Нюрнберг процесы
Нюрнберг процесы — Гитлер Германияһының элекке етәкселәре өҫтөнән халыҡ-ара суд процесы. 1945 йылдың 20 ноябрендә иртәнге сәғәт 10-дан башланып 1946 йылдың 20 ноябренә тиклем Нюрнберг Юстиция һарайының «600 залында» урынлашҡан Халыҡ-ара хәрби трибуналда үтә.
Процесc һөҙөмтәһендә 11 нацист енәйәтсеһе үлем язаһына (аҫылыу) хөкөм ителә. Уларҙың 10-һы язалана, ә береһе, Герман Геринг, яза алдынан үҙ-үҙенә ҡул һала. Уларҙың барыһының да кәүҙәһе яндырыла һәм көлө елгә осорола. Бынан тыш, Мартин Борман ситтән тороп үлем язаһына хөкөм ителә. Ете нацист енәйәтсеһе төрлө мөҙҙәткә — 10 йылдан алып ғүмерлеккә — төрмәгә ябыуға хөкөм ителә. Өс хөкөм ителеүсе аҡлана.
1950 йылдарҙа киләсәктә хәрби енәйәт ҡылған һәм кешелеккә ҡаршы енәйәт эшләгән эштәрҙе ҡараусы даими эшләгән халыҡ-ара енәйәт суды ойоштороу ынтылыштары була, әммә бындай орган (Халыҡ-ара енәйәт суды) 2002 йылда ғына үҙ эшмәкәрлеген башлай[1].
Трибуналды ойоштороу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 1 ноябрендә СССР, АҠШ, Бөйөк Британия сит ил эштәр министрҙары Мәскәү конфеернцияһында Йәшерен протоколға ҡул ҡуя. Уның 18-се пункты «Декларация об ответственности гитлеровцев за совершаемые зверства» була. 2 ноябрҙә «Декларация…» Рузвельт, Сталин һәм и Черчилль ҡултамғаһы менән «Правда» гәзитендә баҫылып сыға. "Декларация…"ның йомғаҡлау абзацында:
Эта декларация не затрагивает вопроса о главных преступниках, преступления которых не связаны с определённым географическим местом и которые будут наказаны совместным решением правительств союзников.— Московская конференция министров иностранных дел СССР, США и Великобритании (19—30 окт. 1943 г.): Сборник документов / М-во иностр. дел СССР.— М.: Политиздат, 1984. Т. 1.
— тиелә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 2 ноябрендәге Указы менән Ғәҙәттән тыш дәүләт комиссияһы (ЧГК) ойошторола. Ул немец-фашист илбаҫарҙарының һәм уларҙың арҡаҙаштарының ҡылған яуызлығын, СССР граждандарына, колхоздарына, йәмәғәт ойошмаларына, дәүләт предприятиеларына һәм учреждениеларына килтергән зыянын асыҡлау һәм тикшереү (ЧГК) менән шөғөлләнә. Республикаларҙа һәм өлкәләрҙә шундай урындағы комиссиялар ойошторола. 1944 йыл башына 19 комиссия була[2]. ЧГК йыйған материалдар нигеҙендә 1943 йылда Краснодар һәм Харьков процестары үтә, 1945—1946 йылдарҙа СССР-ҙың башҡа ҡалаларында — Киевта, Минскиҙа, Ригала, Ленинградта, Смоленскиҙа, Брянскиҙа, Великие Лукиҙа һ.б. судтар ойошторола[3].
Судьялар һайлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың сентябрендә прокурор Джексон халыҡ-ара трибуналға судьялар тәғәйенләүҙе тиҙәләтеү өсөн АҠШ-ҡа китә. АҠШ-тан Баш судья итеп элекке генераль прокурор Фрэнсис Биддлды һайлайҙар. Биддлдың урынбаҫары итеп Көньяҡ Каролинанан Джон Паркер тәғәйенләнә. Франциянан Баш судья итеп профессор Анри Доннедьё де Вабра һәм уның урынбаҫары итеп Робер Фалько һайлана[4].
СССР-ҙан Баш судья итеп МВТ ойошмаһында эшләгән Иона Никитченко; уның урынбаҫары итеп һуғышҡа тиклем халыҡ-ара хоҡуҡ фәнен уҡытҡан Александр Волчков тәғәйенләнә. Август аҙағында Бөйөк Британия лорд-канцлеры Англия һәм Уэлльс Юғары суды судьяһы Норман Биркетҡа мөрәжәғәт итә, ул судьяның урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Баш судья итеп Англия һәм Уэлльстың Апелляция суды судьяһы Джеффри Лоуренсты тәғәйенләйҙәр. Британия һәм Америка судьяларын тәғәйенләүҙә прокурорҙар фекере иҫәпкә алына [4][5].
Һөҙөмтәлә судьялар һәм уларҙың урынбаҫарҙары исемлеге билдәләнә[6][7]:
- СССР-ҙан: юстиция генерал-майоры Никитченко Иона Тимофеевич һәм юстиция полковнигы Волчков Александр Фёдорович
- АҠШ-тан: генераль прокурор Фрэнсис Биддл һәм судья Джон Паркер
- Бөйөк Британиянан: судья Джеффри Лоуренс һәм судья Норман Биркет
- Франциянан: профессор Анри Доннедьё де Вабр һәм судья Робер Фалько.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Общий человеческий суд — Радио Свобода
- ↑ Лебедева, 1975, с. 26—27
- ↑ Лебедева, 1975, с. 30
- ↑ 4,0 4,1 Tusas, 2010, pp. 132—135
- ↑ Priemel, 2016, pp. 84—95
- ↑ Weinke, 2015
- ↑ Савенков, 2013, с. 451—452
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полевой Б.П. В конце концов. — 1-е. — М.: Советская Россия, 1969. — 415 с. — 85 000 экз.
- Полторак А. И. Нюрнбергский эпилог. — М.: Воениздат, 1965.
- Лебедева Н. С. Подготовка Нюрнбергского процесса. — М.: Наука, 1975.
- Рагинский М. Ю. Нюрнберг: перед судом истории. Воспоминания участника Нюрнбергского процесса. — М.: Политиздат, 1986. — 207 с. — 300 000 экз.
- Нюрнбергские процессы 1945—49 / Савенков А. Н. // Николай Кузанский — Океан. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 451—452. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 23). — ISBN 978-5-85270-360-6.
- Советский Союз на международных конференциях периода Великой Отечественной войны, 1941—1945 гг.: Сборник документов. Т. 1. Московская конференция министров иностранных дел СССР, США и Великобритании (19—30 окт. 1943 г.) / Министерство иностранных дел СССР. — М.: Политиздат, 1984. — 384 с.
- Советский Союз на международных конференциях периода Великой Отечественной войны, 1941—1945 гг.: Сборник документов. Т. 4. Крымская конференция руководителей трёх союзных держав — СССР, США и Великобритании (4—11 февр. 1945 г.) / Министерство иностранных дел СССР. — М.: Политиздат, 1984. — 302 с., ил.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Вторая мировая война» | |
Категория:Документы Нюрнбергского трибунала Викикитапханала | |
Нюрнберг процесы Викимилектә | |
Нюрнберг процесы Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Вторая мировая война» |
- Приговор трибунала
- Нюрнбергский процесс. Сборник материалов в 2-х томах. — М.: Госюриздат, 1954.
- Нюрнбергский процесс. Сборник материалов в 8-ми томах. — М.: Юридическая литература, 1987—1999. — ISBN 5-7260-0015-3
- Предисловие. Дорога в Нюрнберг 2020 йыл 16 сентябрь архивланған. Лебедевой Н. С.
- Интервью с синхронным переводчиком в зале суда Т. А. Рузской
- Международное уголовное правосудие: наказание за военные преступления(недоступная ссылка)
- Нюрнбергский процесс: история и современность 2018 йыл 20 ноябрь архивланған. (Официальный сайт Министерства обороны России)
- The Library of Congress. Trial of the Major War Criminals (инг.)