(Translated by https://www.hiragana.jp/)
Прамбанан — Википедия Эстәлеккә күсергә

Прамбанан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Прамбанан ғибәҙәтхана комплексы
*
Prambanan Temple Compounds**
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы

Ил Индонезия
Тип Мәҙәни
Критерий i, iv
Һылтанма 642
Регион*** ID
Иҫепкә алынған 1991  (15 сессия)


* Рәсми исемлектә русса атамаһы
** Рәсми исемлектә инглизсә атамаһы
*** ЮНЕСКО квалификацияһында регион

Прамбана́н — Боробудур ғибәҙәтханаһы һәм Рату Боко батша һарайынан алыҫ түгел, Мерапи вулканының көньяҡ битләүендә, Джокьякартанан 18 км алыҫлыҡта, Ява утрауы үҙәгендә урынлашҡан иртә урта быуат буддизм һәм индуизм ғибәҙәтхана комплекстары. Был ғибәҙәтхананы X быуат башында Матарам дәүләтенең Ракай Питан исемле хакимы төҙөгән.

Уны 1918—1953 йылдарҙа голланд ғалимдары реставрациялай. Ә 1991 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы булып таныла.

«Прамбанан ғибәҙәтханаһы» йәки «Лара Джонгранг», Ява утрауы халҡы телендә «Зифа ҡыҙ» тип аталған — баш ғибәҙәтханалағы Дурги ҡарт алиһәнең статуяһы, Прембананың алыҫтан күренгән грандиоз ҡоролмалары, айырыуса туристар араһында бик популяр һанала. Ҡайһы ваҡыт урындағы халыҡ Роро Джонгранг йәки Лоро Джонгранг, тип ҡабатлай.

Ҡоролма дүрт ҡаттан тора һәм дүрт стена шул тиклем ҡапҡа менән уратып алынған.

Өс концентрик квадрат платфортма рәүешендә башҡарылған. Бөтә комплекста 224 ғибәҙәтхана. Диаметрҙа тарайған өс өҫкө платформала, Тримуртиға арналған өс ғибәҙәтхана тора. Эске квадратта Шиваға арналған 16 ғибәҙәтхана, иң бейеге - үҙәк ғибәҙәтхана — (бейеклеге 47 метр). Ҡырында тағы икәү урынлашҡан. Төньяҡта — Брахмаға арналған, көньяҡта - Вишнуға арналған ғибәҙәтханалар. Эргәлә транспорт хайуандары: Шиваға Вахана — Нандин Үгеҙе, Брахмаға — Ангса ҡаҙы, Вишнуға — Бөркөтө арналған бәләкәйерәк өс ғибәҙәтхана урынлашҡан. Шива ғибәҙәтханаһында дүрт статуя урынлаштырылған: уҙәк камерала Шива статуяһы; төньяҡ камерала Дурги статуяһы; көнбайыш камерала Ганеша статуяһы һәм көньяҡ камерала Агастья статуяһы. Брахма ғибәҙәтханаһында Брахма статуяһы һәм Вишну ғибәҙәтханаһында Вишну статуяһы бар. Вишну ғибәҙәтханаһында ташта Крешнаян тарихы яҙылһа, Брахма ғибәҙәтханаһы «Рамаян» сюжетын һаҡлай.

Лара Джонгранг төҙөлөү ваҡыты һәм шарттары тураһындағы мәғлүмәттәр аҙ һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Дхакса исемле Матарам дәүләт хакимы IX быуат аҙағында — X быуат башында төҙөгән булырға тейеш был ғибәҙәтхананы.

Лара Джонгранг легендаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ансамблдең дөйөм күренеше

Риүәйәт буйынса, Прамбанан ғибәҙәтханаһы яуапһыҙ мөхәббәт арҡаһында төҙөлгән. Принц Бандунг Бондовосо Джонгрангты кейәүгә сығыуын һораған, ул ризалашмаған. Ул, принц уның атаһы - батша Рату Боконы үлтергән, тип уйлай. Ләкин, Джонгранг хәйлә ҡорорға була, кейәүенә атҡарып сыға алмаҫлыҡ мәсьәлә ҡуя: бер төн эсендә 1000 статуянан торған ғибәҙәтхана төҙөргә ҡуша. Әгәр принц был эште атҡара алһа, ул уға өйләнә аласаҡ. Ҡояш ҡалҡанға тиклем был мәсьәлә хәл ителә тиерлек. Ләкин Джонгранг урындағы халыҡтан таң атыуына оҡшатып, тирә-яҡта көндөҙгө кеүек яҡты булһын өсөн, бөтә ерҙә усаҡтар яғыуын һарай. Бондосово 999 статуяны ғына эшләп бөткән була. Үҙен алдауын аңлап, ул Джонгрангты ҡәһәрләй, ҡыҙ таш һынға әүерелә. Шива арҡаһында, таш һын меңенсе хөрмәт ителгән статуяға әйләнә. Хәҙер ул Прамбанан комплесы Шива ғибәҙәтханаһының төньяғында тора.

Индонезия биләмәләрендә VIII быуат аҙағында IX быуат башында тәүге будда ғибәҙәтханаларының (чанди) төҙөлөшө тамамлана. Уларҙың араһында Каласан, Сари, Севу һәм Плаосан ғибәҙәтханалары (чанди) яҡшыраҡ һаҡланып ҡалған. Прамбанан тирәһендә дауам иткән археологик тикшеренеүҙәр ваҡыты менән сираттағы ғибәҙәтхана (чанди) харабаларын асыуҙары тураһында хәбәрҙәр алып килә. Мерапи вулканының атылыуы сәбәпле күрәһең, ғибәҙәтхананы төҙөп бөткәндән һуң уны ҡалдырып китәләр.

Бик күп бәләкәйерәк ғибәҙәтханалар менән уратып алынған, күрше Севу будда ансамблендә, үҙәк ғибәҙәтхана бар. Шуныһы ғәжәп, ул Лара Джонгранг индуист ғибәҙәтханаһының бик күп атрибутик дизайны менән уртаҡ. Бәлки, бындай ғибәҙәтханаларҙың дәүләт сәйәсәтен һәм идара итеү дәрәжәһен күрһәтәлер. Севу һәм Лара Джонгранг араһында емереклектәрҙә ятҡан өс ғибәҙәтхана Прамбанан ансамблен тулыландыра. Был Лумбуна, Бурах һәм Асу ғибәҙәтханалары.