(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Һуғыш — Википедия Эстәлеккә күсергә

Һуғыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беренсе донъя һуғышы. Ингуштар Днестрҙы кисә

Һуғыш — дәүләттәр, ҡәбиләләр, сәйәси төркөмдәр һәм башҡа төрлө дини һәм сәйәси берләшмәләр араһында ҡораллы ҡаршы тороу, ҡораллы көстәрҙең хәрби хәрәкәттәре рәүешендә барған бәрелештәр.

Һуғыш маҡсаттарының береһе — һаҡланыу йә дошманды юҡ итеү. Ҡағиҙә булараҡ, һуғыш бер яҡтың икенсе яҡҡа үҙ ихтыярын көсләп тағыу сараһы булып тора. Сәйәсәттең бер субъекты икенсеһен үҙгәрергә, иректән, идеологиянан, милеккә хоҡуҡтан баш тартырға, территория, акватория һәм башҡа төрлө ресурстарын бирергә мәжбүр итергә тырыша.

Клаузевиц билдәләмәһенә ярашлы, «һуғыш сәйәсәтте көс ҡулланыу ише башҡа төр саралар менән дауам итеү булып тора». Ҡораллы алыш һуғыштың маҡсаттарына өлгәштерә торған төп сара булып хеҙмәт итә, көрәштең йәнә иҡтисади, дипломатик, идеологик, мәғлүмәт һәм башҡа саралары ла ҡулланыла. Йәғни һуғыш ул — сәйәси маҡсаттарға өлгәшеү маҡсатында ойошторолған ҡораллы көс ҡулланыу. Тоталь һуғыш ҙур биләмәлә, ҙур күләмдә, бөтә ысулдарҙы ҡулланып алып барыла. Ҡораллы көстәр (армия, авиация һәм флот) һуғыш алып барыуҙың төп сараһы була.

Хәрби йәһәттән көслө илдәрҙең көсһөҙ илдәр менән ҡораллы бәрелештәре тыныслыҡҡа мәжбүр итеү, хәрби экспедиция йәки яңы территориялар үҙләштереү булараҡ ҡарала; ҙур булмаған дәүләттәр менән бәрелештәр — интервенция йәки репрессалия; эске төркөмдәр менән бәрелештәр ихтилал (восстание), фетнә йә эске бәрелештәр (граждандар һуғышы) тип йөрөтөлә. Көслө ҡаршылыҡ күрһәтелгән йә оҙаҡҡа һуҙылған бәрелеш «һуғыш» тип баһалана[1]. Һуғышһыҙ ваҡыт тыныслыҡ тип атала.

Һуғыштар башланыу сәбәптәре һәм уларҙы төркөмләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башланыуҙың төп сәбәбе — сәйәси көстәрҙең һәр төрлө тышҡы һәм эске маҡсаттарҙа ҡорал файҙаланырға тырышыуы.

  • Күләме буйынса һуғыштар донъя һәм төбәк (локаль) һуғыштарына бүленә.
  • Һуғыштарҙың «тышҡы» (external warfare) һәм «эске» (internal warfare) төрҙәре була.

Шулай уҡ ҡара:

Антуан Корондың «Һуғыш аллегорияһы» тигән картинаһы (XVI быуат)

Тәртипкә бәйләү теориялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Психологтар, мәҫәлән, Э. Дурбан менән Джон Боулби, кешегә агрессивлыҡ (дошмансыллыҡ) тәбиғәттән бирелә тип раҫлай[2]. Кеше үҙенең ҡәнәғәтһеҙлектәрен башҡа расаларға, диндәргә, милләттәргә йә идеологияларға ҡарата кире мөнәсәбәткә һәм нәфрәткә әйләндерә, был дошмансыллыҡты сублимация һәм проекция ише психологик күренештәр һуғарып тора. Был теорияға ярашлы, дәүләт йәмғиәттә билдәле бер тәртип урынлаштыра һәм һаҡлай, шул уҡ ваҡытта һуғыш рәүешен алыусан дошмансыллыҡ өсөн нигеҙ ҙә хасил итә. Төрлө психологик теориялар раҫлауынса, һуғышыу кеше тәбиғәтенең айырып алғыһыҙ бер яғы булғас, уны бер ҡасан да тамырынан юҡ итеп булмаясаҡ.

Зигмунд Фрейд дошмансыллыҡты кешенең психологияһын, йәшәйешенең мәғәнәһен һәм йүнәлешен билдәләүсе төп инстинкттарҙың береһе тип баһалай. Ошо сәбәпле З. Фрейд хатта тыныслыҡ өсөн көрәшеүселәр хәрәкәтендә ҡатнашыуҙан да баш тарта, сөнки һуғыштарҙы кешелә ваҡыты-ваҡыты менән тоҡанып торған дошмансыллыҡтың ҡотолғоһоҙ эҙемтәһе тип һанай.

Һуғыштарҙы ҡотолғоһоҙ тип һанаған теориялар ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙең һуғыш тигән нәмәне бөтөнләй белмәүен аңлата алмай[3]. Франц Александр кеүек милитаристар тыныс осорҙо киләһе һуғышҡа әҙерлек осоро йә һуғышсан инстинкттың көслөрәк дәүләт тарафынан баҫтырылып тороуы тип кенә күрә[4].

Был теориялар халыҡтың күпселек өлөшөнөң ихтыярын нигеҙ итеп ала, ләкин тарихта һуғыштарҙың бик һирәге генә халыҡ ихтыяры һөҙөмтәһендә башланыуын иҫәпкә алмай[5]. Йышыраҡ осраҡтарҙа халыҡты һуғышҡа ҡушылырға хакимдары мәжбүр итә. Сәйәси һәм хәрби етәкселәрҙең төп урынды биләүенә нигеҙләнгән теорияларҙың береһен Морис Уолш эшләй[6]. Уның раҫлауынса, халыҡтың күпселек өлөшө һуғышҡа нейтраль мөнәсәбәттә һәм һуғыштар ғәҙәттә власть башына кеше ғүмерен һанға һуҡмай торған лидерҙар килһә генә тоҡана. Уларҙы холҡонда һуғышырға ынтылыш булған хакимдар — мәҫәлән, Искәндәр Зөлҡәрнәй, Наполеон, Гитлер кеүектәр башлай. Бындай кешеләр кризис мәлдәрендә халыҡ ҡаты ихтыярлы етәксе көҫәгәндә власҡа килә.

Был ҡарашты тәнҡитләп, Э. Фромм XV—XX быуаттарҙағы Европа миҫалында һуғыштарҙың һаны һәм аяуһыҙлығы техник цивилизация үҫешенә һәм хөкүмәт власының көсәйә барыуына бәйле тип иҫбатлай[7].

Эволюция психологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эволюция психологияһын өйрәнеүсе ғалимдар кешеләр алып барған һуғыштарҙы биләмә, аҙыҡ йә ише өсөн көрәшкән хайуандарҙың холоҡ-фиғеленә тиңләй. Хайуандар тәбиғәте менән яуыз, ә әҙәми мөхиттә бындай яуызлыҡ һуғыштарға илтә. Технология алға киткән һайын кеше агрессивлығы кешелеккә ҙурыраҡ хәүеф тыуҙыра бара. Конрад Лоренц был теорияны алға һөрөүселәрҙең береһе була.[8]

Бынлай теорияларҙы тәнҡитләгән ғалимдар ҙа бар (мәҫәлән, Джон Г. Кеннеди), улар фекеренсә, ойошҡан, дауамлы һуғыштар хайуандарҙың биләмә өсөн талашыуҙарынан ныҡ айырыла, һәм технология йәһәтенән генә түгел. Эшли Монтегью[9] билдәләүенсә, социаль шарттар һәм тәрбиә кешеләр алып барған һуғыштарҙың тәбиғәтенә һәм барышына йоғонто яһай. Ни тиһәң дә, һуғыш тик кеше тарафынан уйлап сығарылған, һуғыштың тарихи һәм социаль тамырҙары була.

Социологик теориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социологтар һуғыштар барлыҡҡа килеү сәбәптәрен оҙаҡ өйрәнә. Күп төрлө теориялар сығарыла, уларҙың бер-береһенә ҡаршы килгәндәре лә байтаҡ. Primat der Innenpolitik (Эске сәйәсәт өҫтөнлөгө) тигән мәктәп яҡлылар Эккарт Кер (Eckart Kehr) менән Һанс-Ульрих Вэлер (Hans-Ulrich Wehler) хеҙмәттәренә нигеҙләнә. Был тикшеренеүселәр һуғыш башланыуҙы — урындағы шарттарға, ә агрессияның ҡайҙа йүнәлеш алыуын тышҡы факорҙарға бәйләй. Мәҫәлән, Беренсе донъя һуғышы халыҡ-ара ыҙғыштар, йәшерен һуҙ ҡуйышыуҙар йәки көстәр тигеҙлегенең боҙолоуы һөҙөмтәһе түгел, ә был бәрелешкә ылыҡтырылған һәр илдең иҡтисади, социаль һәм сәйәси хәл-торошо һөҙөмтәһе була.

Был теория Карл фон Клаузевиц менән Леопольд фон Ранкеның Primat der Außenpolitik (Тышҡы сәйәсәт өҫтөнлөгө) ҡарашынан айырыла. Улар һуғышты һәм тыныслыҡты дәүләт эшмәкәрҙәренең ҡарарҙары һәм геосәйәси хәл эҙемтәһе тип күрә.

Демографик теориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Демографик теориялар Мальтуссы теориялары һәм йәштәрҙең өҫтөнлөк итеүе теориялары тигән ике төркөмгә бүленә.

Мальтуссы теориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мальтуссы теорияларға ярашлы, һуғыштарҙың сәбәптәре халыҡ һанының үҫеүенә һәм ресурстар етешмәүгә барып тоташа.

Әйтәйек, папа Урбан II 1095 йылда Беренсе тәре яуы алдынан былай тип яҙа: „Һеҙ мираҫ итеп алған ер бөтә яҡтан диңгеҙ һәм тауҙар менән уратып алынған, ул һеҙҙең өсөн үтә наҡыҫ; ул кешеләргә йән аҫрарлыҡ ҡына ризыҡ бирә. Бына шуның өсөн дә һеҙ бер-берегеҙҙе үлтерәһегеҙ һәм яфалайһығыҙ, һуғыштар алып бараһығыҙ, бына шунлыҡтан күптәрегеҙ граждан-ара ыҙғыш-бәрелештәрҙә һәләк була. Нәфрәтегеҙҙе йүгәнләгеҙ, дошманлашмағыҙ. Раббы табутына илткән юлға баҫығыҙ; бысраҡ расанан был ерҙе үҙегеҙгә тартып алығыҙ“.

Был — һуңыраҡ Мальтуссы теория тип аталған теорияның тәүге тасуирламаларының береһе. Томас Мальтус (1766—1834) яҙғанынса, халыҡ һаны артыуын һуғыш, ауырыу йәки аслыҡ сикләмәһә, ул күбәйә лә күбәйә.

Мальтуссы теориялар яҡлылар фекеренсә, һуңғы 50 йылда донъяла, айырыуса үҫештәге илдәрҙә, ҡораллы бәрелештәрҙең кәмеүе ауыл хужалығына индерелгән яңы технологияларҙың күп халыҡты туйҙырыу мөмкинлеген биреүе эҙемтәһе булып тора; шул уҡ ваҡытта контрацептив сараларҙы ҡулланыу даирәһенең киңәйеүе тыуымдың һиҙелерлек кәмеүенә килтерҙе.

Йәштәрҙең өҫтөнлөк итеүе теорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәштәрҙең өҫтөнлөк итеүе теорияһы Мальтуссы теорияларҙан ныҡ ҡына айырыла. Уның яҡлылар фекеренсә, йәш ир-аттың күбәйеүе һәм тыныс тормошта даими эш урындарының етешмәүе һуғыш сығыу ихтималлығын арттыра.

Мальтуссы теориялар күбәйә барған халыҡҡа тәбиғәт ресурстары етешмәүгә нигеҙләнһә, йәштәрҙең өҫтөнлөк алыуы теорияһы фәҡирҙәр, мөлкәтһеҙ йәш ирҙәр өсөн эш урындары етешмәүенән сығып ҡорола.

Йәштәрҙең өҫтөнлөгө теорияһын үҫтереүгә француз социологы Гастон Бутуа (Gaston Bouthoul),[10] американ социологы Джек А. Голдстоун,[11] американ политологы Гэри Фуллер[12][13][14] һәм немец социологы Гуннар Һейнсон (Gunnar Heinsohn) ҙур өлөш индерә.[15] Самюэль Хантиңтон (Samuel Huntington), йәштәрҙең өҫтөнлөк алыуы теорияһын файҙаланып, Цивилизациялар бәрелешеү теорияһын эшләй.

Ислам башҡа диндәргә ҡарағанда дошмансылыраҡ диндер тип уйламайым, ләкин бөтә тарих дауамында мосолмандарға ҡарағанда христиандар ҡулынан күберәк кешеләр һәләк булғандыр тигән шигем бар. Шуныһы асыҡ: башҡаларҙы үлтерергә барған кешеләр — 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге ирҙәр.

1960-сы, 1970-се һәм 1980-се йылдарҙа мосолман донъяһында тыуым һаны бик юғары булды, был йәштәрҙең күбәйеп китеүенә килтерҙе. Әммә был туҡталасаҡ. Ислам илдәрендә тыуым кәмей; ҡайһы берҙәрендә иҫ киткес шәп кәмей. Башланғыс осоронда ислам ут һәм ҡылыс менән таратылған, ләкин мосолман теологияһына мираҫ итеп агрессивлыҡ һалынғандыр тип уйламайым.»[16]

Йәштәрҙең өҫтөнлөк алыуы теорияһы йәш булһа ла, АҠШ-тың тышҡы сәйәсәтенә лә, хәрби стратегияһына ла ҙур йоғонто яһап өлгөргән. Голдстоун менән Фуллер Америка хөкүмәтенә консультациялар биргән. ЦРУ инспекторы генерал Джон Л. Һелгерсон 2002 йылғы «The National Security Implications of Global Demographic Change» тигән отчетында уға һылтанған.[17]

Йәштәрҙең өҫтөнлөк итеүе теорияһын беренсе булып тәҡдим итеүселәрҙең береһе Һейнсон фекеренсә, илдең ирҙәр ҡатламының 30-ҙан 40-ҡа тиклем проценты 15—29 «хәүефле» 15—29 йәш төркөмөнә ҡараһа, һуғыш башланыу өсөн кәрәкле шарт тыуа. Ғәҙәттә бының алдынан бер ҡатынға 4-8 бала тура килгән тыуым үҫеше күҙәтелә.

Бер ҡатынға 2,1 бала тура килһә, улы — атаһы урынын, ҡыҙы әсәһе урынын биләй. 2,1 коэффициенты — элгәр быуынды алмаштырыуға, ә түбәнерәк коэффициент халыҡтың бөтә барыуына килтерә.

Ғаиләлә 4-8 бала булһа, атай кеше улдарының киләсәген тәьмин итер өсөн уларға бер түгел, ике-дүрт социаль шарт (эш) тыуҙырырға тейеш. Йәмғиәттә абруйлы эш урындары ризыҡ, дәреслектәр йәки вакциналар тиҙлеге менән арта алмағас, «асыулы йәш ирҙәр» күбәйеп, уларҙың йәшлек ярһыуы көс ҡулланыуға килтерә.

  1. Демографик йәһәттән улар үтә күп һанлы.
  2. Улар йә эшһеҙ, йә бәләкәй эш хаҡлы абруйһыҙ вазифалар башҡара.
  3. Эшләгән аҡсаһы ғаилә ҡороуға етмәгәнлектән күп осраҡта енси тормошо ла юҡ.

Һейнсон фекеренсә, бындай стреслы шарттарҙың бергә уҡмашыуы[18] ғәҙәттә түбәндәге һөҙөмтәләрҙең береһенә килтерә:

  1. көс ҡулланып енәйәт ҡылыу
  2. эмиграция («көс ҡулланмай колониялаштырыу»)
  3. фетнә
  4. граждандар һуғышы һәм (йәки) инҡилап
  5. геноцид (үлтерелгәндәрҙең урынын биләр өсөн)
  6. баҫып алыу (көс ҡулланылған колониялаштырыу, күп осраҡта тыуған илдән ситтә геноцид менән бергә бара).

Дин һәм идеология бындай осраҡтарҙа икенсел шарт булып тора һәм көс ҡулланыуға законлы төҫ биреү өсөн генә хеҙмәт итә, ләкин йәмғиәттә йәштәр өҫтөнлөк алып тормаһа, үҙҙәре генә көс ҡулланыу сығанағы була алмай. Ошо сәбәпле был теория яҡлылар Европаса «христиан» колониализмы һәм империализмын да, бөгөнгө «ислам агрессияһын» да, террорсылыҡты ла демографик етешһеҙлектең һөҙөмтәһе тип ҡарай[19]. Был күренеште Ғәззә секторы (Газа секторы) тапҡыр тасуирлай: тормошта урынын тапмаған йәш ирҙәр күплеге халыҡтың юғары агрессиялылығын тәьмин итеп тора. Ә күрше Ливанда, киреһенсә, хәл сағыштырмаса тыныс[20].

1789 йылғы Француз революцияһында ла йәштәр ифрат ҙур роль уйнай[21]. Нацизм барлыҡҡа килеүҙә Германиялағы иҡтисади депрессия ҙур әһәмиәткә эйә була[22]. Руандалағы 1994 йылғы геноцидты ла йәштәр күбәйеү һөҙөмтәһе тип ҡарарға мөмкин[23].

Йәштәрҙең өҫтөнлөк итеүе теорияһы раса, енес, йәш буйынса дискриминацияға килтергән фекерҙәр әйтелгәнгә күрә тәнҡитләнә.[24]

Рационализм теориялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рационализм теориялары буйынса, конфликтта ҡатнашҡан ике яҡ та аҡыл менән эш итә һәм әҙерәк юғалтыуҙар менән күберәк файҙа алырға тырыша. Раицонализм теорияһы илдәрҙең үҙ-ара һөйләшеп килешә алмайынса һуғыш асыуының өс сәбәбен әйтә: бүлешә алмау; яңылыш мәғлүмәт биреп, алдашыу; ҡаршы яҡтың вәғәҙәһенә ышанмау[25].

Рационализм ҡарашының тәнҡитләрлек яҡтары етерлек. Һуғыш алдынан ике яҡтың да юғалтыуҙарҙы һәм файҙаларҙы хисаплап тороуына ышанып булмай. Мәҫәлән, Икенсе донъя һуғышында үткәрелгән геноцид ваҡытында көсһөҙ яҡҡа бер сара ла ҡалмай. Рационализмсылар фекеренсә, дәүләт бер ихтыярға буйһоноп берләшә, ә дәүләт башлыҡтары уңыш ҡаҙаныу йә уңышһыҙлыҡҡа осрау мөмкинлектәрен һәр яҡлап үлсәп эш итә. Үрҙә аталған тәртипкә бәйләү теориялары был раҫлау менән килешмәй.

Рационализм теориялары уйындар теорияһы өсөн генә яҡшы, ә һуғыштар нигеҙендә ятҡан ҡарарҙарҙы эшләүҙә ҡулланылырлыҡ түгел.

Иҡтисади теориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғышты илдәр араһындағы иҡтисади көнәркәшлектең үҫеүе менән аңлатҡан теориялар бар. Баҙарҙарға, тәбиғәт ресурстарына хужа булыу маҡсатында һуғыштар асыла. Ультра-уң сәйәси даирәләр вәкилдәре, мәҫәлән, көслөләр бөтә нәмәгә хоҡуҡлы тип иҫәпләй. Ҡайһы бер урта ҡарашлы сәйәсмәндәр һуғыштарҙы иҡтисади сәбәптәр менән аңлатыу яҡлы.

„Хәҙерге заманда һуғыш сәбәптәренең индустриаль һәм коммерция көнәркәшлегенә бәйле булыуын белмәгән бер генә ир йәки бер генә ҡатын-ҡыҙ, хатта бер генә бала бармы икән был донъяла?“ — Вудро Вильсон, 1919 йылдың 11 сентябре, Сен-Луис.[26]

„Мин хәрби хеҙмәттә 33 йыл да дүрт айымды үткәрҙем, был ваҡыттың күп өлөшөн мин Ҙур Бизнесҡа, Уолл-стритҡа һәм банкирҙарға хеҙмәт иткән юғары класлы һуғыш суҡмары булып эшләнем. Ҡыҫҡаһы, мин капитализм рэкетиры, гангстеры“ — 1935 йылда иң күп наградалар эйәһе, юғары абруйлы диңгеҙ пехотасыһы (ике Почёт миҙалы менән бүләкләнгән) генерал-майор Смэдли Батлер (АҠШ Республикасылар партияһынан Сенатҡа төп дәғүәсе).[27]

В. И. Ленин Беренсе донъя һуғышын иҡтисади сәбәптәр менән аңлата:

Беренсе донъя һуғышының сәбәпсеһе тип Э. Фромм һуғышта ҡатнашҡан дәүләттәрҙең барыһының да юғары ҡатламдарының иҡтисади мәнфәғәттәрен билдәләй[7].

Сәйәсәт фәнендә һуғыштар барлыҡҡа килеү теорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе донъя һуғышы буйынса тикшеренеүсе Фрай Ричардсон (Lewis Fry Richardson) беренселәрҙән булып һуғыштарға статистик анализ яһай.

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса бер нисә мәктәп йәшәп килә. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә реализм яҡлылар раҫлауынса, дәүләт өсөн төп мотив — уның үҙ хәүефһеҙлеге.

Икенсе теория халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә власть мәсьәләһен һәм власть күсеү теорияһын ҡарай, был теорияға ярашлы, донъя билдәле бер иерархия буйынса теҙелә һәм ғәмәлдәге гегемонға буйһонмаған Бөйөк державаның тәртибе һуғыш башланыуға сәбәпсе була.

Объективизм ҡарашы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Объективизмды хасил иткән һәм рациональ индивидуализм һәм капитализмға ҡыҫылмау яҡлы булған Айн Рэнд раҫлауынса, кеше һуғышҡа ҡаршы торорға теләһә, ул бөтәһенән элек дәүләт контролендәге иҡтисадҡа ҡаршы булырға тейеш. Өйөр инстинктынан ҡотола алмаған һәм коллектив өсөн индивидуумдарҙы ҡорбан иткән кешеләр булғанда ерҙә тыныслыҡ урынлашыуы мөмкин түгел.[28]

Һуғышта яҡтарҙың маҡсаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштың төп маҡсаты ҡаршы яҡҡа үҙ ихтыярыңды тағыуҙан ғибәрәт. Сәйәсәттең бер субъекты икенсеһенең тәртибен үҙгәртергә, уны иркенән, идеологияһынан, ниндәйҙер хоҡуҡтарҙан ваз кистерергә, милли байлыҡтарынан, ер-һыуҙарынан баш тарттырырға тырыша. Был ынтылышты һуғышһыҙ тормошҡа ашырыуҙың, мәҫәлән, көс ҡулланыу менән янап, бер дәүләтте икенсеһенә „үҙ ихтыяры менән ҡушылырға“ мәжбүр итеү юлы бар. Американың психологик һуғыш буйынса белгесе П. Лайнбарджер фекеренсә, һуғыш — ул ҡиммәтле, ҡанлы, хәүефле, ләкин башҡа юлдар маҡсатҡа өлгәштерә алмаған осраҡта һөҙөмтә бирә торған сара.[29] Ләкин һуғыш башлаусылар йыш ҡына ниндәй ҙә булһа йәшерен маҡсаттарҙы ла ҡуя, йәғни эске сәйәси хәл-торошон нығытырға, төбәктә тотороҡлолоҡто ҡаҡшатырға йә дошманды албырғатып, көсһөҙләндерергә тырыша. Һуғышты башлаусы яҡ үҙе өсөн һуғышҡа тиклемгенән яҡшыраҡ шарттар тыуҙырыу маҡсатын ҡуя. Һуғышҡа ылыҡтырылған яҡ алдында тыуған маҡсаттар:

  • Үҙ ихтыярын тағырға маташҡан дошманға ҡаршы тороу.
  • Агрессияның ҡабатланыуын булдырмау.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымтаға килергә була: һуғышта

  • ҡаршы торған яҡтарҙың береһе тулы еңеүгә өлгәшергә мөмкин — йә агрессор еңә, йә оборона тотоусы яҡ агрессорҙы уңышлы йүгәнләй.
  • Ике яҡ та маҡсаттарына тулыһынса өлгәшмәй — агрессорҙың ихтыяры өлөшләтә генә үтәлә.

Атауальпа өсөн түләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инка империяһы хакимы Атауальпаны ҡотҡарыу өсөн түләү (1533 йылдың 18 июне) донъя тарихында иң ҙур һуғыш ғәнимәте булып тора.

Түләү итеп 5993 кг алтын бирелә, был Испанияға Африканан килеп торған алтындың бер йыллыҡ күләменән 14 тапҡырға күберәк була.

Һуғышҡа философик һәм мораль баһалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙел һуғыш концепцияһына ярашлы, һуғыштарҙың ҡайһы берҙәре генә ғәҙел һәм мораль яҡтан аҡланған була. Ғәҙел һуғыш теорияһы нигеҙҙәре Аристотелдә һәм Цицеронда бар.

Ҡайһы бер философтар һуғышта юғары мәғәнә таба. Мәҫәлән, Гегель һуғышты халыҡтарҙың әхләҡи сәләмәтлеген һаҡлау сараһы тип күрә. В. С. Соловьев „һуғыш ул изге нәмә“ ти. И. А. Ильин һуғыштың „рухи мәғәнәһен“ һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Пацифистик ҡарашта торған философтар, мәҫәлән, Эразм Роттердамский, һуғышты бәләләр һәм бәхетһеҙлектәр сығанағы итеп һанай. И. Кант һуғышты ҡырағайлыҡ билдәһе тип баһалай.[30][неавторитетный источник?]

Кешелек тарихындағы һуғыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
В. В. Верещагин. „Һуғыш апофеозы“ (1878)

XIX быуатҡа тиклем һуғыштарҙың иҡтисади базаһы сағыштырмаса бәләкәй була, ҡағиҙә булараҡ, һуғыштарҙы әҙ һанлы профессиональ ғәскәрҙәр алып бара. XIX быуаттың икенсе яртыһынан, бигерәк тә XX быуаттан һуғыштар иҡтисадҡа ифрат ҙур көсөргәнеш һала һәм күп миллионлы халыҡ массаларын оҙайлы көрәш эсенән ылыҡтыра. Хәрби бәрелештә бер нисә ил ҡатнаша, шулай итеп, ул донъя һуғышына әүерелә. Беренсе донъя һуғышында — 70 миллиондан ашыу, Икенсе донъя һуғышында 110 миллион самаһы кеше ҡатнаша.

Кешелек йәмғиәтендә һуғыштың әһәмиәте төрлөсә баһалана.

  • Һуғыштарҙың кире эҙемтәләренә, кешеләрҙең һәләк булыуынан тыш, гуманитар һәләкәт тигән комплекс та ҡарай, уға аслыҡ, эпидемиялар инә. Хәҙерге замандың глобаль һуғыштары кешеләрҙе һәм матди байлыҡтарҙы күпләп юғалтыуға, бер ҡасан күрелмәгәнсә ҙур емереклектәргә, бәлә-ҡазаларға килтерә. Мәҫәлән, Европа илдәрендә һуғыштар һөҙөмтәһендә күрелгән юғалтыуҙар (үлтерелгәндәр, яраларҙан һәм ауырыуҙарҙан вафат булғандар) түбәндәгесә була: XVII быуатта — 3,3 миллион кеше, XVIII быуатта — 5,4, XIX быуатта һәм XX быуат башында (Беренсе донъя һуғышына тиклем) — 5,7, Беренсе донъя һуғышында — 9 миллиондан ашыу, Икенсе донъя һуғышында (нацистик концлагерҙарҙа һәләк булғандарҙы ла индереп) — 50 миллиондан ашыу кеше.
  • Һуғыштарҙың ыңғай эҙемтәләренә мәғлүмәт алмашыу (Талас яуынан һуң ғәрәптәр ҡытайҙарҙың ҡағыҙ эшләү серен белә), фәнни-техник асыштарҙың ҡапыл күбәйеүе, шулай уҡ ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың бөтөрөлөүе инә.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр һуғыштың тотош кешелек өсөн (айырым кеше өсөн түгел) ыңғай яҡтары тип түбәндәгеләрҙе лә билдәләй:

  1. Кешелек йәмғиәтенә биологик һайлап алыу ҡайта, сөнки ғәҙәти шарттарҙа иш һайлаған саҡта биология закондарының йоғонтоһо ныҡ көсһөҙләнһә, һуғыш ваҡытында йәшәүгә яраҡлашыу көсө булған тоҡом барлыҡҡа килә.
  2. Һуғыш осоронда кешегә тыныс тормошта һалынған бөтә тыйыуҙар юҡҡа сыға. Шулай итеп, һуғышты тотош социум эсендә психологик көсөргәнеште сисеү сараһы итеп ҡарарға була.
  3. Сит ихтыярға буйһоноп ҡалыуҙан ҡурҡыу, хәүефтән ҡурҡыу техник прогресты дәррәү үҫтереп ебәрә. Уйлап табыуҙарҙың күпселеге хәрби ихтыяжға тәғәйенләнә, һуңынан тыныс тормошта ҡулланыуға индерелә.
  4. Иң юғары кимәлдәрҙә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һауыға һәм донъя берләшмәһе кеше ғүмере, тыныслыҡ кеүек ҡиммәттәрҙе баһалай башлай.

Һуғыштарҙың тарихи төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫештең түбәнге баҫҡысында торған кеше төркөмдәре өсөн һуғыш ихтыяжы юҡ тигән фекер бар (Танзаниялағы хадзалар һәм Тиви утрауындағы австралий аборигендары), башланғыс үҫеш баҫҡысында торған кешеләргә һуғыш хас түгел. Фин тикшеренеүселәре фекеренсә, һунарсылыҡ, үҫемлектәр менән туҡланыусы ҡәбиләләр аҙыҡ-түлек тупламдары йыймағанлыҡтан уларҙың һуғышыр өсөн сәбәптәре лә юҡ[31].

Боронғо донъя һуғыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
„Зама эргәһендәге алыш“ картинаһы» б. э. т. 202 йыл ваҡиғаһын һүрәтләй, Корнелис Корт (1567)
  • Боронғо дәүләттәрҙең ижтимағи үҫештең түбәнгерәк баҫҡысында торған ҡәбиләләрҙе буйһондороп, яһаҡ түләтеү һәм ҡолдар алыу маҡсатындағы баҫып алыу һуғыштары (мәҫәлән, Галлия һуғышы, Маркоман һуғышы һ. б.)
  • Территориялар яулап алыу һәм еңелгән илдәрҙе буйһондороу маҡсатында алып барылған дәүләт-ара һуғыштар (мәҫәлән, Пун һуғыштары, Грек-фарсы һуғыштары);
  • аҡһөйәктәрҙең төркөмдәре араһындағы һуғыштар (мәҫәлән, б. э. т. 321—276 йылдарҙағы Искәндәр Зөлҡәрнәй империяһын бүлешеү өсөн диадохтар араһындағы һуғыштар);
  • ҡолдарҙың ихтилалдары (мәҫәлән, Римда ҡолдарҙың Спартак етәкселегендәге ихтилалы);
  • крәҫтиәндәр һәм һөнәрселәрҙең ихтилалдары (Ҡытайҙа ҡыҙыл ҡашлыларҙың ихтилалдары).

Урта быуаттар һуғыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дини һуғыштар: Тәре яуҙары, Жиһат;
  • Династиялар һуғыштары (мәҫәлән, Англияла Ал рауза һәм Аҡ рауза һуғышы);
  • Ҡыҫымдарға ҡаршы крәҫтиән һуғыш-ихтилалдары (мәҫәлән, Францияла Жакерия, Германияла Крәҫтиәндәр һуғышы (Bauernkrieg))

Яңы һәм Иң яңы дәүер һуғыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Капиталистик илдәрҙең Азия, Африка, Америка, Океания халыҡтарын үҙҙәренә буйһондороу өсөн колониаль һуғыштары (мәҫәлән, Беренсе әфиүн һуғышы һәм Икенсе әфиүн һуғышы);
  • Дәүләттәрҙең һәм дәүләттәр коалицияларының гегемонлыҡ өсөн һуғышыуы (мәҫәлән, Төньяҡ һуғышы, Америка-Мексика һуғышы, Корея һуғышы, Эфиопия-Эритрея һуғышы), донъяла хакимлыҡ итеү өсөн һуғыштар (Ете йыллыҡ һуғыш, Наполеон һуғыштары, Беренсе һәм Икенсе донъя һуғышы);
  • Социалистик һәм буржуаз-демократик инҡилаптар менән бергә барған граждандар һуғыштары. Йыш ҡына граждандар һуғыштары тышҡы интервенцияға ҡаршы көрәшкә ҡушылып китә (Ҡытайҙа граждандар һуғышы);
  • Бойондороҡло һәм колониаль илдәрҙең колониясыларға ҡаршы, дәүләт бойондороҡһоҙлоғон урынлаштырыу йә уны һаҡлап ҡалыу өсөн милли-азатлыҡ һуғыштары (мәҫәлән, Алжир һуғышы, Португалияның колониаль һуғышы һ. б.).

Постиндустриаль һуғыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Постиндустриаль һуғыштар — ул барыһынан элек дипломатик һәм шпионлыҡ итеп ҡара-ҡаршы тороу.

  • Ҡала герильяһы
  • Гуманитар һуғыш (мәҫәлән, Косово һуғышы)
  • Террорға ҡаршы операция
  • Этнос-ара ыҙғыш (мәҫәлән,Босния һуғышы, Карабах һуғышы)

Линд буйынса һуғыш быуындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда Америка эксперты Уильям Линд һуғыштарҙы дүрт быуынға бүлә. Беренсе быуын һуғыштарын шыма көбәкле атыу ҡоралы менән тигеҙ сафҡа теҙелеп алып барыла тип һүрәтләй; икенсе быуын артиллерия ҡулланып, пулемёттарҙан атып, окоптар һәм башҡа ялан фортификацияһы ҡулланып, позицияларҙан алып барыла; өсөнсө быуын — блицкриг: армия дошманды йәһәт ҡоралһыҙландырып, ҡамауға алырға һәм уның коммуникацияларын өҙөргә тырыша, ҡоралдарҙың төп төрҙәре — танкылар һәм авиация; дүртенсе быуын һуғышы, Линд буйынса, техниканың иң һуңғы ҡаҙаныштарын ҡулланып ҡоралланған һалдаттарҙан торған ваҡ төркөмдәрҙең айырым операциялары рәүешендә алып барыла.

Әҙәбиәттә бишенсе һәм алтынсы быуын һуғыштары ла һүрәтләнә, ләкин ул терминдарҙың йөкмәткеһе төрлө авторҙа төрлөсә.

Халыҡ-ара һәм халыҡ-ара булмаған ҡораллы бәрелеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара гуманитар хоҡуҡиәттә ҡораллы бәрелештәрҙең ике төрөн айырып йөрөтәләр[32]:

  • Халыҡ-ара ҡораллы бәрелеш. Был осраҡта һуғыш дәүләттәр араһында бара.
  • Халыҡ-ара булмаған ҡораллы бәрелеш. Был осраҡта һуғыш баш күтәреүселәр менән дәүләт араһында бара.

Һуғыштарҙың оҙайлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң ҡыҫҡа һуғыш 1896 йылда Англия менән Занзибар араһында була. Уның оҙайлығы — 38 минут.

Иң оҙайлыһы тип «йөҙ йыллыҡ һуғыш» иҫәпләнә, ғәмәлдә ул бер-бер артлы булған дүрт бәрелештән тора.

Голландия менән Силли араһындағы 335 йыллыҡ һуғышты ла иң оҙайлыларға индерәләр.

Юридик күҙлектән Өсөнсө Пун һуғышы иң оҙайлыһы тип табыла. Ул 2134 йыл бара (б. э. т. 149 — б. э. 1985 йылдар). Рим Карфагенды ҡыйратҡандан һуң солох төҙөлмәй, һуғыш хәле формаль һаҡланып ҡала, 1985 йылда ғына Рим менән Тунистың (Карфаген харабалары урынында төҙөлгән ҡала) мэрҙары формаль солох килешеүенә ҡул ҡуя.

Ғәмәлдә Реконкиста иң оҙон һуғыш булып тора. Пиреней ярымутрауын ғәрәптәрҙән азат итеү һуғыштары 718 йылда Ковандонг эргәһендәге алыштан башлана һәм 1492 йылда Гранада әмирлегенең ҡолауы менән тамамлана.

  1. Статья «War» с сайта энциклопедии Британника
  2. Durbin, E.F.L. and John Bowlby .
  3. Turnbull, Colin (1987), «The Forest People» (Touchstonbe Books)
  4. Alexander, Franz.
  5. Blanning, T.C.W. «The Origin of Great Wars.
  6. Walsh, Maurice N. War and the Human Race. 1971.
  7. 7,0 7,1 Эрих Фромм. Анатомия человеческой деструктивности. — М.: Республика, 1994. — 447 с. — ISBN 5-250-02472-6.
  8. Lorenz, Konrad On Aggression 1966
  9. Montagu, Ashley (1976), „The Nature of Human Aggression“ (Oxford University Press)
  10. Bouthoul, Gaston: „L`infanticide différé“ (deferred infanticide), Paris 1970
  11. Goldstone, Jack A.: „Revolution and Rebellion in the Early Modern World“, Berkeley 1991; Goldstone, Jack A.: „Population and Security: How Demographic Change can Lead to Violent Conflict“, [1] (недоступная ссылка с 21-05-2013 (1092 дня) — история, копия)
  12. Fuller, Gary: „The Demographic Backdrop to Ethnic Conflict: A Geographic Overwiew“, in: CIA (Ed.): „The Challenge of Ethnic Conflict to National and International Order in the 1990s“, Washington 1995, 151—154
  13. Fuller, Gary (2004): „The Youth Crisis in Middle Eastern Society“ 2020 йыл 8 апрель архивланған.
  14. Fuller, Gary (2003): „The Youth Factor: The New Demographics of the Middle East and the Implications for U.S. Policy“[2] 2007 йыл 10 август архивланған.
  15. Gunnar Heinsohn (2003): „Söhne und Weltmacht: Terror im Aufstieg und Fall der Nationen“ („Sons and Imperial Power: Terror and the Rise and Fall of Nations“), Zurich 2003), available online as free download (in German) [3]; see also the review of this book by Göran Therborn: „Nato´s Demographer“, New Left Review 56, March/April 2009, 136—144 [4]
  16. ‘So, are civilizations at war?’
  17. Helgerson, John L. (2002): «The National Security Implications of Global Demographic Trends»[5] 2017 йыл 10 октябрь архивланған.
  18. Heinsohn, G.(2006): "Demography and War.
  19. Heinsohn, G.(2005): "Population, Conquest and Terror in the 21st Century.
  20. G. Heinsohn: «Why Gaza is Fertile Ground for Angry Young Men.
  21. Goldstone, Jack A.: „Revolution and Rebellion in the Early Modern World“, Berkeley 1991
  22. Moller, Herbert (1968): ‘Youth as a Force in the Modern World’, Comparative Studies in Society and History 10: 238—260; 240—244
  23. Diessenbacher, Hartmut (1994): Kriege der Zukunft.
  24. Hendrixson, Anne: „Angry Young Men, Veiled Young Women: Constructing a New Population Threat“ [6]
  25. Fearon, James D. 1995.
  26. The Papers of Woodrow Wilson, Arthur S. Link, ed.
  27. 1935 issue of „the non-Marxist, socialist“ magazine, Common Sense.
  28. Rand, Ayn (1966), chapter 2, The Roots of War, Ayn Rand — Capitalism: The Unknown Ideal.
  29. А. Г. Караяни. Психология и война. -М.: Военный университет. 2003.
  30. Философские и моральные оценки войны
  31. Первобытные люди не знали войн, доказали антропологи — Человек : Наука / infox.ru
  32. How is the term «Armed Conflict» defined in international humanitarian law?