(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Тилермән — Википедия Эстәлеккә күсергә

Тилермән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тилермән
Тилермән
Тилермән
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Xanthium strumarium L., 1753


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  38692
NCBI  318068
EOL  503172
GRIN  t:42072
IPNI  129449

Тилермән (рус. Дурнишник обыкновенный, Дурнишник зобовидный, лат. Xanthium strumarium) — бер йыллыҡ үлән үҫемлек. Төрө Тилермәндәр (Xanthium) ғаиләһе Астралар (Asteraceae).

Бер йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлек; бейеклеге 15-80 см. Июль айында сәскә ата, августа орлоғо өлгөрә.

Сүп үләне булараҡ, юл буйында, ташландыҡ ерҙә, йылғаларҙың ҡомло урындарында үҫә. Республикабыҙҙың бар райондарында ла таралған, шулай ҙа Өфө, Благовещен, Дүртөйлө, Яңауыл райондарында айырыуса йыш осрай.

Уларҙың составында алколоидтар, йод микроэлементы, С витамины, минераль тоҙҙар һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.

Тилермән үләненән әҙерләнгән ҡайнатма ҡалҡан биҙе шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, биҙгәк тотҡанда тирләттереү өсөн ҡулланырға кәңәш ителә.

Сәскәлектәре
Япраҡтары

Үлән сәскә атҡанда әҙерләнә, тамыры көҙгөһөн ҡаҙып алына. Дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. тамырҙары киптерер алдынан һалҡын һыу менән йыуыла. Кипкән дауалар ғәҙәттәгесә һаҡлана.

  • Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1444. Xanthium strumarium L. — Дурнишник обыкновенный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 508. — ISBN 5-87317-163-7.  (рус.)