17 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
17 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
17 февраль Викимилектә |
17 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 48-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 317 көн ҡала (кәбисә йылында 318).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Алдан уйламай мәрхәмәтлек күрһәтеү көнө
- Кешелек рухы көнө.
- АҠШ: Йәмәғәт фәндәре көнө.
- Косово Республикаһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө
- Ливия: Революция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Яғыулыҡ хеҙмәте көнө.
- Студент отрядтары көнө.
- 1740: Санкт-Петербург өсөн иң түбән температура теркәлә — минус 40°C.
- 1852: Санкт-Петербургта тамашасылар өсөн тәүге тапҡыр Эрмитаж музейы асыла.
- 1918: Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы ойошторола.
тулы исемлек
- 1935: СССР Совнаркомы һәм КПСС Үҙәк Комитеты «Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһен ойоштороу» тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1936: СССР-ҙың туплы хоккей буйынса беренсе чемпионаты башлана.
- 1947: «Америка тауышы» радиостанцияһы Советтар Союзына радиотапшырыуҙар башлай.
- 1972: СССР Фәндәр Академияһының Ғилми-тикшеренеү иҫәпләү үҙәге асыла.
- 1975: Мәскәүҙә ядро ҡоралын таратмау тураһында берләштерелгән совет-инглиз декларацияһына ҡул ҡуйыла.
- 1983: Ада программалау теленең «тыуған көнө».
- 1992: Баймаҡҡа «республика әһәмитендәге ҡала» статусы бирелә.
- 1992: Краснокама районындағы Ағиҙел эшселәр ҡасабаһы «республика әһәмитендәге ҡала» статусын ала.
- 1993: «Газпром» акционерҙар йәмғиәте ойошторола.
- 1994: БДБ илдәре эске эштәр министрлыҡтары етәкселәре «Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуя.
- 1999: Федерация Советы «Рәсәй менән Украина араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм партнерлыҡ тураһындағы килешеү»ҙе (1997) раҫлай.
- 2008: Косово Республикаһы парламенты Сербиянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кривошеин Василий Иванович (1925—21.08.2007), спортсы-еңел атлет, тренер, педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1985 йылдарҙа — физик тәрбиә кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1961—1986 йылдарҙа БАССР йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1962—1967 йылдарҙа — РСФСР йыйылма командаһы тренеры. 1961—1986 йылдарҙа Башҡортостандың Еңел атлетика федерацияһы рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1967), еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1952), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Охлебин ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллин Ринат Барый улы (1946—8.01.2008), энергетика тармағы һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре. 1976—1985 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһенең Учалы район электр селтәрҙәре начальнигы; 1985—1997 йылдарҙа Белорет электр селтәрҙәренең директор урынбаҫары, директоры; 1997—2000 һәм 2002—2008 йылдарҙа Өфө ҡала электр селтәрҙәре директоры; 2000—2002 йылдарҙа Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почётлы энергетигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Учалы районының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән ошо райондың Ҡорама ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гаврилов Дмитрий Васильевич (1927—19.12.2020), ғалим-тарихсы. 1981 йылдан СССР Фәндәр академияһы Урал фәнни үҙәгенең Иҡтисад институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан — сектор мөдире; 1988 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Тарих һәм археология институтының сектор мөдире, 1999 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Тарих фәндәре докторы (1987), профессор (1994). Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). В. Н. Татищев һәм Г. В. де Генин исемендәге (1999), П. И. Рычков исемендәге (2003) премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Озеро ауылынан.
- Селезнев Альберт Иванович (1932), сәнәғәт тармағы ветераны. 1972—1986 йылдарҙа Өфө «Химпром» производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1996). Октябрь Революцияһы (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Климанов Владимир Владимирович (1942), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-балалар хирургы. 1967 йылдан Республика клиник дауаханаһы табибы, 1970 йылдан — бүлек мөдире; 1974 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Каширин Виктор Никитович (1947), педагогик хеҙмәт ветераны, музыкант-баянист. 1974 йылдан хәҙерге Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы. «Сударушка» халыҡ музыка ҡоралдары ансамблен ойоштороусы һәм 2003—2015 йылдарҙа уның художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Чапаевск ҡасабаһынан.
- Бәкеров Әхәт Барый улы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-табип-гематолог, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — дауалау эштәре буйынса проректор; 1997 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013) һәм бишенсе (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1998 йылдан Башҡортостан терапевтар ассоциацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), медицина фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005) һәм атҡаҙанған табибы (1995).
- Солтангәрәев Миҙхәт Сәйфулла улы (1952), цирк ветераны, атта һыбай йөрөүсе артист. 1973 йылдан «Башҡортостан егеттәре» атлы цирк труппаһы ағзаһы, 1981 йылдан труппаның художество етәксеһе, 2005 йылдан Өфө циркының хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженеры, 2010 йылдан — директор урынбаҫары. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2002) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тахаев Хәлил Ярулла улы (1908—28.05.1986), ғалим-иҡтисадсы-географ, дәүләт һәм партия органдары, мәғариф хеҙмәткәре. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1951—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының бүлек мөдире, 1955 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1967 йылдан — сектор мөдире, бер үк ваҡытта 1951—1955 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының иҡтисади география кафедраһы мөдире. География фәндәре кандидаты (1947). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968).
- Әхмәтов Рәсүл Исхаҡ улы (1938), механизатор. Әбйәлил районы «Путь Ленина» колхозының элекке тракторсы-машинисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт рамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1986). Сығышы менән ошо райондың Тупаҡ ауылынан.
- Юлдашбаев Рафаил Камил улы (1948), архитектор. 1976 йылдан хәҙерге Ҡазан «ГипроНИИИавиапром» йәмғиәте архитекторы, 1991 йылдан проекттарҙың баш архитекторы. 1982 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған архтитекторы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Бүребай ауылынан.
- Санъяров Фәнзил Бүләк улы (1953), ғалим-тел белгесе, яҙыусы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1999), доцент. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Ҡырмыҫҡалы районының М. Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты.
- Ғүмәров Рәфил Нәзип улы (1963), инженер. 1980 йылдан (өҙөклөк менән) Дүртөйлө районы «Рәсәй» колхозы механизаторы, инженер-төҙөүсеһе, 1995 йылдан — баш инженер-механигы, 1999 йылдан тоҡомсолоҡ заводы итеп үҙгәртелгән ошо уҡ хужалыҡ рәйесе, 2009 йылдан — «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы (2007), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Байыш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Басиров Рафаэль Абдрахман улы (1939—12.2015), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1958—1999 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы механизаторы. Октябрь Революцияһы (1987) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан.
- Хәкимов Милләт Ташбулат улы (1949—1993), ауыл хужалығы, мәғариф, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1977 йылдан КПСС-тың Әбйәлил һәм Баймаҡ район комитеттарының беренсе секретары, 1988 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 10—12-се саҡырылыш (1980—1993) Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Ҡаһарманова Мәстүрә Кираметдин ҡыҙы (1964), төҙөүсе. 1983 йылдан Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһындағы төҙөлөш тресы эшсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1600: Джордано Бруно, Италия шағиры, инквизиция утында яндырылыусы.
- 1906: Агния Барто, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы.