блог алып барыусыларҙы «блогер» тип атайҙар[1][2]. Интернет селтәрендәге блогтарҙың йәмғеһен «блогосфера» тиҙәр.
Блогтар, ғәҙәттәге веб-форум һәм чаттарҙан айырмалы рәүештә: — авторҙың шәхси фекерен, ҡараштарын белдерә; — комментарийҙар ҡалдырыу мөмкинселеген авторҙың ихтыярына бәйләй.
Беренсе блог тип 1992-се йылдан башлап алып барылған Тим Бернерс-Ли сәхифәһе һанала. 1996-сы йылда блогтар киң тарала башлай. 1999 йылының августында Сан-Франциско ҡалаһындағы Pyra Labs компанияһы түләүһеҙ блог алып барыу өсөн Blogger.com сайтын аса.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сотрудники «Грамоты.ру» — о том, склоняется ли слово «ИКЕА» и когда кофе стал среднего рода . The Village. Дата обращения: 20 декабрь 2014.
- ↑ Блогер . Грамота.ру. Дата обращения: 20 декабрь 2014.