(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Хәҙерге заман фәлсәфәһе — Википедия Эстәлеккә күсергә

Хәҙерге заман фәлсәфәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәҙерге заман фәлсәфәһе
 Хәҙерге заман фәлсәфәһе Викимилектә

Хәҙерге заман европа фәлсәфәһе (европа мәҙәни традицияһының хәҙерге заман фәлсәфәһе) — XX-XXI быуат фәлсәфәһе.

Аналитик һәм континенталь фәлсәфәне айыралар.

Ҡайһы берҙәр хәҙерге заман фәлсәфәһенең  географик билдә буйынса бүленешенә ҡаршы торалар.

Аналитик фәлсәфә (инглиз-саксон фәлсәфәһе, инглиз-американ философияһы) — XX быуаттың фәлсәфәүи фекерендә башлыса инглиз телле илдәрҙә үҫешкән һәм бик күп төрлө концепция һәм  һәм мәктәптәрҙе берләштергән  йүнәлеш.

Аналитик фәлсәфә өсөн түбәндәге моменттар уртаҡ булып тора:

  • лингвистик боролош — фәлсәфәүи проблемалар  тел өлкәһендә ятҡан булараҡ билдәләнә, шуға күрә уларҙың хәл ителеүе телмәр әйтемдәрен анализлау менән бәйле;
  • семантик акцент — мәғәнә проблемаһында иғтибарҙы туплау;
  • аналитик метод — анализды фәлсәфәүи рефлексияның бөтә төрҙәренән өҫтөн күреү.

Готлоб Фреге, Джордж Мур, Бертран Рассел һәм Людвиг Витгенштейн - аналитик философияға нигеҙ һалыусылар. Бынан тыш, оҡшаш проблематика Вена түңәрәгенең неопозитивизмында һәм немец тел тәнҡитендә ентекләп эшләнгән.

Идеялар. Дөрөҫлөгө һәр кешегә билдәле булған күпмелер фекер бар. Мәҫәлән: «Күп кеше бар», «Күп матди әйберҙәр бар». Д. Э. Мур фекере буйынса, фәйләсуфтың бурысы был фекерҙе иҫбатларға тырышыуҙа һәм уларҙың дөрөҫмө-дөрөҫ түгелме икәнлеген асыҡлауҙа түгел, ә уларҙың  мәғәнәһен, нисек мөмкин булһа, шул тиклем асыҡ һәм аныҡ итеп анализлауҙа. Мурҙан башлап британ фәлсәфәһенең аналитик хәрәкәте ҙур импульс алған[1].

Континенталь фәлсәфә — хәҙерге көнбайыш фәлсәфәһенең ике төп традицияһының береһен билдәләгәндә ҡулланылған термин. Бындай исем был традицияны инглиз-америка йәки аналитик фәлсәфәнән айырыу өсөн ҡулланылған, сөнки, айырма тәүге тапҡыр билдәләнгәндә (егерменсе быуат уртаһында),  инглиз телендә һөйләшкән донъяла аналитик фәлсәфә өҫтөнлөклө стиль булып торған шул уҡ дәүерҙә континенталь фәлсәфә континенталь Европала өҫтөнлөклө стиль булған. 

Дөйөм ҡабул ителгән, шул иҫәптән Континенталь фәлсәфә Франкфурт мәктәбе асылында феноменологияны, экзистенциализмды, герменевтиканы, структурализмды, постструктурализмды һәм постмодернизмды, деконструкцияны, феминизмды, тәнҡит теорияһын, психоанализды, Фридрих Ницше һәм Сёрен Кьеркегор эштәрен, марксизм һәм марксистик фәлсәфәнең күпселек тармаҡтарын индерә.

Хәҙерге замандың ижтимағи фәлсәфәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни-техник прогрестың уңыштары, аҡылды абсолют рангына  күтәреү менән бергә (мәғрифәтселек дәүере кульминацияһы булған процесс), тоталь инструменталләшеүе менән бәйле [2], хәҙерге замандың ижтимағи фәлсәфәһе уның эҙемтәһе булған тоталитаризмдың саҡырыуҙарына яуап булып тора. Шул уҡ ваҡытта тоталитаризм мәғәнәһендә фәҡәт СССР һәм Өсөнсө рейхты ғына түгел, шулай уҡ Көнбайыш Европаның һәм АҠШ-тың «ҡулланыу тоталитаризмын»[3] да аңлайҙар.

  1. Коплстон Ф. История философии. XX век. Глава 1. Современная британская философия
  2. Хоркхаймер М. Затмение разума. Критика инструментального разума (1947)
  3. Марков Б. В. После оргии. Предисловие // Бодрийяр Ж. Америка. СПб., 2000.

Ҡалып:Современная философия Ҡалып:История философии