Нәфес
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Нәфес (ғәр. النفس; рус. Нафс) — исламда — кешенең асылы, уның "мин"е, уның эгоһы. Кешегә һәм ендәргә хас булған барлыҡ кире сифаттарҙы ла нәфес тип атайҙар, башҡорт телендә ул нәфсе (нәпсе) варианты менән йөрөй[1].
Нәфсе булараҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфес йыш ҡына шәриғәт ҡанундарына ҡаршы килгән теләктәрҙең сығанағы менән бер үк — йәғни, нәфсе итеп ҡарала. Ҡөрьән Кәримдәге Ән-Нәзиғәт сүрәһе аяттарында нәфсеһен еңеп сығыусыларға ожмах баҡсалары вәғәҙә ителгән.
Үә әммә берәү Аллаһ алдына баҫып Уға яуап биреүҙән ҡурҡһа, үә үҙен нәфесе теләгән гонаһлы эштәҙдән тыйһа,әлбиттә, йәннәт уға урындыр |
.
[2]. Һәр бер мосолман бөтә ғүмере буйына үҙ нәфсеһе менән көрәшергә тейеш[3].
Нәфес һәм рух
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә ғәрәп шиғриәтендә нәфес «шәхес» йәки «кеше» тигәнде, "ә «рух» һүҙе «һулыш алыу» йәки «ел» тигәнде аңлатҡан. Ҡөрьәндә нәфес һүҙе менән "йән"де, ә рух һүҙе менән Рәсүлдең махсус фәрештәһе һәм айырым илаһи сифат аңлатыла.Ҡөрьән иңгәндән һуңғы әҙәбиәттә нәфс менән рухтың әһәмиәте үҙ-ара бәйле һәм кеше рухына, фәрештәләргә һәм ендәргә ҡарата ҡулланыла[4].
Нәфес Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфес һүҙе (күпл. әнфүс һәм Нүфүс) Ҡөрьәндә биш мәғәнәлә ҡулланыла[4].
Кеше йәненең 3 ҡылыҡһырламаһы бар:[5]:
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: нәфес фәрештәләргә ҡарата ҡулланылмай[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, 30-сы бит — ISBN 5-200-01108-6
- ↑ Ән-Нәзиғәт 79:40, 41
- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Encyclopaedia of Islam, 1993
- ↑ Encyclopaedia of Islam, 1993, с. 880
- ↑ Йусуф 12:53 (Кулиев)
- ↑ Ҡаф 50:16 (Кулиев)
- ↑ Ән-Нәзиғәт 79:40 (Кулиев)
- ↑ Әл-Кәһф 18:27 (Кулиев)
- ↑ Әл-Хәшр 59:9 (Кулиев)
- ↑ әл-Ҡийәмә 75:2 (Кулиев)
- ↑ Әт-Тәүбә 9:118 (Кулиев)
- ↑ Әл-Фәджр 89:27 (Кулиев)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Нафс // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Nafs / Calverley, E.E. and I.R. Netton // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |