(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Суматра — Википедия Эстәлеккә күсергә

Суматра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суматра
индон. Sumatra, малайск. Sumatera, ачех. Ruja, Sumatra
Характеристики
Майҙаны473 000 км²
Иң бейек нөктәһе3800 м
Халҡы50 600 000 чел. (2010)
Урынлашыуы
0°23′44″ ю. ш. 101°46′38″ в. д.HGЯO
Индонезия
Красная точка
Суматра
 Суматра Викимилектә

Сума́тра (индон. Sumatra, мал. Sumatera, ачех Ruja, Sumatra) — Малай архипелагының көнбайыш өлөшөндә, Ҙур Зонд утрауҙары төркөмөндә Индонезияның утрауы. Ҙурлығы буйынса донъяла алтынсы урынды биләй.

Суматраның физик картаһы

Суматра ике ярымшарҙарҙа ла урынлашҡан һәм экватор менән урталай тиерлек бүленә. Утрауҙың майҙаны яҡынса 473 мең км² тәшкил итә.

Утрау төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығыштан яҡынса 1,8 мең км-ға һуҙылған, ә киңлеге 435 км-ға барып етә.

Малакка боғаҙы Суматраны һәм Малакка ярымутрауын айырып тора. Ява утрауынан Зонд боғаҙы менән айырыла.

Яр һыҙығы аҙ йырғыланған, яр буйы эргәһендә мәрйен рифтары осрай.

Суматра өсөн ер тетрәүҙәрҙең юғары магнитудаһы хас (7-8 баллға тиклем).

Көньяҡ-көнбайыш яр буйында Суматра рельефы таулы булып тора — Ачех һәм Батак яҫы таулыҡтары, Барисан һырты. Утрауҙа күп вулкандар бар, уларҙың ун икеһе янар вулкан булып тора.

Суматраның иң юғары нөктәһе — Керинчи (Индрапура) вулканы, уның бейеклеге 3805 м. Был вулкан Барисан тау теҙмәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Утрауҙың башҡа иң ҙур вулкандарына Демпо (3159 м) һәм Марапи (2891 м) вулкандары инә.

Утрауҙың төньяҡ-көнсығыш өлөшө уйһыулы тигеҙлек булып тора.

Утрауҙағы климат экваториаль, эҫе һәм дымлы. Уртаса айлыҡ температура +25 — +27 °C. Декабрҙән мартҡа ҡәҙәр төньяҡ-көнсығыш елдәре, июлдән сентябргә ҡәҙәр көньяҡ-көнбайыш елдәре өҫтөнлөк итә. Яуым-төшөмдәр утрауҙың көнсығыш райондарында йылына 1000 мм, көнбайыш райондарҙа — 4000 мм, таулы райондарҙа — 6000 мм барып етә.

Тоба — Суматраның иң ҙур күле булып тора.

Суматра йылғаларға бай: Рокан, Кампар, Индерагири, Хари, Муси һ.б. Уларҙың иң ҙурҙары көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай ағалар.

Тоба күле — Суматраның иң ҙур күле булып тора. Тоба күле боронғо вулкан кальдераһында урынлашҡан һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла иң тәрән күл тип иҫәпләнә. Күлдең оҙонлоғо— 100 км, киңлеге — 40 км, майҙаны — 1145 км², тәрәнлеге — яҡынса 450 м. Күлдең үҙәгендә Самосир утрауы урынлашҡан, уның майҙаны 530 км². Самосир утрауының үҙендә йәнә бер күл — Сидохони ята. Күлдең төньяҡ осонда бейеклеге 120 метр булған Сиписо-писо шарлауығы урынлашҡан Тоба күленең өҫкө йөҙө диңгеҙ бейеклеге кимәленән 906 м тәшкил итә. Күлдәге һыу кимәле яйлап кәмей бара.

Суматраның 30%-тан ашыу территорияһы тропик урман менән ҡапланған. 1500 метрға тиклем бейеклектәге дымлы экваториаль урмандарында фикустар, төрлө пальмалар, гигант бамбуктар, папоротниктар, лианалар өҫтөнлөк итә.

1500 метрҙан 3000 метрҙан тиклем бейеклектәге тауҙарҙа мәңге йәшел имәндәр һәм лаврҙар, киң япраҡлы ағас төрҙәре, саған, каштан, ылыҫ ағастары өҫтөнлөк итә.

3000 метрҙан ашыу бейеклектәге тауҙарҙа бәләкәй буйлы ҡыуаҡтар, үләндәр үҫә. Тау араһы тигеҙлектәрендә саванна участкалары урынлашҡан, улар араһында аланг-аланг таралған. Төньяҡ-көнсығыш яр буйында мангр ҡыуаҡтары үҫә.

Суматраның хайуандар донъяһы бик күп төрлө. Утрауҙа 196 һөтимәрҙәр төрө, 194 һөйрәлеүселәр төрө, 62 ер-һыу хайуандары төрө, 272 балыҡ төрө һәм 456 ҡош төрө йәшәй. Уларҙан 9 һөтимәр төрө, 19 ҡош төрө һәм 30 балыҡ төрө эндемик булы тора.

Хайуандар донъяһынан суматра мөгөҙтомшоғо, һинд филе, буйвол, чепрач тапиры, суматра юлбарыҫы, малай айыуы, дуңғыҙғойроҡло макак, орангутан, гиббон, сиаманг, шерстокрыл, буйлы сусҡа, леопард, утрау виверраһы, төрлө тейен һәм ярғанат төрҙәре һәм башҡалар осрай.

Һөйрәлеүселәр араһынан — эре йыландар, «осар аждаһа», гавиал крокодилы осрай. Ҡоштар һәм бөжәктәр донъяһы шулай уҡ күп төрлө.

Утрауҙың атамаһы samudra санскрит һүҙенән барлыҡҡа килә, ул «океан», йәғни «диңгеҙ» тип тәржемә ителә.


Банда Ачех йәмиғ мәсете

Суматра халҡының иҫәбе 50,6 млн кеше (2010, баһалама) тәшкил итә, халыҡ һаны буйынса донъяла утрауҙар араһында алтынсы урынды биләй. Төп ҡалалары — Медан (иң ҙур ҡала), Палембанг, Паданг. Халыҡ тығыҙлығы — яҡынса 116 кеше/км². Суматрала төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, уларҙың яҡынса 90 % ислам динен тота.

Индонезия милли статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Суматра провинцияларының халыҡ иҫәбе[1]:

Провинция 2000 2010 (баһалама)
Ачех (индон. Nanggroe Aceh Darussalam) 3 930 905 4 486 570
Банка-Белитунг (индон. Kep. Bangka Belitung) 900 197 1 223 048
Бенкулу (индон. Bengkulu) 1 567 432 1 713 393
Джамби (индон. Jambi) 2 413 846 3 088 618
Лампунг (индон. Lampung) 6 741 439 7 596 115
Риау (индон. Riau) 4 957 627 5 543 031
Риау Утрауҙары (индон. Kepulauan Riau) н/д 1 685 698
Көнбайыш Суматра (индон. Sumatera Barat) 4 248 931 4 845 998
Төньяҡ Суматра (индон. Sumatera Utara) 11 649 655 12 985 075
Көньяҡ Суматра (индон. Sumatera Selatan) 6 899 675 7 446 401
Барлығы 43 309 707 50 613 947

Суматра иҡтисадының төп нигеҙе булы игенселек һәм тау сәнәғәте булып тора.

Игенселектә бигерәктә дөгө, каучуклы ағас, кокос пальмаһы, ҡәһүә, сәй, тәмәке, тәмләткестәр үҫтереү таралған.

Суматрала бер нисә эре нефть ятҡылыҡтары табылған. Суматрала нефть сығарыу Индонезияла дөйөм нефть сығарыуҙың 4/5 өлөшөн тәшкил итә.

Суматра файҙалы ҡаҙылмаларға бай — нефть, тимер, таш күмер, алтын, никель, аҡ ҡурғаш. Нефть эшкәртеүсе, текстиль һәм аҙыҡ-түлек предприятиелары бар.

Диңгеҙ траспорты үҫешкән. Төп порттары: Белаван (Медан янында), Палембанг, Паданг.