Alipay
Alipay | |
Тармаҡ | финансовые услуги[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 2004 |
![]() | |
Рәсми атамаһы |
|
Нигеҙләүсе | Джек Ма[d] |
Хужаһы | Ant Financial[d] |
Таратыусы | Huawei AppGallery[d], Google Play[d] һәм App Store[d] |
Платформа | Android[d] һәм iOS[d] |
Индереү ысулы | сенсорлы экран[d] |
Таратыу форматы | цифровое скачивание[d] |
Рәсми сайт | alipay.com |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 503 264 |
![]() |
Alipay (ҡыт.
2009 йылдың 6 июленә ҡарата теркәлгән ҡулланыусылар һаны — 200 миллиондан, көндәлек әйләнеш 700 миллион юандән ашып китә[4].
2010 йылдың декабренә ҡарата Alipay түләү системаһында 550 миллион ҡулланыусы теркәлгән, тәүлек һайын 8,5 миллион самаһы транзакция үткәрелә, аҡса эквивалентында ул 385 миллион доллар тәшкил итә. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса, электрон түләүҙәр юҫығында Alipay түләү системаһының өлөшө 50 проценттан аша, был яҡынса 46 миллиард долларға тиң.
Alipay 65 финанс ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итә, улар араһында — Visa һәм MasterCard түләү системалары, China Post почта сервисы, China Unicom кәрәҙле элемтә операторы, донъяның һәм төбәктең эре банктары.
Alipay түләү системаһы 2017 йылдың 1 ғинуарынан AliExpress[5] клиенттарын хеҙмәтләндереүҙе туҡтата. 30 АҠШ долларына тиклемге суммалар купонға күсерелә, уларҙы 1 йыл эсендә тотонорға мөмкин була. 30 АҠШ долларынан ашып киткән суммаларҙы эйәһенең банк счетына ҡайтарырға тәҡдим ителә. Бындай ҡайтарыуҙарҙың һәр береһенән минималь комиссия йыйымы кәм тигәндә 15 АҠШ доллары тәшкил итә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ - 关于
支 付 宝 - ↑
支 付 宝 将 在 成都 网货会 展示 移 动支付 技 术(недоступная ссылка) - ↑
支 付 宝 牵手中国 联通加速 "生活 化 " 2009 йыл 19 декабрь архивланған. - ↑ 邵晓锋押
宝 移 动支付 -商 业频道 -金融 界 (недоступная ссылка) - ↑ Платежная система Alipay Закрывается