Taobao
Taobao | |
Тармаҡ | электронная коммерция[d] һәм интернет-торговля[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 2003 |
Нигеҙләүсе | Джек Ма[d] |
Хужаһы | Alibaba Group |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Alibaba Group |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Ханчжоу[d], Ҡытай |
Әҫәрҙең теле | Ҡытай теле |
Распространяется | Microsoft Store[d], Google Play[d] һәм App Store[d] |
Рәсми сайт | taobao.com[1] |
Ранг Alexa | 10[2] |
Маска URL для поиска | https://s.taobao.com/search?initiative_id=staobaoz_20181222&q=$1 |
Taobao.com (ҡыт. трад.
Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Taobao'ла тауарҙарҙың киң ассортименты — кейем-һалым һәм аксессуарҙар, аяҡ һәм баш кейеме, көнкүреш техникаһы һәм башҡа халыҡ ҡулланыуы тауарҙары тәҡдим ителә, яңылары ла, тотонолғандары ла һатыла. Тауарҙы алдан билдәләнгән хаҡ менән дә, килешелгән хаҡҡа ла, аукцион аша ла һатырға мөмкин. Теркәлеү өсөн элек Ҡытай операторының телефон номеры һәм Ҡытай банкында иҫәп банк булыу мотлаҡ ине.
Dangdang.com һәм 360buy.com компаниялары Taobao.com компанияһының көнәркәштәре булып тора.
Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2014 йылдың ғинуарына Taobaoла донъяның теләһә ҡайһы иленән теләгән бер кеше теркәлә ала. Теркәлергә теләгән кешенең үҙе йәшәгән илдәге мобиль телефонын күрһәтеүе етә. Аккаунтты әүҙемләштереү өсөн шул номерға хәбәр килә. Тауар хаҡы Visa картаһы аша түләнә. Taobao'нан башҡа илдәргә тауар оҙатыу мәсьәләһе һорау аҫтында ҡала.
2008 йылда әйләнеш 99,96 млрд юань (15 млрд самаһы АҠШ доллары ) тәшкил итә, Ҡытай интернет-магазиндары баҙарында бөтә һатыуҙарҙың 80 проценты Taobao өлөшөнә төшә[3].
2011 йылға ҡарата Taobao онлайн-һатыуҙар баҙарының 80 процентын биләй, ә теркәлгән ҡулланыусылар һаны 370 миллион була[4].
«Синьхуа ньюс» хәбәрселәре мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 йылда Taobao менән Alipay түләү системаһының әйләнеше бер триллион юангә етә, был eBay менән Amazon әйләнешенә тиң була[5]
2011 йылдың июнендә ваҡытлы матбуғат сараларында Alibaba Group компанияһының компанияны өскә бүлеп үҙгәртергә йыйыныуы тураһында хәбәр баҫылып сыға. Бының төп маҡсаты тип конкуренцияға һәләтлелекте арттырыу һәм бизнесты алып барыуҙың төрлө моделдәрен үҫтереү билдәләнә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Alexa Internet (ингл.) — 1996.
- ↑ Доклад о развитии китайского сектора интернета . ??? (???). Дата обращения: ???. Архивировано 9 апрель 2012 года. 2012 йыл 29 февраль архивланған.
- ↑ Ma is splitting Taobao into three companies . China Daily (17 июнь 2011). Дата обращения: 23 июнь 2011. Архивировано 9 апрель 2012 года.
- ↑
阿 里 巴 巴 :商 业模式 创新引领者 (китайский)