(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Пикфорд йорт-музейы — Википедия Эстәлеккә күсергә

Пикфорд йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Пикфорд йорт-музейы (ингл. Pickford's House Museum) — Дерби ҡалаһында георгион архитектураһы бинаһында урынлашҡан музей.

Музей бинаһы

Был бинаны 1760 йылда архитектор Джозеф Пикфорд (ингл. Joseph Pickford) үҙ ғаиләһе өсөн төҙөгән. Һуңынан ул үҙ йортон бай клиенттарға үҙ эшенең өлгөһө итеп күрһәткән[1]). Был бинала костюмдар һәм георган осоро музейы урынлашҡан. Беренсе ҡатында ҡунаҡ, аш, ял, гардероб, кухня, кер йыуыу бүлмәләре, келәт һәм хеҙмәтеләр өсөн һалам түшәкле ял бүлмәһе урынлашҡан. Йорттоң подвалы 1940 йылдарҙағы кеүек бомбанан һаҡланыу урыны итеп эшләнгән. Өҫкө ҡат ҡурсаҡ театрҙарына һәм уларҙың тарихына бағышланған[2]. 2006 йылдың апреленән музей, ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан[1], ойошторолған төркөмдәр өсөн генә эшләй.

  1. 1,0 1,1 Protesters opposing museum cuts (ингл.).
  2. Pickford's House Museum (ингл.). Архивировано 26 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 15 июнь архивланған.