Капица Андрей Петрович
Капица Андрей Петрович | |
рус. Андрей Петрович Капица | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Бөйөк Британия СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 июль 1931[2][3] |
Тыуған урыны | Кембридж[d], Бөйөк Британия[2] |
Вафат булған көнө | 2 август 2011[4] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Мәскәү өлкәһе |
Атаһы | Капица Пётр Леонидович |
Әсәһе | Анна Алексеевна Крылова[d] |
Бер туғандары | Сергей Петрович Капица[d] |
Нәҫеле | Капицы[d] |
Һөнәр төрө | географ, геолог, геоморфолог, гляциолог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | география[5] һәм геоморфология[d][5] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның география факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | член-корреспондент[d] |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Бровко, Пётр Фёдорович[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе | география, геоморфология[d] һәм гляциология[d] |
Андрей Петрович Капица (9 июль 1931 йыл, Кембридж — 2 август 2011 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй географы һәм геоморфологы, Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры, география факультетының тәбиғәтте рациональ файҙаланыу кафедраһы мөдире[6], 1970 йылдан СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (һуңынан — Рәсәй Фәндәр академияһы).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. Л. Капицаның улы, А. Н. Крыловтың ейәне һәм һәм билдәле француз биохимигы Виктор Алексеевич Арниҙың туғаны (әсәһе Анна Алексеевна яғынан), билдәле географ И. И. Стебницкийҙың ейәне, Сергей Петрович Капицаның ҡустыһы. Ляпуновтар, Боголюбовтар, Филатовтар, Сараджевтар кеүек башҡа билдәле рус академик фамилиялы шәхестәргә туған.
1953 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетын тамалай, һуңынан шул уҡ факультеттың геоморфология тәжрибә лабораторияһында эшләй. 1958 йылда — кандидатлыҡ, ә 1968 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Антарктидаға дүрт экспедицияла ҡатнаша. 1967—1969 йылдарҙа Фәндәр академияһының Көнсығыш Африкаға геофизик экспедицияһы етәксеһе була. Көнсығыш Антарктиданың боҙлоҡ ҡатламы үҙгәреше буйынса хеҙмәт яҙа. 1971 йылда Капица «Антарктика Атласын» әҙерләүҙә ҡатнашҡан өсөн СССР Дәүләт премияһы лпуреаты була[7].
XX быуаттың һуңғы географик асыштарының береһен яһай. Антакрктидаға 1955—1957 йылдарҙағы беренсе совет экспедицияһы һөҙөмтәләрен эшкәрткәндән һуң «Восток» станцияһы аҫтындағы боҙ ҡатламы аҫтындағы ҙур күл булыуын тураһында гипотеза белдерә. 1996 йылда уның гипотезаһы раҫлана[8].
1966—1970 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының география факультетын етәкләй[9]. 1970 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1972 йылда Владивостокта СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш фәнни үҙәгенең Тымыҡ океан география институтын төҙөү инициаторы һәм уның беренсе директоры була. 1977 йылда, ауырыуы сәбәпле, Мәскәүгә ҡайта. 1978 йылда шул уҡ факультетта Дөйөм физик география һәм палеогеография кафедраһы мөдире (1987 йылда үҙгәртеп ҡорғандан һуң — тәбиғәтте рациональ файҙаланыу кафедраһы)[10]. Бер үк ваҡытта 1978—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Төп ғилми секретаре урынбаҫары һәм СССР Фәндәр академияһының күргәҙмәләр буйынса фәнни советының рәйесе була.
Кешелектең глобаль йылыныу һәм озон соҡорҙары барлыҡҡа килеүҙәге өлөшө һиҙелерлек түгел тип иҫәпләй[11][12].
Бер нисә, шул иҫәптән СССР Дәүләт премияһы (1971) һәм Д. Н. Анучин исемендәге премия лауреаты (1972). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)[13].
Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған (23.06.1961, 8.07.1981).
2011 йылдың 2 авгусында 81-се йәшендә Мәскәүҙә вафат була[14]. А. П. Капица менән хушлашыу Мәскәү дәүләт университетында уҙа[15].
Мәскәүҙең Аксиньинск зыяратында ерләнгән[16].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1249788447 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Капица Андрей Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ http://int.rgo.ru/news/andrey-kapitsa-dies-in-moscow/
- ↑ 5,0 5,1 Kapica, Andrej Petrovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Кафедра Рационального Природопользования МГУ 2016 йыл 6 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 август 2011)
- ↑ Атлас Антарктики: В 2-х тт. / Гл. ред. Толстиков Е. И. — Л.: Гидрометеоиздат, 1969. Т. 1: Карты; Т. 2. — 598 с.
- ↑ Kapitsa A. P. , Robin G. Q. de, Ridley J. K., Zotikov I. A. A Large Deep Freshwater Lake Between the Ice Sheet (инг.) // Nature. — 1996. — Т. 381. — № 6584. — С. 684—686.
- ↑ О факультете . Географический факультет МГУ. Дата обращения: 3 август 2011.
- ↑ История . Кафедра рационального природопользования МГУ. Дата обращения: 3 август 2011.
- ↑ А. П. Капица и А. А. Гаврилов, «Подтверждение гипотезы о естественном происхождении Антарктической озоновой дыры» — Доклады РАН, 1999, т. 366, № 4, с. 543—546
- ↑ https://lenta.ru/conf/kapitsa/
- ↑ Указ Президента РФ № 1015 . Kremlin.ru (21 сентябрь 2002). — «О награждении государственным наградами РФ». Дата обращения: 8 август 2011. Архивировано 26 апрель 2013 года. 2013 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Скончался Андрей Капица, первооткрыватель озера Восток в Антарктике . РИА Новости (3 август 2011). Дата обращения: 3 август 2011. Архивировано 18 февраль 2012 года.
- ↑ В Москве простились с известным российским учёным Андреем Капицей. 2019 йыл 26 июль архивланған.
- ↑ Могила А. П. Капицы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 9 июлдә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Бөйөк Британияла тыуғандар
- 2 августа вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- КПСС-тың XXIV съезы делегаттары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Рәсәй географтары
- География фәндәре докторҙары