(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Кесе Ҡоролтай — Википедия Эстәлеккә күсергә

Кесе Ҡоролтай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Ҡоролтай

Башҡортостан флагы
Ил Башҡортостан
Палата тибы Бер палатаһы
Парламент тибы Бөтә башҡорт ҡоролтайы
Нигеҙләнгән 1917
Таратылған 1919

Кесе ҠоролтайБашҡортостан автономияһының закондар ҡабул итеү органы, предпарламент.

1917 йылда 10 декабрҙә Ырымбурҙа 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында ойошторола. 22 ағзанан (башлыса Башҡорт мәркәз шураһынан) һәм съезда һайланған 3 Кесе Ҡоролтай ағзалығына кандидаттан торған. Кесе Ҡоролтай төп функциялары: автономиялы Башҡортостан хөкүмәтен булдырыу, съезда ҡабул ителгән закондарҙы эшләп бөтөрөү, парламент саҡырыу. 1917 йылда 20 декабрҙә Кесе Ҡоролтай тарафынан Башҡорт хөкүмәте һайлана (үҙенең ағзалары составынан) һәм раҫлана. 1919 йылда эшмәкәрлеген туҡтата.

Юныс Бикбов (рәйес), полковник Шаһихәйҙәр Аҡсулпанов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Сәйетгәрәй Мағазов, Ғабдрахман Фәхретдинов, Нуриәғзәм Таһиров, Ғәйнулла Ғирфанов, Әхмәтзәки Вәлидов, Хәжиәхмәт Рәмиев, Муса Смаҡов, Ғәлиәхмәт Айытбаев, Хабибулла Ғәбитов, Ризаитдин Фәхретдинов, Шәриф Манатов, Сәғит Мерәҫов, Харис Йомағолов, Йыһангәрәй Әмиров, Ғүмәр Ҡыуатов, Илдархан Мутин, Искәндәрбәк Солтанов, Усман Тоҡомбәтов, Ғабдулла Иҙелбаев[1][2].

  • Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 53. — 304 с.
  • Башкирское национальное движение 1917 — 1920 гг. и А. Валиди: Зарубежные исследования // Сост. и вступительная статья И. В. Кучумова. — Уфа: Гилем, 1997. — 250 с.
  • Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 364 с.
  • Юлдашбаев Б. Х. Учредительный курултай как вершина Башкирского национального движения// Этнополитическая мозаика Башкортостана. В 3 т.. — М., 1992. — Т. II.
  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Постановление III Всебашкирского учредительного съезда Башкурдистана от 20 декабря 1917 года