(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Ҡөрьән персонаждары — Википедия Эстәлеккә күсергә

Ҡөрьән персонаждары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡөрьән персонаждары
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән
 Ҡөрьән персонаждары Викимилектә

Ҡөрьән персонаждары — мосолмандарҙың изге китабында телгә алынған персонаждар.

Изге Ҡөрьәндә тиҫтәләрсә персонаждар иҫәпләнә. Ҡөрьән персонаждарының күпселеге Библиялағы персонаждар менән тап килә . Ҡөрьәндә шулай уҡ Библияла исемдәре булмаған батшалар һәм диндарҙар телгә алына (Искәндәр Зөлҡәрнәй, Лоҡман һ. б.). Ҡөрьән пәйғәмбәрҙәре араһында һуңғыһы булып Мөхәммәт пәйғәмбәр тора. Раҫланыуынса, ул «Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө» (خاتم الكنبياأ Хәтим-үл-әнбиә) булып тора, йәғни унан һуң бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр булмаясаҡ.

Ҡөрьәндә Аллаһ ярҙамсыларының береһе буйһонмауы тураһында әйтелә, артабан ул Иблис булып киткән (Иблис, шайтандар — уның хеҙмәтселәре). Фәрештәләр донъяһы дүрт иң мөһиме етәкселегендә (Гавриил — Ябраил, Михаил — Микаил, серафимдар — Исрафил һәм Ғазраил) изгелек һәм илаһи ихтыяр идеяһын кәүҙәләндереп, исламда иблистәр һәм ендәр донъяһына ҡаршы тора. Бөтә был күк көстәре тәнһеҙ һәм енесһеҙ, был уларға яҡшылыҡ йәки яуызлыҡ эшләргә ҡамасауламай. Фәрештәләр араһында, иблистәр араһындағы кеүек, айырым бурыстар бар: исламда һаҡлаусы фәрештәләр (был икәү һәр кемдә бар, өҫтәүенә, улар, иртәнге һәм киске таңда бер-береһен алмаштырып, тәүлек әйләнәһенә нәүбәт алып бара), ҡәберҙәрҙе һаҡлаусы фәрештәләр, Аллаһтың илсе-фәрештәләре һәм хатта ожмах менән тамуҡҡа етәкселек иткән фәрештәләр бар (Ридуан (Ризуан) һәм Мәлик).