(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Полина Виардо — Википедия Эстәлеккә күсергә

Полина Виардо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Полина Виардо
франц. Pauline Viardot[1]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[2][1][3]
Гражданлыҡ  Франция[4][1]
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Michelle Ferdinande Pauline García[1]
Тыуған көнө 18 июль 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3][2][5][…]
Тыуған урыны Париж, Франция[3][6][1]
Вафат булған көнө 18 май 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3][2][5][…] (88 йәш)
Вафат булған урыны VII Париж округы[d], Париж, Франция
Ерләнгән урыны кладбище Монмартр[d][7]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Мануэл Гарсиа[d][8][9]
Әсәһе Joaquina Sitchez[d]
Бер туғандары Мануэль Патрисио Родригес Гарсиа[d] һәм Мария Малибран[d][1][10]
Хәләл ефете Луи Виардо[d][11]
Балалары Поль Виардо[d] һәм Луиза Эритт-Виардо[d]
Һөнәр төрө композитор, йырсы, опера йырсыһы, вокальный педагог, пианист
Биләгән вазифаһы Member of the Royal Swedish Academy of Music[d]
Уҡыусылар Ада Адини[d], Дагмар Лунд[d], Карлотта Гросси[d], Anna Schoen-René[d] һәм Puskova Olga Alexandrovna[d]
Кемдә уҡыған Мануэл Гарсиа[d] һәм Ференц Лист
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d][9]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d][1]
Жанр Опера[9] һәм классик музыка
Тасуирлау биттәре stadtlexikon.karlsruhe.de/…[12]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][13]
 Полина Виардо Викимилектә

Полина Виардо (франц. Pauline Viardot), тулы исеме Мише́ль Фердина́нда Поли́на Гарси́а Си́тчес (Michelle Ferdinande Pauline García Sitches; кейәүгә сыҡҡандан һуң үҙен Мадам Виардо тип йөрөткән, Madame Viardot; 18 июль 1821, Париж — 17 йәки 18 май 1910, шунда уҡ) — испан-француз йырсыһы, композитор һәм вокал педагогы. Испан йырсыһы һәм педагогы Мануэль Гарсиа-өлкән һәм Хоакина Ситчестың ҡыҙы һәм уҡыусыһы, Мария Малибран һәм Мануэль Патрисио Гарсианың апаһы, Луи Виардоның ҡатыны, Поль Виардоның әсәһе[14].

Европаның төрлө театрҙарында сығыш яһай, күп концерттар ҡуя. Фидес (Мейерберҙың «Пророк»), Орфей (Глюктың «Орфей һәм Эвридика»), Розина (Россиниҙың «Севильский цирюльник») партиялары менән билдәле була[15]. Иван Тургеневтың либреттоһына романстар һәм комик опералар авторы. Ире менән бергә, Тургенев әҫәрҙәрен француз теленә тәржемә итә, рус мәҙәниәте ҡаҙаныштарын пропагандалай. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, уның 250-нән ашыу музыкаль композицияһы иҫәпләнгән[16].

Полина Виардо карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1837 йылда 16 йәшлек Полина Гарсиа үҙенең тәүге концертын Брюсселдә бирә, 1839 йылда Лондонда Россиниҙың «Отелло» операһында Дездемона роле менән беренсе тапҡыр сығыш яһай. Музыка тәнҡитселәре фекере буйынса, ҡайһы бер етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙың тауышында нескә техника менән иҫ киткес дәрт берләшә.

1840 йылда Полина Парижда Théatre Italien директоры һәм композиторы Луи Виардоға кейәүгә сыға. Ҡатынынан 21 йәшкә өлкән булып, ире уның карьераһы менән шөғөлләнә башлай[17]. 1844 йылда Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Санкт-Петербургта Антонио Тамбурини һәм Джованни Баттиста Рубини менән бер сәхнәлә сығыш яһай. Рәсәйҙә шулай уҡ 1845, 1846, 1853 йылдарҙа гастролдәрҙә була.

Виардоны һөйөүселәр күп була. Атап әйткәндә, рус яҙыусыһы Иван Сергеевич Тургенев 1843 йылда уның «Севильский цирюльник» башҡарыуын ишетеп, йырсыға ғашиҡ була. 1845 йылда ул Рәсәйҙе ҡалдыра, Полина артынан эйәрә һәм, ахыр сиктә, Полинаның ғаилә ағзаһына тиерлек әүерелә. Яҙыусы Полинаның дүрт балаһына үҙенеке кеүек ҡарай, үҙенең вафатына тиклем Полинаны ярата. Ул, үҙ сиратында, уның эштәренең тәнҡитсеһе була, ә донъяуи урыны һәм бәйләнештәре яҙыусыны яҡшы яҡтан күрһәтә. Мөнәсәбәттәренең ысын характеры әлегә тиклем бәхәс предметы булып тора.

Бынан тыш, Полина Виардо башҡа бөйөк кешеләр менән аралаша , улар араһында Шарль Гуно һәм Гектор Берлиоз була.

Үҙенең вокаль һәм драматик һәләттәре менән билдәле булған Виардо Фредерик Шопен, Гектор Берлиоз, Камил Сен-Санс һәм «Пророк» операһы авторы Джакомо Мейербер кеүек композиторҙарҙы илһамландыра. Ул үҙен бер ҡасан да композитор тип иҫәпләмәй, әммә ысынында иһә өс музыкаль йыйынтыҡ ижад итә, шулай уҡ үҙе өсөн махсус булдырылған ролдәр өсөн музыка ижад итеүҙә ярҙам итә. Аҙаҡ, сәхнәнән киткәс, ул «Последний колдун» исеме аҫтында опера яҙа.

Виардо испан, француз, итальян, инглиз, немец һәм рус телдәрендә иркен һөйләшә һәм үҙенең ижадында төрлө милли стилдәрҙе ҡуллана. Үҙ таланты арҡаһында ул Европаның иң яҡшы концерт залдарында, шул иҫәптән Санкт-Петербург опера театрында (1843—1846 йыл дауамында) сығыш яһай. Виардоның популярлығы шундай ҙур була, Жорж Санд үҙенең «Консуэло» романында төп героиняның прототибы итеп ала .

Виардо 1849 йылдың 30 октябрендә Mirum Tuba (Моцарттың «Реквием») Шопенды ерләгәндә меццо-сопрано партияһын башҡара. Глюктың «Орфей һәм Эвридика» операһында төп ролде башҡара.

Евгнеий Плюшар яһаған Полина Виардо портреты. 1853 йылдар тирәһе

Полина Виардо-Гарсиа 1863 йылда сәхнәне ҡалдыра, ғаиләһе менән Францияны ташлап китә (уның ире Луи Виардо Наполеон III режимына ҡаршы була ) һәм Баден-Баденда төпләнә. Наполеон III ҡолатылғандан һуң ғаилә Францияға ҡайта, Полина Париж Консерваторияһында 1883 йылда ире вафат булғанға тиклем уҡыта, шулай уҡ Сен-Жермен бульварында музыкаль салон тота. Уның уҡыусылары араһында Дезире Арто һәм Софи Рёр-Брайнин була.

Полина Виардо 1910 йылда үҙен яратҡан туғандары солғауында вафат була. Парижда Монмартр зыяратында ерләнә. 1874 йылда Иван Тургенев Буживалдә Виардо өсөн парк һәм йорт һатып ала[18].

Луи Виардо менән Полинаның танышыуы Жорж Санд арҡаһында була.

1840 йылда 16 апрелендә улар Парижда өйләнешә, ә ике айҙан һуң Полина Виардо Жорж Сандҡа Римдан яҙа: «Һеҙ вәғәҙә иткәнсә мин Луиҙа юғары аҡыл, тәрән күңел һәм изгелекле характер таптым... ир өсөн гүзәл сифаттар, әммә был ғына етерлекме?».

Йырсы Полина Виардоның Париж салоны. Саҡырылыусылар араһында: И. С. Тургенев, О. де Бальзак, С Франк, А Дюма-атаһы, Ж. Санд, А. де Мюссе, Ш. Берио, А. Вьетан. Орган янында мадам Виардоның балалары һәм рус генералы Венедиктовтың ҡыҙы — Капитолина ултыра.

Ире темпераментлы Полинаның ҡапма-ҡаршыһы була. Был никахты бәхетле тип атау мөмкин түгел. Луи ҡатынын ярата һәм уның шәхесенә хөрмәт менән ҡарай, көнсөллөк менән ялҡытмай. Әммә Луиға хөрмәт менән ҡараған Жорж Санд та уны «төнгө ҡалпаҡ кеүек бойоҡ» тип таба, һәм көндәлегенә Полинаның ирен «йәшенһеҙ һәм дәртһеҙ» яратыуын яҙа.

Луи Виардо менән никахта ҡыҙҙары Луиза-Полина (1841—1918), Клоди (1852—1914), Марианна (1854—1919) тыуа, 1857 йылда — улы Поль (1857—1941. (Ҡайһы бер хәбәрҙәр буйынса — башлыса был версия яҡлы, атап әйткәндә, Евгений Семенов буйынса — Полдең атаһы Тургенев була[19]). Марианна һәм Габриэль Фореның күп йыллыҡ романы айрылышыу менән тамамлана. Марианна композитор һәм пианист Альфонс Дювернуала кейәүҙә була.

Һеңлеһе Мария Малибран — испан йырсыһы, донъя опера сәнғәте легендаһы.

Санкт-Петербургта адрестары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1843 йыл — А.М. Ушаковтың килем йорто — Невский проспекты, 54.

Жорж Сандтың «Консуэло» романында төп героиняның прототибы.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Н. С. Виардо, Мишель-Полина (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1892. — Т. VIа. — С. 613.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118804375 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. LIBRISНациональная библиотека Швеции, 2018.
  5. 5,0 5,1 Pauline Viardot // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. Archivio Storico Ricordi — 1808.
  7. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. Гарсиа (урыҫ) // Большая советская энциклопедия / под ред. О. Ю. Шмидт — 1 — М.: Акционерное общество «Советская энциклопедия», 1920.
  9. 9,0 9,1 9,2 Viardot-García, Pauline, 1821-1910 // Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  10. Н. С. Малибран, Мари Фелисите (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1896. — Т. XVIII. — С. 468.
  11. Чуйко В. Виардо, Луи (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1892. — Т. VIа. — С. 612—613.
  12. https://stadtlexikon.karlsruhe.de/index.php/De:Lexikon:bio-0342
  13. https://data.performing-arts.ch/a/167ca198-9797-4db4-a757-cac0f7859dcf / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  14. Файлжес Орландо. The Europeans. Allen Lane. — ISBN 978-0-241-00489-0 .
  15. Эрик Блом.Grove’s Dictionary of Music and Musicians. — 5th edition. — 1954.
  16. Waddington P., Žekulin N. The Musical Works of Pauline Viardot-Garcia (1821–1910). Heretaunga (New Zealand) and Calgary (Canada), 2011.
  17. Pauline Viardot-Garcia (1821-1910).
  18. Тургеневские девушки: кого любил и ненавидел великий классик. Дата обращения: 29 июль 2020.
  19. E. Semenoff. La vie douloureuse d’Ivan Tourguéneff. — P.: Mercure de France, 1933. — P. 54. (фр.)
  • Виардо, Мишель-Полина // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Виардо П. Упражнения для женского голоса : Час упражнений : уч. пособие / пер. А. Ю. Ефимова. — СПб. : Лань : Планета музыки, 2013.
  • Гозенпуд А. А. И. С. Тургенев : Исследование. — СПб. : Композитор, 1994. — (Musica et litteratura).
  • Гревс И. М. История одной любви : И. С. Тургенев и Полина Виардо. — М. : Современные проблемы, 1927.
  • Молева Н. М. Призрак Виардо : Несостоявшееся счастье Ивана Тургенева. — М. : Алгоритм, 2008. — 221, [2] с. — (Мистика любви). — ISBN 978-5-9265-0603-4.
  • Молева Н. М. Тургенев без Виардо, или Три надежды на любовь. — М. : АСТ : АСТ Москва : Олимп : Харвест, 2008. — 192 с. — (Историческая личность). — ISBN 978-5-17-054427-1 (АСТ). — ISBN 978-5-9713-8845-6 (АСТ Москва). — ISBN 978-5-7390-2266-0 (Олимп). — ISBN 978-985-16-6048-9 (Харвест).
  • Розанов А. Полина Виардо-Гарсиа. — Л., 1978.