(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Юнона — Википедия Эстәлеккә күсергә

Юнона

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юнона
лат. IVNO
Туғандары

Юпитер (мифология), Веста[d], Плутон, Нептун[d] һәм Церера[d]

Тормош иптәше

Юпитер (мифология)[1]

Тиңләштерелгән

Мнемосина

 Юнона Викимилектә

Юно́на (лат. Iuno) — дәүләт яҡлаусыһы һәм махсус кәңәшсеһе тип һаналған боронғо рим алиһәһе. Рим һәм Рим империяһын ҡурсалаусы булараҡ, Юнона Регина (Королева) тип атала, һәм Римдәге Капитолий убаһында тупланған, шулай уҡ Юпитер һәм Минерваны, аҡыл алиһәһен үҙ эсенә алған Капитолий триадаһы (Юнона Капитолина) ағзаһы була. Башҡа төп аллалар менән бергә Аллалар советына[2] ингән.

Уны грек мифологияһындағы аллалар батшабикәһе Гераға тиңләгәндәр. Сатурн менән Опаның ҡыҙы. Плутон, Нептун, Церера һәм Вестаның апаһы. Ул Юпитерҙың ҡатыны һәм Марстың, Вулкананың, Беллонаның һәм Ювентаның әсәһе булған. Грек мифологияһындағы Гераға хас булғанса, тауис уның изге йәнлеге булған[3].

Юнонаның Уни исемле этрус игеҙәге,[4]шулай уҡ Рим ҡатындарының ҡурсалаусыһы булған[5].

Шулай уҡ 1960-сы йылдарҙа Пирга изге яҙма төшөрөлгән таҡталарҙы (скрижаль) асҡандан һуң, Юнона һәм Финикий Астартаһы араһында ла параллелдәр барлығы күрһәтелә.

Римлеләр араһында Юнонаның һуғышсанлығы уның кейемендә күренгән. Уны йыш ҡына ҡоралланған килеш һәм кәзә тиреһенән тегелгән плащта һүрәтләгәндәр. Был хәрби аспектты традицион һүрәтләүҙе кәзә тиреһен йәки кәзә тиреһенән тегелгән, эгида тип йөрөтөлгән ҡалҡан-кейемде грек алиһәһе Афинанан үҙләштергәндәр. Шулай уҡ Юнона диадемала һүрәтләнгән.

Ул һәр ваҡыт үҙенең «уң ҡулы» Минерва, тәрән аҡыл һәм сәнғәт алиһәһе менән кәңәшләшкән, ә Церера уның «һул ҡулы» булған.

Һәр ир-егеттең үҙ Генийы булған кеүек һәр ҡатындың үҙ Юнонаһы бар, тип иҫәпләнгән[6].

Үҙенең асылдарының (ипостась) береһендә дымға, шул иҫәптән һауаның дымлылығына оҡшатылған. Йәйғор образы кәүҙәләнеше һымаҡ Ирида уның хеҙмәтсеһе һаналған.

Ҡасандыр Юнонаның исеме башта — *Диовондан Диуно һәм Диове тигәндән барлыҡҡа килгән Йове (Юпитер) менән бәйле булған, тип һаналған[7]. XX быуат башында iūn- (iūnix, «тана», һәм iūnior, «йәш») синкопирланған iuven- (латин теле iuvenis, «йәшлек») формалы сығарылмаһы тәҡдим ителә. Георг Виссов уны хуплағандан һуң был этимология киң таралыу алған[8]. Тормош көсө энергияһы концепцияһына йәки «уңышлы ваҡыт»ҡа ҡағылған дөйөм һинд-европа тамыры аша Iuuen — латин aevum һәм грек aion (αあるふぁἰών) менән бәйле[9]. Iuvenis —тулы ҡанлы тормош көсөнә эйә булыусы[10] Бер нисә яҙыуҙа Юпитер үҙе Юунтус тип, ә iuuen һүҙенең артыҡлыҡ формаһы булған һәм «иң йәше» тигәнде аңлатҡан Юпитер эпитетының береһе — Иовисте була[11]. Ювентас, «Йәшлек», яңы бина төҙөлөшөндә Капитолийҙы ташлап китеүҙән «баш тартҡан» ике илаһтың береһе була. Капитолий Юпитеры ғибәҙәтханаһы был урынды биләгән илаһтарҙың экзаугурацияһын талап итә. Һуңғараҡ Юнона — гректарҙың мөхәббәт һәм никах алиһәһе Гера, Юнона Римдә йәшәүселәрҙең мөхәббәт һәм никах алиһәһенең эквиваленты булып тора. Боронғо этимологиялар Юнонаның исемен iuvare — «ярҙам итергә, файҙа килтерергә», һәм iuvenescere — «йәшәртеү», һәм ҡайһы берҙә, күрәһең, яңыртыу идеяһын күҙ уңында тотоп, уны яңы һәм арта барған айҙың яңырыуы менән бәйләгән.[12][13]

Тәүҙә Юнона культы Италия ҡалаларында таралған була, ә уларҙы яулап алғандан һуң Римға үтеп инә, был уның яңы функциялары һәм эпитеттары өҫтәлә[6]. Аҙаҡ Рим провинцияларында алиһәне оҡшаш вазифалары булған башҡа алиһәләр менән тиңләгәндәр.

Башлыса, Юнона хеҙмәтен матрондар тормошҡа ашырған. Ә конкубиндарға уның миһрабына ҡағылыу тыйылған[6][14]. Боронғо замандарҙа Изге Ғәмәлдәр Батшаһы ҡатыны, Эней 30 сусҡа балаһы инәһен ҡорбан иткән кеүек, һәр календа һайын Юнона Ковеллаға сусҡа ҡорбан итеп килтергән. (Aen. 8. 85)[15].

Юпитер һәм Минерва менән бергә Капитолий триадаһына инә, Капитолий ҡалҡулығындағы ғибәҙәтхана уларға бағышлана[6][16].

1 мартта уның хөрмәтенә ҡатын-ҡыҙҙар байрамы — матроналиялар уҙғарылған. Был ваҡытта уны «Луцина Юнонаһы» тип атағандар[6]. Уға бағышланған — икенсе ҡатын-ҡыҙ, сығышы билдәһеҙ Нона Капротина, байрамы 7 июлгә тура килә[15]. Унда ҡол ҡатындар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған, улар, ирекле ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә, изге инжир ағасы янында Юнонаға ҡорбан арналған[6].

Никахҡа ингәндә Юнонаны саҡырғандар. Бала тыуғандан һуң уға рәхмәттәрен сағылдырған ҡорбандар килтергәндәр. Юнона ғибәҙәтханаһына яҡынлашҡан кешеләрҙең, бала табыуҙы ауырлаштырырлыҡ төйөндәре булырға тейеш булмаған[6][17]

Июнь айы Юнона хөрмәтенә аталған: ҡорбан салыу йылының һуңғы айы юноний (Юнона Капротинға бағышланған) булған[15].

Шулай уҡ, түллелек алиһәһе булараҡ, Юнонаны Фавн менән бәйләгәндәр[18]. Философия тәғлимәттәрендә ул, Юпитер-эфирҙан түбәндә ятҡан кеше һымаҡ, ер йәки һауа менән тиңләштерелә[6].

Юнонаның эпитеттары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Юнона Соспита статуяһы, Ватикан
  • Календария — һәр ай башы алиһәһе — календ.
  • Капротина (Caprotina)[19] — Юнона һәм уға бағышланған Quintilis Nonae Caprotinae, 7 июль төнөн байрам ителгән көндөң эпитеты. Байрам ҡол ҡатындарға арналған, ҡорбан килтереү ҡатын-ҡыҙҙарға ғына рөхсәт ителгән. Плутарх эпитет килеп сығышының ике фаразын килтерә. Беренсе фараз буйынса, ул боронғо Рим йыйылышы үткән урындың — Palus Caprae|Palus Caprae («Кәзә һаҙлығы») исеме менән бәйле. Икенсе фараз буйынса — смоковница ағасының исеме (caprificus һүҙмә-һүҙ — «кәзә инжиры») менән бәйле була, шул урындан ҡол ҡатын латиндар менән һуғыш ваҡытында римлеләргә һөжүм сигналын бирә.
  • Ковелла («сусҡа тиреһен, шыртын кейеп йөрөүсе»),уға сусҡа ҡорбан ителгән[15]
  • Куритис[6] — хәрби арба өҫтөндә, кәзә тиреһе кейгән, ҡалҡан һәм һөңгө тотҡан килеш һүрәтләнгән
  • Луцина (Люцина Lucina — светлая) — бала тыуғанда һәм кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡурсалаусы (матрон).
  • Оссипага[6] — яралғыға һөлдә биреүсе.
  • Популона[6] — һуғышсан алиһә
  • Регина — «батшабикә»[6]
  • Румина[6] — имеҙеүсе ҡатын, һөт әсәһе.
  • Сорория («апалы-һеңлеленеке»), ҡара: Горации и Куриации
  • Юнона Соспита (Сиспита) — «ярҙам итеүсе»[20], Дәүләтте һәм уның граждандарын һаҡлаусы алиһә-һаҡсыһы, башлыса Латвияла хөрмәт ителә, ул кейеме өҫтөнән, торҡа һәм панцирҙы алмаштырған, кәзә тиреһе, ҡалҡан һәм һөңгө (статуя Ватиканда һаҡланған) һынландырылған[21].
  • Тутела, Тутула, Тутола[15]
  • Фульгура[6] — йәшен атыусы.
  • Цинксия (лат. Cinxia) — Рим туйҙарында Юнонаның изге исеме, сөнки тәүҙә никахҡа инеүселәр латин телендә «биле быуылған» cinguli булған[22].
  • Юнона Монета (Moneta — иҫкәртеүсе, кәңәшсе) — артабан уның ғибәҙәтханаһында «монета» тип аталған тәңкәләр һуғылған[23].
Юнонаның изге ҡаҙҙары римлеләрҙе галдарҙың Капитолий ҡәлғәһенә үтергә маташыуы хаҡында иҫкәртә

Палмер мөмкин булырҙай Цицерон этимологияһын, Юнона культы хөрмәтләнгән урынға — Капитолийға ҡараған mons mount, hill, e-mineo ҡылымын һәм monile исемен өҫтәп, ҡабул итә. Шулай уҡ, был, бәлки, ғибәҙәт термины йәки хатта, уның ғибәҙәтханаһында Libri Lintei, monere һаҡланғанлығына күрә, унан яҙыу мәғәнәһенә эйә булыр: Ливий Андроник уны Мнемозина тип идентификациялай.

Боронғо сығанаҡтар был Юнонаны дошмандарса контексҡа урынлаштыра. Жорж Дюмезиль, Юнонаның өсөнсө, хәрби аспекты, Юнона Куритисе һәм Монетала сағылдырылған, тип иҫәпләй[24]. Палмер ҙа унда хәрби аспектты күрә[25]. Мак Кей алиһәне уның этимологияһына ҡарағанда боронғораҡ тип иҫәпләй һәм уны Вейянан этрус алиһәһе Уни менән тиңләштергән Валерий Максимдың шаһитлыҡ күрһәтеүенә һылтана. Уның Капитолийҙағы ғибәҙәтханаһында изге ҡаҙҙар йәшәгән, улар б. э. т. 387 йылғы Галлдағы ҡамауҙа булғанда, «Римды ҡотҡарыу» менән дан ҡаҙанған.[26]

Башҡа илаһтар менән бәйләнештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Юпитер һәм Юнона, Карраччи Аннибале

Грециянан ирле-ҡатынлы мәғәнәһен ала һәм шунан Юнонаға никахты ҡурсалаусы алиһә (Юно Пронуба) ролен йөкмәтә. Юнона һәм Юпитер ассоциацияһы боронғо латин дини тәғлимәтенә ҡарай[27]. Пренесте үҙенсәлекле латин мифологияһына күҙ һалырға тәҡдим итә: урындағы Фортуна алиһәһе ике сабыйҙы, бер малайға һәм бер ҡатынға, атап әйткәндә, Юпитерға һәм Юнонаға, күкрәк һөтөн ашата тип һүрәтләнгән[28]. Үҙ исемдәрен баштан уҡ идентификациялағандарын күҙаллау бик хәүефһеҙ булып күренә, һәм тарих барышында улар бер ҡасан да үҙгәрмәгән: уларҙы Юпитер һәм Юнона тип атағандар. Был аллалар һәр латин ҡалаһының иң боронғо илаһтары булған. Пренесте илаһи сығышын һәм сабыйлығын һаҡлап ҡала, сөнки юғары алла һәм уның паредраһы Юнонаның Фортуна Первородная исемле иң тәүге әсәһе бар.[29] Уларҙың береһе — Цицерон һүрәтләгән сәхнә, унда төрлө енесле ике бала тотҡан ҡатын күкрәгенә ҡағылған ҡатынды һүрәтләгән күп терракот статуэткалар табылған. Фортунаға яҙылған ике вотив яҙыу уны Юпитер менән бәйләй: «Fortunae Iovi puero …» и «Fortunae Iovis puero …»[30]

Юнона

Юнонаның бөтә байрамдары, ике (йәки, өсөһөнән башҡа) ай календтарында: Юпитерҙың өҫтөнлөгөн билдәләгән ошо ике датала — Nonae Caprotinae июль нондарында, 13 сентябрҙә Юнонаның Капитолийы байрамы үткәрелгән. Бәлки, Юнона Монетаның икенсе фестивале 10 октябрҙә, уның ғибәҙәтханаһын изгеләндереү көнөндә үткәндер. Был факт алиһәнең һәр ай айының башы менән ҡаты бәйләнешен сағылдыра.

Йыл һайын ҡатын-ҡыҙҙар Юно Лучина хөрмәтенә Матроналия байрамын үткәрә. Люсина Юнонаның «балаларҙы яҡты донъяға сығарыусы» эпитеты булған. Был көндө уның хөрмәтенә Циспиустағы изге сауҡалыҡ ғибәҙәтханаһында бәрәстәр һәм һыйыр малын ҡорбан иткәндәр.

Юнона Монетаға 1 июндә Икенсе фестиваль арналған.

Бынан һуң 7 июлдә Nonae Caprotinae («Ноны дикой смоковницы») «Ҡырағай инжир Нонаһы» фестивале үтте.

Юнона Регина фестивале 1 сентябргә тура килә, уның артынса шул уҡ айҙың 13-өндә Юнона Регинаның Капитолий байрамы үтте.

1 октябрҙә алиһә Юнона Сориа тип хөрмәт ителгән Tigillum Sororium байрамын үткәреү датаһы булған.

Ә Юнона Соспита байрамы уның йыл һайын үткәрелеүсе фестивалдәренең һуңғыһы булған. Йыһан йылы аҙағына яҡынлашып, һәм донъялар араһындағы сиктәр: тереләр донъяһы һәм йәһәннәм араһындағы хәүефһеҙлек сиктәре йоҡарғанлыҡтан, февраль күсеүҙең хәүефле ваҡыты булған, һәм байрамды үткәреү өсөн яраҡлы көн тип иҫәпләнгән. Шуға күрә община яҡлау (tutela) үтенесе менән һуғышсан Юнона Соспитаға, «Ҡотҡарыусы»ға мөрәжәғәт иткән.

Юнона — никах ҡурсалаусыһы, һәм күптәр, никахҡа инеү өсөн иң уңайлы ваҡыт — июнь, алиһә хөрмәтенә аталған ай, тип һанай.

Гера-Юнона, Помпеинан фреска

Һүрәттәрендә Юнона һәр саҡ аяҡтан башҡа тиклем кейем менән ҡапланған, тик бите, муйынының бер өлөшө һәм ҡулдары ғына асыҡ. Ул оҙон буйлы, тыныс һәм һалмаҡ хәрәкәтле. Матурлығы талапсан һәм тантаналы. Уның зиннәтле сәстәре күпереп тора һәм күҙҙәре киң асылған.

Яңы заман һынлы сәнғәтендә был алиһәнең төп атрибуттары — япма, диадема, тауис һәм кәкүк. Тулыраҡ мәғлүмәт — Гера иконографияһы.

Самостағы Луиджи Майер биҙәгән Юнона ғибәҙәтханаһы емереклектәре

Түбәнге Германияның Рим провинцияһында 2000 йыл тирәһе элек нигеҙләнгән латин атамаһы Trajectum ad Mosam булған Голландияның Маастрихт ҡалаһында Derlon отеленең подвалдарында Юнона һәм Юпитер ҙур ғибәҙәтханаһының нигеҙен табырға мөмкин. Рим харабаларының бер өлөшөндә Нидерландтағы беренсе мәсихселәр сиркәүе беҙҙең эраның IV быуатында төҙөлгән булған.

Был емереклектәрҙең тарихы игеҙәктәр Сатурн һәм Опистарҙан Юнона менән Юпитерҙың тыуыуына барып тоташа. Юнонаны бәләкәй генә сағында Самосҡа ебәргәндәр. Унда уны енси яҡтан өлгөрөп еткәнсе ентекләп тәрбиәләгәндәр, ә һуңыраҡ ул үҙенең ағаһына кейәүгә сыҡҡан. Туй көнөндә Юнонаның, кәләштең, йәш ҡыҙ осорон кәүҙәләндергән статуяһын эшләгәндәр. Уны парос мәрмәренән яһағандар һәм йөҙәрләгән йылдар дауамында Самостағы ғибәҙәтханаһы алдына ҡуйылған. Ахыр сиктә, Юнонаның был һынын Римгә алып киләләр һәм Капитолий ҡалҡыулығында Юпитер Оптис Максимдың ғибәҙәтханаһына урынлаштыралар. Күп йылдар дауамында римлеләр тантаналарында уны батшабикә Юнона тип хөрмәт иткән. Статуяның ҡалдыҡтары ҡайҙалыр I һәм IV быуаттар араһында Нидерландҡа күсерелгән.

Бәлки, Юноның Рим әҙәбиәтендә иң һиҙелерлек урын алыуы — ул Вергилийҙың «Энеида»һындағы төп антагонистик көс, унда ул Энейҙың Италияла яңы Трояны нигеҙләргә тырышыуына ҡаршы башта Дидонаға, һуңынан Турнға һәм рутулдарға ярҙам итергә ниәтләнгән аяуһыҙ һәм вәхши алиһә булараҡ һүрәтләнгән[31]. Күренештәр «метаморфоздары» — уның павлин менән изге бәйләнешен аңлатҡан тарих. Уны 1931—1362 йылдарҙа төҙөлгән флорентия яҙыусыһы Джованни Боккаччоның тарихи һәм мифологик ҡатын-ҡыҙҙары биографиялары йыйынтығында хәтергә алалар. Ул көнбайыш әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың биографияһына арналған беренсе йыйынтыҡ булараҡ иғтибарға лайыҡ. Уильям Шекспир Юнонаны "Бура"ла (Актябрь, Сценармес) йәшерен персонаж сифатында ҡыҫҡаса файҙалана.

Маврус Сервий Гонорат, уның "Энеида"лағы бер нисә роленә комментарий биреп, Гераның Карфаген дауыл алиһәһе Танит менән ҡушылыуын күҙ уңында тота. Овидийҙың «Метаморфозалары» — уның тауис менән изге бәйләнешен аңлатҡан тарих..[32] Уны 1931—1362 йылдарҙа төҙөлгән флорентия яҙыусыһы Джованни Боккаччоның тарихи һәм мифологик ҡатын-ҡыҙҙары биографиялары йыйынтығында хәтергә алалар. Ул көнбайыш әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың биографияһына арналған беренсе йыйынтыҡ булараҡ иғтибарға лайыҡ.[33] Уильям Шекспир Юнонаны "Бура"ла (Акт IV, Сцена I) йәшерен персонаж сифатында ҡыҫҡаса файҙалана.

Гигин Венераны Юнона йондоҙо тип атаған[34].

Заманса ҡабул итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Juno planifolia

Төньяҡ Африкала һәм Урта диңгеҙ буйында таралған Ирисовтар ғаиләһенә ҡараған үләндәр нәҫеле алиһә хөрмәтенә аталған.

Рәсәй-Америка сауҙа компанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, рус дипломаты Николай Петрович Резановтың (1764—1807) Калифорния экспедицияһы карабын алиһә хөрмәтенә Юнона тип атаған. Резановтың ғүмеренең һуңғы йылдары, шул иҫәптән Сан-Францисконың комендантының ун биш йәшлек ҡыҙы Консепсьон Аргуэльо — Кончита (1791—1857) менән танышыуы һәм никахҡа инмәү тарихы «Юнона» һәм «Авось» рок-операһының сюжет нигеҙенә һалынған.

Йыһан осошона мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта Юнона (3) астероиды уның исеме менән аталған.

2011 йылдың 5 авгусынан 2021 йылдың 30 июленә тиклем Юнонаның хәрәкәте траекторияһы анимацияһы: Юнона
Ер
Марс
Юпитер
Юпитерҙың көньяҡ дауылдары (Юнонанан күренеш)

НАСА космик осошҡа 2011 йылда Юпитерға йыһан зонды осорҙо һәм уны Юпитер аллаһына ҡарата мифологияла мөнәсәбәттәре менән бәйле Юнона тип атаны.[35].

Юнона-1 һәм Юнона-2 космик аппараттары

  1. Юнона, в мифологии (урыҫ) // Малая советская энциклопедия / под ред. Н. Л. Мещеряков — 2 — Советская энциклопедия, 1936.
  2. Ennius, fragment 45 = Варро, De re rustica, I.I.4.
  3. Larousse Desk Reference Encyclopedia, The Book People, Haydock, 1995, p. 215.
  4. Немировский А.И. ЭТРУССКАЯ МИФОЛОГИЯ. ancientrome.ru. Дата обращения: 16 август 2019.
  5. Corbishley, Mike Ancient Rome Warwick Press 1986 p.62
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 Юнона / Е. М. Штаерман // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.
  7. P. K. Buttmann Mythologus I Berlin 1828 p. 200 ff.; J. A. Hartung Die Religion der Römer II Erlangen 1836 p. 62 ; L. Preller Rômische Mythologie I.
  8. G. Wissowa Religion und Kultus der Römer Munich 1912 pp. 181-2, заимствовано у В. Шульце и В. Отто в 1904 и 1905 годах. Тогда Юнона будет производным существительным в -ōn- , что довольно необычно для женского рода.
  9. Émile Benveniste, «Expression indo-européenne de l' éternité» Bulletin de la société de linguistique de Paris 38, 1937, pp.103-112: тема * yuwen- включает корень * yu- в степени 0 и суффикс — вен-. Первоначальное значение корня * yu- — это значение жизненной силы, которое можно найти в ведических словах ắyuh vital force, āyúh genius жизненной силы, а также в греческом αιών и латинском aevum
  10. Robert E. A. Palmer Roman Religion and Roman Empire. Five Essays Philadelphia, 1974, p. 4; Marcel Renard «Le nom de Junon» in Phoibos 5 1950, 1, p. 141—143.
  11. G. Wissowa above p. 135; G. Dumézil La relig. rom. arch. Paris 1974; It. tr. Milano 1977 p. 185—186; C. W. Atkins «Latin 'Iouiste' et le vocabulaire religieux indoeuropéen» in Mélanges Benveniste Paris, 1975, pp.527-535
  12. Varro Ling. Lat. V 67 and 69 ; Cicero, Nat. Deor. II 66; Plutarch, Quaestiones Romanae, 77.
  13. Dionysius of Halicarnassus, Antiquitates Romanae, III 69, 5-6. M Ренар отмечает, что ежегодная процессия, в ходе которой изображение богини (представленной в виде гуся) из храма Юноны Монеты на Арксе в Капитолийский храм впортантине остановилась и поместила изображение между целлой Юпитера и этим Минервы, а там, в пронаосе перед статуей Минервы, стояла эдикула Ювентаса.. «Aspects anciens de Janus et de Junon» in Revue belge de philologie 1953 p. 21; V. Basanoff Les dieux des romains 1942 p. 154; Livy V 54, 7.
  14. Aul. Gell. IV 3, 3
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 Коптев А. В. Год свиньи у древних римлян? ancientrome.ru. Дата обращения: 16 август 2019.
  16. Macrob. Sat. VII 16, 27; Dion. Halic. I 50
  17. Serv. Verg. Aen. IV 518; Ovid. Fast. III 257
  18. Macrob. Sat. I 13, 3
  19. Caprotina // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  20. Обнорский Н. П. Соспита // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  21. .
  22. Секст Помпей Фест. О значении слов
  23. Moneta // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  24. G. Dumézil. Iuno Sospita Mater Regina in Eranos 52 1954 p. 105—119 partic. p. 116 n. 3.
  25. R. E. A. Palmer above p. 29-30
  26. Официальный веб-сайт Musei Capitolini, Comune di Roma, предлагающий подробную информацию о расположении и архитектурных особенностях храма. Cf. Livy V 54, 7 на ежегодной процессии, посвященной ее роли спасительницы: в ней изображение богини, представленной в виде гуся, было перенесено из ее святилища на Аркс в Капитолийский храм, где она была помещена в сакеллум Ювентаса, в пространство между целлами Юпитера и Минервы.
  27. G. Dumézil «Déesses latines et mythes vediques. III Fortuna Primigenia» in Coll. Latomus 25 1956 p. 71-78.
  28. Cicero De nat. Deor. II 85-86: «Is est locus saeptus religiose propter Iovis pueri, qui lactens cum Iunone in gremio sedens, mamma appetens, castissime colitur a matribus»: «This is an enclosed place for religious reasons because of Iupiter child, who is seated on the womb with Juno suckling, directed towards the breast, very chastely worshipped by mothers».
  29. G. Dumézil Déesses latines et mythes vediques p. 96 ff.
  30. CIL XIV 2868 and 2862 (mutile).
  31. Deception in the Aeneid. University of Mary Washington. Дата обращения: 20 сентябрь 2016.
  32. classics.mit.edu/Ovid/metam.html содержит полнотекстовый перевод сочинения
  33. Boccaccio Giovanni. Famous Women. — Cambridge, MA: Harvard University Press, 2003. — Vol. 1. — P. xi. — ISBN 0-674-01130-9.
  34. Гигин Юлий. Астрономия / Пер. с латин. и коммент. А. И. Рубана. Вступ. ст. А. В. Петрова.. — М.: Алетейя, 1997. — 220 с. — (Античная библиотека. Античная история). — ISBN 5-89329-017-8. С. 84-85
  35. NASA's Juno Spacecraft launches to Jupiter 5 Aug 2011. NASA. NASA (27 июнь 2016). Дата обращения: 15 июнь 2021.

Ҡалып:Римская Мифология