Күк көртмәле
Күк көртмәле | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Vaccinium uliginosum L.typus | ||||||||||||||
|
Күк көртмәле[1][2] (лат. Vaccínium uliginósum) — йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни һәм фәнни-популяр әҙәбиәттә һаҙ күк көртмәлеһе, батҡыл күк көртмәлеһе, тәбәшәк күк көртмәле тигән варианттар осрай[3].
Урыҫ телендә уның атамалары күп төрлө: водопьянка, голубец, голубица, гонобоб, гонобо́бель, гонобой, гоноболь, дураха, дурника, дурниха, дурница, пьяная ягода, пьяника, пьяничка, пьяница, синий виноград, синика.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был төр Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм һалҡын климатлы, тундралы, урманлы зоналарында һәм тауҙарҙың өҫкө бүлкәтендә, йыш ҡына һаҙлыҡлы, торфлы бөтә төбәктәрендә осрай. Евразияла көнбайышта Исландиянан һәм Бөйөк Британиянан алып Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышына һәм Японияға тиклем таралған (көньяҡ ареалы — Испания, Италия, элекке Югославия илдәре , Төркиә, Монголия). Төньяҡ Америкала — Алясканан Ньюфаундлендҡа тиклем үҫә (көньяҡта — Калифорнияға)[4].
Йылға, шишмәләр буйында ваҡ майҙандар биләһә, Байкал аръяғында, мәҫәлән, тиҫтәләрсә кв. километр майҙандарҙа үҫә.
Агротехника
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күк көртмәле — талымһыҙ үлҫемлек, ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар менән зарарланмай тиерлек.
Күк көртмәле әсе тупраҡ ярата (pH 4—5)), шуға күрә әселек кимәлен даими күҙәтеп торорға кәрәк. Бигерәк тә дымға талапсан. Күк көртмәленең тамырҙары таралған тупраҡ ҡатламы 20 см тәрәнлеккә тиклем һәр ваҡыт дымлы булырға тейеш, ләкин ул артыҡ һыулы ерҙе яратмай.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Голубика Эши
- Голубика высокорослая
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кожевников Ю. П. Семейство вересковые (Ericaceae) // Жизнь растений. В 6-ти т. / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1981. — Т. 5. Ч. 2. Цветковые растения. — С. 88—95. — 300 000 экз.
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1011. Vaccinium uliginosum L. — Голубика, или Гонобобель // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 25. — ISBN 5-87317-163-7.
- Мазуренко М. Т. Голубика // Вересковые кустарнички Дальнего Востока (структура и морфогенез) / Отв. ред. А. П. Хохряков. — М.: Наука, 1982. — С. 120—127. — 184 с. — 1200 экз. — УДК 582.912.42
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ГОСТ Р 54696-2011. Черника и голубика свежие. Технические условия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-башкирский словарь (З. Г. Ураксин, Ю. З. Ураксин, 2004)
- ↑ Русско-башкирский словарь по ботанике (С. И. Янтурин, Г. А. Хисамов, 1981)
- ↑ Тюриков, Е. А. Брусничные: старт в новое столетие // Сад и огород : журнал. — М., 2000. — № 3 (44). — С. 30—31.
- ↑ По данным сайта GRIN (см. раздел Һылтанмалар)
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |