(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Элам — Википедия Эстәлеккә күсергә

Элам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элам
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 2700
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Аншан[d] һәм Суза
Ҡулланылған тел эламский язык[d]
Эра Энеолит
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 539
Урынлашыу картаһы
Карта
 Элам Викимилектә

Элам дәүләте (ҡыҙыл төҫтә) һәм йәнәш биләмәләр

Элам (Йылам) (шум. Ним, ак. Эламту, (Йылам теле — Haltamti) — бөгөнгө Ирандың көньяҡ-көнбайышындағы (Хузестан һәм Лурестан провинциялары) тарихи өлкәһе һәм боронғо дәүләт (б.э. тиклем III — б.э.т. VI быуат уртаһы). Үҙәге (баш ҡалаһы) — Сузы ҡалаһы.

Библияла Элам (Йылам)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библияға ярашлы, Йылам (Элам ырыуын башлаусы) семит була. ([[|Быт. ]]10:22). Ҡолатылғанға ҡәҙәре Содом һәм Гоморра Сенар батша менән берлектә һуғышҡан элам батшаһы Кедорлаомер ғәскәре һөжүменә дусар була ([[|Быт. ]]14:1-11). Эламиттар уҡсылары менән дан тота (Иер. 49::35). Әммә уларҙан еңеләләр, бер өлөшө Самарияға урынлаша. (Езд. 4:9-10).

Элам ерендә Сузы ҡалаһы була (Дан. 8:2).

Беҙҙең эра башланыуға эламиттар үҙҙәренең этник үҙенсәлектәрен һаҡлаған булалар һәм Иерусалимдағы Изге Троица көнө (Пятидесятница) байрамында ҡатнашалар (Деян. 2:9).

Барлыҡҡа килеүе йәһәтенән элам теле «изолянт» тел һанала. Әммә уның дравид йәки афразия телдәренә ҡәрҙәшлеге гипотезалары ла йәшәй. Грамматик йәһәттән был тел — агглютинатив тел. Һүҙҙәрҙең ҡәҙимге тәртибе — SOV (подлежащее — дополнение — сказуемое). Яҙма тел тәүҙә протоэлам пиктографик яҙма була, б.э. тиклем XXIII быуаттан — һыҙыҡлы элам яҙмаһы, аҙаҡтан — шына яҙыу (клинопись) ҡулланыла.

Элам тарихын шартлыса ике быуатты эсенә алған өс осорға бүлергә була. Беренсе осорға тиклемге ваҡыт протоэлам осоро булараҡ билдәле:

  • Протоэлам осоро: Сузы тирәһендә б.э. тиклем 3200 — б.э. тиклем 2700 йылдарҙа.
  • Иҫке элам осоро: б.э.тиклем 2700 — б.э.тиклем1600 йылдарҙа. Сузы башына Эпарти династияһы килгәнгә тиклемге иртә осор.
  • Яҡындағы элам осоро: б.э. тиклем 1500 — б.э. тиклем 1100 йылдар. Вавилондың Сузыны баҫып алыуына тиклемге осор.
  • Неоэлам осоро: б.э. тиклем 1100 — б.э. тиклем 539йылдар. Үҙенсәлекле Иран һәм Сирия тәъҫире осоро. Эламды б.э.т. 549 йылда перстар яулап ала. Улар баҫып алынған илдең мәҙәниәтен үҙҙәренекенә яраҡлаштырып өлгөрә. Шуға хатта Иосиф Флавий эламидтарҙы фарсыларҙың ата-бабалары тип атай (ИД кн.1, гл.6:4).

Йылам тип борон Ҡарун һәм Керһә йылғаларының тау үҙәне аталған. (Хәҙерге көндә йылғалар Тигр йылғаһынан көнсығыштараҡ Фарсы ҡултығының ҡороған уйпатына ҡоя). Шулай уҡ Йылам тип эргә-тирәләге тау райондары — Хузистан һәм Фарс тип аталған әлеге Иран (көнсығышҡараҡ йәйелгән балыуы ла ихтимал) өлкәләре лә аталған. Эламлыларҙың үҙҙәренең яҙмаларында был ил Hatamti (Hal-tamti тигәне лә осрай) тип атала. (Боронғо телдә — hal 'ил' тигәнде аңлатҡан)

Беҙҙең эраға тиклем III быуаттағы шумер-аккад сығанаҡтарынан бер-нисә элам ҡала-дәүләте билдәле: Шушен (Сузы), Аншан (Анчан), Симашки, Парахсе (һуңғараҡ Мархаши), Адамдун (моғайын, Hatamti шумер терминының боронғо формаһы) һәм башҡалар.

Беҙҙең эраға тиклем II меңйыллыҡта Шушен (Шушун) һәм Анчан Йылам дәүләтенең мөһим өлөшө тип һанала; элам батшалары үҙҙәренең атамаларында гел ошо ике ҡаланы телгә алған. Шушен — грек авторҙарының Сузыһы, тарихы б.э.тиклем IV меңйыллыҡҡа барып тоташа; Анчан — хәҙерге Фарсылағы Шираздан алыҫ булмаған Тепе-Мальян ҡалаһы[1].

Йылам (Элам) дәүләте хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр яҡынса б.э. тиклем XXVII быуат ахыры — XXVI быуаттың тәүге яртыһына тап килә. Ул заманда Төньяҡ Двуречьела Авана батшалары хакимлыҡ иткән.

Беҙҙең эраға тиклем 2500 йылдар тирәһендә шумер ҡалаһы Киштың хакимдары эламдың өҫтөнлөк итеүенән ҡотолалар. Был ваҡытта Аванда яңы династия нығынған була. Уны, ахыры, Пели нигеҙләгән. Әйткәндәй, был осор тарихы аныҡ түгел.

Беҙҙең эраға тиклем 2300 йылдарҙа Эламды Аккад дәүләте яулай. Әммә аккадлылар илде буйһондора алмай һәм бер нисә йылға ҡалдырып торорға мәжбүр була. Аккадтың яңы батшаһы Римуш Эламды яңынан яулай һәм тулыһынса тиерлек юҡҡа сығара.

Әлдән-әле баҫҡынсылар ебәреп торһалар ҙа, Аккад батшалары Эламды ысынлап та буйһондора алмайҙар. Ахырҙа, Нарам-Суйын батшаһы Маништушуның ике туған ҡустыһы эламлылар менән яҙма килешеү төҙөргә мәжбүр була. Был килешеү буйынса Элам тышҡы сәйәсәтен Аккад батшалығы менән яраҡлаштыра әммә үҙаллылығын һаҡлай. Был тарихта билдәле тәүге халыҡ-ара килешеү була. Ул эламса, әммә аккад шына яҙмаһында яҙылған. Шына яҙмаһы ошо дәүерҙән алып Эламда ла ҡулланыла башлай.

Аван династияһының һуңғы вәкиле Кутик-Иншушинак ваҡытында, Аккад Гутийҙар ырыуы ҡыҫымынан еңелгәндә Элам үҙаллылығын киренән яулай ала. Әммә Гутийҙар Эламға ла баҫып инә. Нәтижәлә дәүләт бер нисә өлкәгә бүленә. Бары тик йөҙ йылдан һуң ғына ҡушылалар һәм Элам Симашки династияһы етәкселегендә яңынан күтәрелә башлай[2].

Симашки династияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҙҙән, Аван батшалығы тулыһынса тарҡалғас, Эламды Ур батшаһы Шулгә яулап ала. Бер нисә тиҫтә йылдар дауамында илгә шумер чиновниктары хужа була. Бары тик Ур батшаһы Шу-Суйән дәүерендә элам ҡалаһы Симашкиның хакимы булып Гирнамме телгә алына.

Гирнамменан һуң килеүсе Энпилухан Урҙан айырылырға көс таба һәм Аван, Сузы ҡалаларын яулай. Энпилуханды тиҙҙән шумер ғәскәре әсирлеккә алһа ла, был мәлгә Элам инде тулыһынса шумер хакимлығынан азат була. Ур гарнизондары тулыһынса ҡыуыла, ә шумерҙарға илдән ҡасырға ғына ҡала.

Хутрантемпти батшалары етәкселегендә эламиттар Междуречье биләмәһенә баҫып инә башлай һәм тиҙҙән Урҙан үҙҙәрендә хакимлыҡ иткәндәре өсөн үстәрен ҡайтаралар. Урҙың III династияһы батшаһы Ибби Суйын элам ғәскәренән еңелә. Элам гарнизондары Ур һәм Шумерҙағы башҡа эре ҡалаларға урынлаша. Әммә бер нисә йылдан уларға был ерҙәрҙән кире китергә тура килә.

Идатту I батша ваҡытында Симашки хакимдары бар Эламды үҙҙәренә буйһондора. Шулай ҙа элам дәүләтенең үҫеше ярты быуаттай дауам итә. Тиҙҙән Симашки батшаларының ҡеүәте кәмей һәм яҡынса б.э. тиклем XIX быуатта Эламға хакимлыҡ яңы Сүккәл-махи династияһына күсә.

Сүккәл-махи (Эпартидтар) династияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Династияға нигеҙ һалыусы — Эпарти- түбәнге ҡатлам кешеһе була. Хакимлыҡты нәҫел буйынса түгел, ә үҙе яулап ала. Эпартаның вариҫтары, бигерәк тә Шилхаһа батшабикә, Элам дәүләтселеген нығыта алалар.

Хакимлыҡ Эламда триумвират тәртибендә ҡорола. Илдә бер юлы өс хаким була: 1) Сузы сүккәле, 2) Элам һәм Симашка сүккәле, 3) Мах суккәле. Ысынында ил батшаһы Сүккәл-мах була. Ул Сузыла йәшәй. Үлгәндән һуң ғәҙәттә уның урынын Элам һәм Симашка сүккәле биләгән. Ғәҙәттә ул үлгән батшаның ағаһы булған. Ә Суз сүккәле (баш ҡала етәксеһе) итеп сүккәл-мах ғәҙәттә үҙенең улын ҡуйған. Шулай итеп Эламда хакимлыҡ атанан улға түгел (башҡа илдәрҙәге кеүек), ә өлкән ағайҙан бәләкәйенә күсер булған. Сүккәл-махтарҙың династияһы тураһында өҙөк-өҙөк кенә мәғлүмәт һаҡланған.

Элам ул дәүерҙә Вавилония һәм Аккад батшалығы менән һуғыш алып бара. Беҙҙең эраға тиклем XV быуат башында сүккәл-мах династияһы юҡҡа сыға. Эламды касситтар яулап ала. Бары тик йөҙ йылдан һуң ғына Элам Аншана һәм Сузы батшалары етәкселегендә үҙаллылыҡ яулай.

Аншана һәм Суза батшалары (Игехалкид һәм Шутрукидтар) династияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һис шикһеҙ был элам тарихындағы данлыҡлы осор. Иң күп археологик ҡомартҡылар, атап әйткәндә — Унташ-Напириша батша дәүерендә төҙөлгән Дур-Унташ зәкериәтендә (әлеге Чога-Зәмбил).

Яңы Элам династияһында ул осорҙа урындағы зыялылар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ кәмей һәм үҙәк хакимлыҡ нығына. Беҙҙең э.т. XIII быуат башынан яңы элам яулап алыуҙары башлана. Эламиттар Диял йылғаһы буйындағы ҙур өлкәне яулайҙар. Шулай уҡ Эшнунн ҡалаһын да яулайҙар. Ошо өлкә аша Двуречьенан Иран таулыҡтарына карауан юлы үтә. Эламиттарҙың был еңеүҙәре Вавилонияла кассит династияһы кризисын тыуҙыра һәм Элам тулыһынса вавилон хакимлығынан ҡотола.

Беҙҙең эраға тиклем 1157 йылда Вавилондағы кассит династияһы юҡҡа сыға, әммә Элам Вавилонияны тулыһынса буйһондора алмай.

Шилхак-Иншушинак батша элам биләмәһен киңәйтә. Бигерәк тә Загра тауы тирәһендә. Ул хатта Ассирияға баҫып инә. Ассирий ҡалаһы Экаллатене яулай.

Беҙҙең эраға тиклем 1130 йылда Вавилон батшаһы Навуходоносорҙан Элам еңелә (Улай йылғаһындағы алыш). Һуңынан Вавилон да баш һала. Б.э.т. XII быуат ахырында ике ил дә, Элам һәм Вавилон, бөлгөнлөккә төшә. Вавилон абруйын юғалтмаһа ла, Элам бынан ары өс быуат буйына тарихи яҙмаларҙа телгә алынмай.

Яңы элам династияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим цифралары менән элам батшаларының быуындары күрһәтелә.

I. Хумбан-тах-рах (б.э.т. 760—742 йылдар), династияны башлаусы.

II. Хумбан-никаш (б.э.т. 742—717 йылдар), алдағы хакимдың улы.

III. Шутрук-Наххунте II (б.э.т. 717—699 йылдар), Хумбан-никаштың «апаһының улы». Б.э.т. 709 йылда Саргон II Вавилонияны баҫып ала, ә уның улы Синаххериб б.э.т. 702 йылда халдей һәм элам ғәскәрҙәрен ҡыра. Ҡустыһы Халлутуш-Иншушинак II Шутрук-Наххунте II-не тәхеттән төшөрә һәм зинданға яба.

IV. Кутир-Наххунте (б.э.т. 693—692 йылдар), Халлутуш-Иншушинак II-нең өлкән улы. Эламды Синаххериба яулай, ә Кутир-Наххунте яуҙа үлә.

Хумбан-нимена (б.э.т. 692—688 йылдар), Халлутуш-Иншушинак II-нең кесе улы вавилонлылар менән берләшеп Ассирия менән көрәшен дауам итә. Б.э.т. 689 йылда уны фалиж һуға. Синаххериб Вавилонға инә һәм шул йылда уҡ уны емерә.

Хумбан-Халташ I (б.э.т. 688—681 йылдар), алдағы ике батшаның ике туған ҡустыһы. Тыныс хакимлыҡ итә. Тиҙ үлә (ағыулағандар ҙа тиҙәр).

Шилхак-Иншушинак II (б.э.т. 681—668 йылдар). Сузыла хакимлыҡ итә. Хакимлыҡ итеүгә үҙенең ике туған ҡустыһын Хумбан-Халташ II-не лә өндәй. Ике батша ла ассирия батшаһы Асархад менән килешеп йәшәргә тырышалар. Әммә б.э.т. 675 йылда Хумбан-Халташ II Сиппарҙы баҫып алырға уйлай. Һуңынан ассириялылар тарафынан үлтерелә.

V. Темпти-Хумпан-Иншушинак (ассириялы Те-Умман, б.э.т. 668 −653 йылдар), Шилхак-Иншушинак II-нең улы, тәүҙә тик Сузыла хакимлыҡ итә. Уртаки үлгәс, уның биләмәләрен яулап ала. Эламдағы батша йортоноң 60 ағзаһы, Уртакиның 3 улы һәм Хумбан-Халташ II-нең 2 улы менән бергә, Ассирияла һыйыналар. Ул хакимлыҡ иткәндә Элам, һуғыштарҙан арынып, ныҡ алға китә.

Хумбан-никаш II (б.э.тиклем 653—651 йылдар), Уртаҡтың улы, Шамаш-шум-укиндың Вавилондағы күтәрелешен яҡлап сыға (б.э. тиклем 652—648 йылдарҙа). Тик ул ебәргән ғәсҡәр ҡыйратыла, ә Хумбан-никаш II ҡолатылып бар ғаиләһе һәм туғаны Таммариту менән бергә язалана.

Уртаҡтың улы Таммариту (б.э.тиклем 653—649 йылдар) б.э.тиклем 649 йылда Ассирия менән һуғышты яңынан башлай. Әммә Индабигаш тарафынан ҡыйратыла, ҡаса, әммә тотола. Беҙҙең эраға тиклем 646 йылда Эламдың тәхетенә ултыртыла. Тиҙҙән ассирийлыларға ҡаршы ихтилалды етәкләй, еңелә һәм тотҡонлоҡҡа эләгә.

VI. Хумбан-Халташ III (ассирийса Өммәналдаш) (б.э.тиклем 648—644 йылдар), Аттахамитти-Иншушинактың улы, Вавилониянан тотҡондарҙы дошмандарға биреүҙән баш тарта. Беҙҙең э.т. 646 йылда ассирийялыларҙан тауҙарға йәшенә. Батша итеп Умбахабуа иғлан ителә. Ассирийлылар яҡыная башлағас «алыҫтағы һыуҙарға» (фарсы ҡултығы утрауҙарына?) ҡаса. Ассирийлылар тәхеткә Таммаритуны ултырталар.

Ассирий ғәскәрҙәре киткәс Хумбан-Халташ III кире ҡайта һәм тәхеткә ултыра. Б.э.т. 645 йылда Ашшурбанапалдың үҙе етәкселегендә ассирийлылар йәнә баҫып инәләр. Хумбан-Халташ III тағы ла тар-мар ителә һәм тауҙарға йәшенә. Эламға Па’э хужа була, әммә аҙаҡ ассирийлыларға бирелә. Ашшурбанапал Сузыны талай һәм илде тулыһынса емерә.

Ассирийлылар киткәс Хумбан-Халташ III емерелгән Мадактаға ҡайта, Набу-бел-шуматене бирергә риза булып тыныслыҡ килешеүе төҙөй. Б.э.т. 640 йылда ассирийлылар йәнә баҫып инәләр һәм киләһе йылда эламиттарҙың ҡаршылығы тулыһынса емерелә. Тауҙарҙа йәшенеп ятҡан Хумбан-Халташ III-нө ерле ырыуҙар ассирийлыларға һата.

Өс эламлы батшаһы — Хумбан-Халташ III, Па’э, Таммариту һәм тотҡон ғәрәп шәйехе Уайатэ тәгәрмәсле арбаға (колесница) егелеп, Эламды еңеүҙе байрам иткәндә, Ашшурбанапалды алып йөрөтәләр. Элам үҙаллылығын юғалтып Ассирияның провинцияһына әүерелә.

Эламиттарҙың дине

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Зекериәт (Дуранташ) б.э.т.1300

Эламиттарҙың дине -политеизм. Күрше Месопотамия диненә оҡшаш һыҙаттары була. Беҙҙең э.т. III меңйыллыҡта төп табыныу аллаһы Пиненкир (тағы ла 2 инә-хоҙай — Парти и Киририша) була. Мең йылдан уны ир-ат алла Хумпаг алыштыра. Шулай уҡ Сузы ҡалаһының аллаһы Иншушинак та ҙур мәғәнәгә эйә була. Башҡа билдәле аллалар — Хутран (Хумпандың улы), Манзат, Наххунте, Нарунди.

Эламиттар ышаныуынса, һәр алланың «китен» тигән тәбиғи булмаған аураһы була. Йәнәһе, был аура тимер йәки таш билдә — табуға әүерелә ала.

Хоҙайҙарға ҡорбан килтергәндәр һәм ҡорамдарҙа доға ҡылғандар. Ҡорамдар месопатамдағы кеүек баҫҡыслы пирамидаларҙың башында — зекериәттә — урынлашҡан була. Шундай зекериәт бөгөнгө Чога-Занбилдә һаҡланған. Ул Унташ-Напириши батша дәүерендә төҙөлгән. Бынан тыш тағы ла аллаларға ҡорам янында үҫкән изге сауҡалыҡтарҙа табыныу йолалары ла билдәле.

  1. Дьяконов И. М. Эламский язык. // Языки Азии и Африки. Т. III. — М., 1979. — С. 37-49.
  2. Аккад. Образование государства и правление Саргонидов 2007 йыл 8 октябрь архивланған. // Всемирная история
  • Дьяконов И. М. Эламское царство в Старовавилонский период // История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги цивилизации. Ч. I.: Месопотамия. — М., 1983. — С. 391—414.
  • Дьяконов И. М. Эламский язык // Языки Азии и Африки. Т. III. — М., 1979. — С. 37—49.
  • Тураев Б. А. Элам // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Хачикян М. Л. Эламский язык // Языки мира: Древние реликтовые языки Передней Азии. / Под ред. Н. Н. Казанского и др. — М., 2010. — С. 95—117.
  • Хинц В. Государство Элам / Пер. с нем. Л. Л. Шохиной; отв. ред. и авт. послесл. Ю. Б. Юсифов. — М.: Наука, 1977.
  • Юсифов Ю. Б. Элам. Социально-экономическая история. — М., 1968.
  • Potts D. T. The Archaeology of Elam: Formation and Transformation of an Ancient Iranian State. 2nd edition. — Cambridge, 2015.

Ҡалып:Элам