Шелфорд монастыры
Шелфорд монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | XII быуат |
---|---|
Дәүләт | Бөйөк Британия |
Административ-территориаль берәмек | Shelford[d] |
Историческое графство | Ноттингемшир[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1536 |
Шелфорд монастыры (ингл. Shelford Priory) — элекке августин монастыры (приорат). Монастырь Англия графлығындағы Шелфорд ауыл ы биләмәһе территорияһында урынлашҡан. Был монастырға яҡынса 1260—1180 йылдар самаһында Ральф Хонселин нигеҙ һалған. 1560 йылда монастырҙағы община таратылған[1][2]. Шелфорд монастырының ҡаралтылары хәҙерге XXI быуатта һаҡланмаған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ньюстед монастыры Изге Мария хөрмәтенә һалынған. Яҡынса 1163 йылда Англия короле Генрих II тарафынан Томас Бекетты үлтергәндән һуң түләнгән епитимия сифатында төҙөлә. Ньюстед млонастыры бер ваҡытта ла аббатлыҡ булып тормаған. Монастырь 13-сө быуатта артабан үҫешә, 15-се быуатта киңәйтелә, уға Дортуар, Ҙур зал һәм приор йорто өҫтәлә. Был монастырь 13 монах йәшәрлек итеп төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, монастырь таратылғансы унда гелән 12 монах йәшәгән. Яҡытирә ауыл кешеләре монастырға хәйер биргән, улар араһында абруйлы кешеләр ҙә булған. Монастырь янында күл булған, ул 18-се быуат аҙағында ер менән күмелгән. Монастырь таратылған саҡтағы кафедра шул күлгә ташланған була, һуңынан уны балыҡсылар күл һыуынан ау менән һөйрәп сығарған. 1805 йылда монастырь архидиакон Кэй тарафынан Саутэлл сиркәүенә тапшырыла. Архидиакон бында үҙенең вафатына тиклем йәшәгән.
Ньюстед монастыры руханиҙары Юстас, 1 216 йыл Ричард, 1 216 Роберт, 1 234 Уильям (келарь), 1 241 Уильям, 1 267 Джон де Лексентон, 1288 Ришар де Аллам, 1 288 Ришар де Гранж, 1 293 Уильям де Тюргартон, 1 324 Хью де Коленгхам, 1 349 Уильям де Коленгхам, 1356 Джон де Вилесторп, 1366 Уильям де Аллертон, 1 366 Джон де Юккналл, 1 406 Уильям Бэкьюелл, 1 417 Томас Карлетон, 1424 Роберт Кутуолф, 1424 Уильям Мистертон, 1 455 Джон Дархэм, 1 461 Томас Ганторп, 1 467 Уильям Сэндэйл, 1 504 Джон Блэйк, 1 526
Монахтар общинаһы таратылғандан һуң, монастырь территорияһы Майкл Стэнхоупҡа (үлгән 1552 йылда) тапшырыла һәм яҡынса 1600 йылда Шелфорд поместьеһы (ингл. Shelford Manor) тип йөрөтөлә башлай. Англиялағы граждандар һуғышы барышында Шелфорд усадьбаһы яндырыла. Хәҙерге ваҡытта был Граждандар һуғышының тарихи реконструкцияһы йәй көндәрендә Шелфордҡа килеүселәргә һәм ауыл халҡына күрһәтелә. Элекке монастырь урынында сиркәү һәм кемпинг, ресторан, паб урынлашҡан. Ауыл диңгеҙ кимәленән бик аҙ ғына юғары ятыуға ҡарамаҫтан, уға яҙғы ташҡын ваҡытында һыу баҫыу янамай. Шелфорд халҡы ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.
.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ньюстедское аббатство
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Transactions of the Thoroton Society of Nottinghamshire. — The Society, 1975. — С. 54—57. — 358 с.
- ↑ Frank Arnold Barnes. Priory Demesne to University Campus: A Topographic History of Nottingham University. — University of Nottingham, 1993. — С. 75—76. — 532 с. — ISBN 9780900572814.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bailey, Thomas (1853), Nottinghamshire of Annals: History of the County of Nottingham, including the Borough, 2, Simpkin, pp. 738—476.
- Brown, Cornelius (1891), History of A Nottinghamshire, E. Имеющейся, pp. 77-79.
- Brown, Cornelius (1907), History of Newark-on-Trent; story of the town being an ancient life: IV, VII of the Edward Edward танатова to of that From, 2, Newark: Whiles, p. 95.
- Page, William, ed. (1910), «canons Houses of Austin: of The Shelford priory», History of the County of A Nottingham, 2, pp. 117—120.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Shelford Manor House and attached (ингл.). Historic England. Дата обращения: 18 апрель 2019.