Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ваҡ һаралйын , кәрлә һаралйын, тупылдаҡ(рус. Гаршнеп, лат. Lymnocryptes minimus)— ҡыҫҡа аяҡлы, оҙон суҡышлы, арҡаһы көрәнһыу буйлы, ҡорһағы аҡ төҫтәге көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған сыйырсыҡ ҙурлыҡ һаҙ ҡошо. Европаның һәм Азияның төньяғында йәшәй торған күсмә ҡош.
Турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон суҡышлы, ҡыҫҡа аяҡлы бәләкәй генә сәпсәү. Ерәнһыу көрән һырты буй-буй ҡара һәм һары һыҙыҡтар менән сыбарланған. Түше нәҙек кенә һорғолт һыҙыҡлы. Ҡорһағы аҡ. Зырҡыуыттан һәм һаралйындан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.
Киҫкен генә «ҡыһх» тигән тауышлы, уйын ваҡытында тояҡ тауышына оҡшаған «туп-туп-туп» йәки «тет-тет-тет» тигән тауыштар сығара.
Күл, йылға, һаҙлыҡ, батҡылдарҙа йәшәй. Селәүсен, һыу бөжәктәре, еләк менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ергә ҡора. Көрән һәм ҡыҙғылт һоро
таптар менән сыбарланған 4 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)