(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Зарубин Иван Никифорович — Википедия Эстәлеккә күсергә

Зарубин Иван Никифорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зарубин Иван Никифорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1736
Тыуған урыны Уральск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 ғинуар (4 февраль) 1775
Вафат булған урыны Өфө, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы

Зарубин Иван Никифорович (1736 — 24 ғинуар (4 февраль) 1775), күберәк Чика ҡушаматы буйынса билдәле — Яйыҡ казагы, 1772 йылғы Яйыҡ ихтилалында һәм Емельян Пугачевтың етәкселегендәге 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Казак хоҡуҡтарының ялҡынлы, ышаныслы һаҡсыһы[1]. Поход атаманы И. Ульяновтың туғаны. 1773 йылдың декабренән 1774 йылдың мартына тиклем «граф Чернышёв» исеме аҫтында Өфөнө ҡамау һәм, дөйөм алғанда, Башҡортостанда, Кама алдында, Уралда һәм Көнбайыш Себерҙә хәрби ғәмәлдәр менән етәкселек итә.

Зарубин Үҙәндәр буйында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1772 йылғы Яйыҡ ихтилалының әүҙем ҡотортоусыһы булараҡ Ембулат фажиғәһенән һуң Чика-Зарубин ҡаты язанан ҡотолоп ҡала — 1772 йылдың июлендә ике туған ағаһы Илья Ульянов менән йыраҡ дала утарҙарында, Үҙәндәр (Оло Үҙән һәм Кесе Үҙән йылғалары бассейны) аръяғында йәшенеп ҡала. Зарубин шулай уҡ ғәскәр байраҡтарының береһен ҡотҡарып алып ҡала.

Пугачев менән осрашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Зарубиндың Пугачев менән осрашыуы тураһында Ырымбур йәшерен комиссияһында сотник Т. Г. Мясниковтан алынған һорауҙарҙа ентекле бәйән ителә (9 май 1774 йыл).

1773 йылдың авгусы тирәһендә Чика-Зарубин, «батша» килеп сығыуы тураһында ишетеп, Яйыҡҡа ҡайта. Пугачевты күрер өсөн ул дуҫы Мясников менән Таловый ауылына бара, бер-ике көндән ҡырҙа Д. Караваевты һәм М. Шигаевты күреп ҡала. Оҙаҡ ҡына быларҙы тикшергәндән һуң, хатта ант бирҙертеп, Караваев уларҙы «батша» менән таныштыра[2]. Соҡорҙан Караваевтың тауышына башта — Шигаев, артынса өҫтөнә йөн туҡыманан сәкмән, аяҡтарына итек кейгән, эшләпәле таныш булмаған кеше килеп сыға. Осҡор күҙле Мясников был әҙәм казакка оҡшамағанын һиҙеп ҡала, әммә ул да, Чика ла быға артыҡ әһәмиәт бирмәйҙәр.

Билдәһеҙ кеше үҙ «тарихын» һөйләй, күлдәген йыртып, күкрәгендәге «батша билдәләрен» — таптарҙы күрһәтә. Мясников иҫләүенсә, Караваев Зарубинға «батшаны» һаҡлау бурысын йөкмәтә (10 ғинуар 1775 йыл).

Зарубин, Шигаев, Мясников, Караваев һәм Кожевников Пугачевтың хәлен даими белешеп торалар, был ваҡытта ул отставкалағы һалдат Степан Оболяев йортонда йәшәй. Казак-заговорсылар Яйыҡтағы яңы ихитилалдың пландарын барлайҙар. 31 августа Пугачев Оболяевтың йортонан Кожевниковтың утарына күсә. Тап ошонда Зарубин һәм башҡа казактар 1772 йылдан һаҡланған 12 иҫке ғәскәр байраҡтарын алып киләләр.

Ихтилалдың беренсе көнөнән алып[3], 1773 йылдың 17 сентябренән, Зарубин Пугачевтың иң яҡын кәңәшселәре араһында була. Яйыҡ ҡаласығынан сапҡын «батшаның» эҙенә төшөүҙәре һәм тиҙ арала утарға хөкүмәт командаһы килеп етәсәге тураһында хәбәр иткәс тә, казактар лагерҙы ташлап, Толкачевтың утарына табан юл алалар. Юлда Пугачев Зарубинға — Толкачев утарына бөтә фекерҙәштәрҙе йыйырға, ә Иван Почиталинға Яйыҡ ғәскәренә ҡарата батша указы тексы өҫтөндә эшләй башларға бойора.

Зарубин Пугачевтың «Йәшерен думаһына» инә, баш күтәреүселәр ғәскәрендә командалыҡ вазифаларҙы биләй, Яйыҡ ҡәлғәләрен алыуҙа һәм ҡамауҙа ҡалған Ырымбур тирәһендәге бәрелештәрҙә ҡатнаша. Поход атаманы А. А. Овчинников менән бергә йыйылма отрядты етәкләй, әлеге отряд Ырымбур эргәһендәге Юзей ауылында генерал В. А. Карҙың карателдәр корпусын ҡыйрата. Ошо еңелеүҙән һуң Кар командалыҡты генерал-майор Фрейманға тапшыра һәм Мәскәүгә ҡайта[4].

1773 йылдың декабрь башында Зарубин Өфө өйәҙенә, пушкалар һәм снарядтар етештереүҙе ойоштороу өсөн Воскресенка баҡыр иретеү заводына йүнәлтелә[5]. Уны Ульянов Илья һәм Яков Антипов оҙаталар. Зарубин эште бик тиҙ яйға һала, әммә Воскресенка заводында Зарубинға оҙаҡ булырға тура килмәй.

Декабрь башында Пугачев хәрби байраҡты һаҡлаусыға «граф Чернышёв» титулын бүләк итә. 14 декабрҙән һуң Зарубинды Воскресенка заводынан ихтилал отрядтары менән етәкселек итеү өсөн Өфөгә ебәрә[6]. Зарубин урыҫ крәҫтиәндәренән, казактарҙан, башҡорттарҙан, татарҙарҙан, марыйҙарҙан торған отрядтарҙы 12-меңлек армияға берләштерә. Зарубин-Чернышёв гарнизон һәм отставкалағы хәрбиҙәр ополчениеһы, урындағы казактар, дворяндар һәм посад кешеләре һағы аҫтындағы булған Өфөнө ҡамауға алыу менән булыша башлай. Уның башланғысы буйынса, Өфө эргәһендәге Чесноковка ауылында Урта Уралда, Кама алдында һәм Урал аръяғындағы баш күтәреүселәр хәрәкәте менән етәкселек итеү өсөн штаб булдырыла. Әлеге штаб Ырымбур тирәһендәге Бәрҙе биҫтәһендә булған Пугачёвтың төп штабының эшмәкәрлеген тулыландыра[7].

1774 йылдың ғинуарында Чикa-Зарубин ҡарамағына Көңгөрҙө үҙ отрядтары менән блокадала тотҡан атамандар һәм полковниктар инәләр[8]: И. С. Кузнецов, Салауат Юлаев, Бәхтийәр Ҡанҡаев, Илсеғол Итҡолов, М. Е. Мальцев һәм мишәр Ҡәнзәфәр Усаев. Шул уҡ айҙа атамандар И. Н. Белобородов һәм Усаев Екатеринбургка поход ойошторалар. Ғинуар аҙағында Зарубин атаман Кузнецовҡа Ҡәнзәфәр Усаевты Көңгөргә саҡыртып алырға һәм уны ҡулға алырға бойора:

  • бойороҡтарҙы үтәмәгәне өсөн,
  • трофей милекте үҙләштергәне өсөн,
  • Ачит ҡәлғәһенең коменданты капитан В. Воиновты сәбәпһеҙ язалағаны өсөн.

Шунан һуң Чика-Зарубин Ҡәнзәфәрҙе Пугачевҡа хөкөмгә ебәрә. Конвой аҫтында һәм бығауҙарҙа Бәрҙе биҫтәһенә килтерелгән Усаев үҙенең ғәйебен таный һәм уны Пугачев ярлыҡай. Усаев Белобородов ҡарамағына ебәрелә.

Өфө янындағы уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, Зарубин һәм Чесноковка штабы ҡарамағына бирелгән ҙур территорияла «граф Чернышевтың» абруйы һәм власы танылыу таба. 1774 йылдың ғинуар башында баш күтәреүселәр Ижевск заводын баҫып алалар. Чесноковкаға завод ҡаҙнаһы һәм һаны 1700 кешегә еткән завод отряды ебәрелә. Воткинск заводынан да киләләр. Зарубинға баш күтәреүселәрҙең Ҡаҙан крайында, Пермь провинцияһынан, Силәбенән һәм Башҡортостандың бөтә дүрт даруғаһынан хәрәкәттәр хаҡында хәбәрҙәр килеп тора[9]. Зарубиндың бойороҡтарына ярашлы Чесноковканан алыҫ булған Ҡаҙан губернаһында атамандар һәм есаулдар тәғәйенләнә. Нәҡ Чесноковкала Уҫы һәм Үрге Муллалар тирәһендә һуғышҡан Әбдей Абдуллов полковник чинын ала. Уралдағы «батша Петр III» вәкиле тураһында хәбәр хатта Себергә тиклем барып етә.

1774 йылдың 8 февралендә атаман Грязнов Силәбе ҡәлғәһен ҙур ҡыйынлыҡ менән ала. Өфөләге дүрт айлыҡ көрәш тә уңышһыҙ тамамлана. Шул уҡ ваҡытта Өфөгә көнбайыштан И. И. Михельсондың карателдәр корпусы яҡынлаша һәм 1774 йылдың 24 мартында Зарубиндың отрядтарына һөжүм итә. Белобородовҡа китеп барған Ҡәнзәфәр Усаев Зарубин менән бергә яурынға яурын хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғыша, әммә уларға, яу яланында 500 үлеләрҙе, бөтә пушкаларын ҡалдырып, сигенергә тура килә. Ә барыһы сигенеү ваҡытында 7 мең кеше әсирлеккә эләгә[10].

Әсирлеккә алыныу һәм язалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чесноковкала еңелгәндән һуң үҙенең иң яҡын көрәштәштәре менән (И. И. Ульянов, И. В. Губанов, С. П. Толкачев) һәм тағы ла егерме казак менән Зарубин Табын ҡәлғәһенә ҡаса[11]. Бында уларҙы Табын казактары тотоп хөкүмәткә тапшыралар (26 март). Ике-өс көндән Зарубинды һәм уның иптәштәрен бер ихтилалсы-атаман азат итергә маташа[12]. Исеме билдәһеҙ ҡалған атаманды аҫып үлтерәләр[13].

Чика-Зарубиндан һорауҙарҙы Өфөлә алалар, һуңынан — Ҡаҙанда. Һорауҙарҙа ул һәр ваҡыт үҙен ҡаҡшамаҫ ныҡышмалыҡ менән һәм ҡыйыу тота. Чиканы бола башында ялған батшаны раҫлап, күп кешене юлдан яҙҙырыуҙа ғәйепләйҙәр. Тикшереүҙе алып барған П. С. Потемкин Екатерина Икенсегә Зарубинды бер нисек тә тәүбәгә килтерә алмағаны тураһында хәбәр итә.

1774 йылдың ноябрендә Зарубин, Пугачевтың иң яҡын көрәштәштәре — Перфильев, Шигаев, Подуров һәм Торнов — кеүек, «генераль тикшереү» үткәреү өсөн Мәскәүгә оҙатыла. Бында ла аяуһыҙ язалауға ҡарамаҫтан Зарубин шәхсән ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Тикшереү алып барған Шешковскийҙың һорауҙарына яуап биреүҙән баш тарта.

Хөкөм ҡарары буйынса, 1775 йылдың 9 (20) ғинуарында Зарубиндың үлем язаһын Өфөлә башҡарырға хөкөм сығарыла. Үҙенең язалауына тиклем Зарубин Болотный майҙанында үҙенең көрәштәренең, Пугачевтың язалауын ҡарап торорға тейеш була.

Артабан Зарубинды Өфөгә алып киләләр.

1775 йылдың 24 ғинуарында (4 февраль) Зарубиндың башын киҫәләр, ул үлемгә хөкөм ителгән ихтилалдың етәкселәре араһынан иң һуңғыһы була.

Башын йәлләт ҡаҙыҡҡа ултырта, кәүҙәһен яндыралар.

  1. Девлеткамов М. И. Вехи борьбы за Яик // Ракурс. — 2004. — № 2.
  2. Азербайджанец из этноконфессиональной общности кызылбашей (буквально: «красноголовых»)
  3. Которое вошло в историю как Пугачёвское, — хотя сами повстанцы не называли и не могли его так называть.
  4. За это указом от 1 декабря 1773 года Кар был отправлен в отставку, с запретом проживания в столицах.
  5. [1] 2012 йыл 13 май архивланған.
  6. Пугачев прислал Чике из Берды «Высочайшее повеление» прибыть под Уфу
  7. Девлеткамов М. И. Вехи борьбы за Яик // Ракурс. — 2004. — № 2
  8. Пугачёвцы не раз штурмовали этот город, но взять не смогли.
  9. Башкирия вплоть до конца XVIII в. делилась на четыре административные единицы, которые назывались дорогами. Западная часть Башкирии называлась Казанской дорогой, центральная и южная часть — Ногайской, восточная часть — Сибирской; территория, тянувшаяся узкой полосой к северу от города Уфы, — Осинской дорогой.
  10. Среди которых оказался и Канзафар, вскоре, впрочем, сподобившийся бежать из плена.
  11. По утверждению Н. Ф. Дубровина, Зарубин ещё за несколько дней до разгрома отправил в Табынск казну и часть провианта. См.: Дубровин Н. Ф. Пугачёв и его сообщники. Эпизод из истории царствования Императрицы Екатерины II. — СПб.: тип. Н. И. Скороходова, 1884. — Т. 3. — 416 с.
  12. Имя его в документе не указано.
  13. В июне 1774 г. башкиры отомстили табынским казакам, атаковав и предав огню предместье Табынска. См.: Дубровин Н. Ф. Пугачёв и его сообщники. Эпизод из истории царствования Императрицы Екатерины II. — СПб.: тип. Н. И. Скороходова, 1884. — Т. 3. — 416 с.

ЗАРУБИН Иван Никифорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.