(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Боковский районы — Википедия Эстәлеккә күсергә

Боковский районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Боковский муниципальный район =
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

Муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Ростов өлкәһе

Берләштерә

7 Муниципаль ойошторма

Административ үҙәк

Боковская станицаһы (Ростов өлкәһе)

Барлыҡҡа килеүе

1934

Район администрацияһы башлығы

Пятиков Юрий Александрович

Район депутаттары йыйылышы рәйесе [1]

Миллер Василий Александрович

Халҡы ([[#Н/Д[2]]])
  1. Н/Д[3]
Майҙаны

1 927 км²

Боковский муниципальный район = на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Телефон коды

+7 86382

Автомобиль номерҙары коды

61, 161

Рәсми сайты
ОКАТО

60 207 000

Бо́ковский райо́ныРәсәй Федерацияһы, Ростов өлкәһе составындағы муниципаль ойошторма. Район үҙәге — Боковская станицаһы (Ростов өлкәһе).

Боковский район Ростов өлкәһенең төньяғында, 1927 км² майҙанлы биләмәлә урынлашҡан һәм Ростов өлкәһенең көнсығышында — Волгоград өлкәһе, көньяҡ-көнсығышында — Совет районы, көньяғында — Кашарский районы, көнбайышында — Үрге Дон районы, төньяғында — Шолохов районы менән сиктәш. Район территоияһы аша Чир йылғаһы аға. Тәбиғәте хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһының байлығы менән билдәле.

Административ үҙәге — Боковская станицаһы Дондағы Ростовтан 340 километр алыҫлыҡта ята. Уға яҡын ятҡан район үҙәктәре: Кашары 70 км, Обливская — 97 км, Миллерово — 118 км, Вёшенская — 50 км алыҫлыҡта. Боковская станицаһынан Волгоградҡа саҡлы 280 км ара, Краснодарға саҡлы — 604 км, Мәскәүгә саҡлы — 999 км.

Боковский районы тарихы 1934 йылдың 28 декабренән башлана, был ваҡытта Аҙау-Ҡара диңгеҙ крайының Ростов өлкәһе тотош Вёшенский районын Ростов өлкәһенең Базковский, Боковский һәм Вёшенский райондарына айырғандар. 1963 йылда район бөтөрөлгән, ә 1970 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән яңынан тергеҙелгән.[4]

Боковский крайҙы өйрәнеү музейы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боковский район крайҙы өйрәнеү музейы рәсми рәүештә 1982 йылдың 8 майында асылған. Район крайҙы өйрәнеү музейы 1976 йылдың июнендә ойошторола башлаған. Музейҙа ете зал бар. Ул залдарҙы ҡарағанда, Дон казактары тарихының айырым осорҙарын күҙәтергә, Чир йылғаһында казактар нигеҙ һалған һуңғы тораҡтарының береһе Боковская станицаһы һәм Боковский районы барлыҡҡа килеү тарихы тураһында мәғлүмәт белергә, Ростов өлкәһе төньяғы тәбиғәте менән танышырға, экспонаттарҙан Боковский районы халҡы мәҙәниәте тарихын, уларҙың элекке һәм бөгөнгө көнкүрешен һәм йолаларын аңларға була.

Музейҙың адресы: Боковский районы, Боковская станицаһы, Теличенко тыҡрығы, 18. Юлдан өҫтәге текст

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Боковская станицаһындағы Иоанн Предтеча Раштыуа сиркәүе Боковская[5].

Ростов өлкәһенең Боковский районында (Каргинская станицаһы) Федераль әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттары урынлашҡан. Күрһәтелгән иҫтәлекле урындарға түбәндәгеләр ҡарай:

  • 1919 — 1926 йылдарҙа яҙыусы Михаил Александрович Шолохов йәшәгән һәм эшләгән усадьба. Усадьба составында тораҡ йорт (ХХ быуат башы), мал һәм ҡош-ҡорт һарайы (ХХ быуат башы), поветка (ХХ быуат башы), мөгәрәп (ХХ быуат башы), йәйге мейес (ХХ быуат башы), торналы ҡойо (ХХ быуат башы), ҡойма (XX быуат башы) һаҡланған[6]. Усадьбала Михаил Шолохов ата-әсәһе менән йәшәгән, шунда уҡ ликбез мәктәбе уҡытыусыһы, аҙаҡ — станица ревкомы хеҙмәткәре, станица статистигы булып эшләгән. 1922 йылдан Шолохов Ростовта Донпродком курстарында уҡыған, Букановская станицаһында аҙыҡ-түлек инспекторы булып эшләгән.

Был йортта Михаил Шолохов «Дон хикәйәләре» һәм «Зәңгәр дала» йыйынтыҡтарында берләштерелгән әҫәрҙәрен яҙған (1926). Бында шулай уҡ «Тымыҡ Дон» романын яҙыу ниәте барлыҡҡа килгән.

Шолоховтар ғаиләһе, был йорттан 1926 йылда күсеп китеүе сәбәпле, усадьбаны урындағы крәҫтиән М. Чукаринға һатҡан. 1945 йылдан ул А. Косых ғаиләһе милеге булып иҫәпләнгән. 1972 йылда усадьба йортон Боковский район башҡарма комитеты һатып алған. Шунда уҡ музей асылған. 1978 йылға саҡлы ихатаның бер өлөшө А. Косых ғаиләһе милегендә торған.

1984 йылдың 11 июлендә ҡул ҡуйылған РСФСР Министрҙар Советының «Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре М. А. Шолоховтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында» тигән 306-сы Постановлениеһы нигеҙендә усадьба М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы составына индерелгән.

Усадьба йортоноң архитектураһы XX быуат башындағы Үрге Дон ауылдарына хас. Эстән йорт соландан, аш-һыу, йоҡо һәм түрьяҡ бүлмәләренән тора. 1924—1926 йылдарҙа түрьяҡта Михаил Шолохов ҡатыны, ҡыҙы Светлана менән йәшәгән. Хәҙерге ваҡытта йортта яҙыусы йәшәгән егерменсе быуат уртаһындағы йыһаз тергеҙелгән[7].

  • Сиркәү эргәһендәге училище. Бында 1912—1914 йылдарҙа Михаил Шолохов уҡыған[8].

Район халҡы — 14 меңдән артыҡ кеше.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боковский районы составына 7 ауыл биләмәһе инә:

  1. Боковский ауыл биләмәһе (Боковская станицаһы, Астахов утары (Боковский районы), Белавин утары (Боковский районы), Горбатов утары (Боковский районы), Дубовой утары (Боковский районы), Дуленков утары (Боковский районы), Ильин утары (Боковский районы), Коньков утары (Боковский районы)
  2. Ростов өлкәһе Верхнечирский ауыл биләмәһе (Верхнечирский утары (Боковский районы), Большенаполовский утары, Ейский утары (Боковский районы), Ильичевка утары (Боковский район), Красный Октябрь ҡасабаһы (Боковский районы)
  3. Ростов өлкәһе Грачёвский ауыл биләмәһе (Грачёв утары, Козырёк утары, Лиховидовский утары (Боковский районы), Размётный утары (Боковский районы)
  4. Ростов өлкәһенең Земцовский ауыл биләмәһе (Земцов утары, Вербовка ауылы (Боковский районы), Верхнеастахов ҡасабаһы (Боковский районы), Евлантьев утары (Боковский районы), Малаховский утары (Боковский районы), Пономаревка ауылы (Боковский районы), Таловка ауылы (Боковский районы)
  5. Ростов өлкәһенең Каргинский ауыл биләмәһе (Каргинская станицаһы, Вислогузов утары (Боковский районы), Грушинский утары (Боковский районы), Климовка утары (Боковский районы), Латышев утары (Боковский районы), Попов утары (Боковский районы), Рогожкин утары (Боковский районы)
  6. Ростов өлкәһенең Краснозоринский ауыл биләмәһе (Краснозоринский ҡасабаһы, Горки ҡасабаһы (Боковский районы), Стожки ҡасабаһы (Боковский районы), Яблоновский ҡасабаһы (Ростов өлкәһе)
  7. Краснокутский ауыл биләмәһе
  • Район администрацияһы түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: 346250, Боковская станицаһы, Теличенко тыҡрығы, 32.
  • Район администрацияһы башлығы: Пятиков Юрий Александрович.
  • Телефон: (86382) 3-10-44, (86382) 3-14-53. (Боковский районы) Краснокутский ауыл биләмәһе (Краснокутская станицаһы, Илларионов утары (Боковский районы), Каменка утары (Боковский районы), Орехов утары (Боковский районы), Свиридов утары (Боковский районы), Фомин утары (Боковский районы)
Факс: (86382) 3-13-53.
  • СПК «Каргинский колхозы»,

Район иҡтисадының төп тармағы — ауыл хужалығы. Районда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм реализациялау менән шөғөлләнгән 17 коллектив хужалыҡ һәм 160-тан артыҡ КФХ (крәҫтиән-фермер хужалығы) бар. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең төп йүнәлеше булып иген һәм техник культуралар етештереү, малсылыҡ тора.

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр араһында иң эре хужалыҡтар булып:

  • СПК «Боковский колхозы»,
  • СПК «Краснокутский колхозы»,
  • СПК «Балыҡ етештереүсе Маяҡ колхозы» һанала.

Районда кирбес һәм ике асфальт заводы эшләй. Өлкә үҙәге һәм күрше райондар менән транспорт бәйләнеше автобустар ярҙамында тормошҡа ашырыла.

  • Ростов өлкәһенең административ бүленеше
  • Ростов өлкәһенең тораҡ пункттары

Ҡалып:Ростов өлкәһенең Боковский районы Ҡалып:Ростов өлкәһе

  1. РАЙОННОЕ СОБРАНИЕ ДЕПУТАТОВ
  2. Боковский районы > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. Боковский районы > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  4. История Донского края — Боковский район 2013 йыл 30 октябрь архивланған.
  5. Церковь Рождества Иоанна Предтечи в станице Боковская
  6. Усадьба, в которой жил и работал в 1919—1926 годах писатель Михаил Шолохов 2016 йыл 28 декабрь архивланған.
  7. Каргинский мемориально-исторический комплекс
  8. Здание приходской школы, в которой учился М. А. Шолохов 2016 йыл 29 декабрь архивланған.